Эстәлеккә күсергә

Низамов Рәйес Ғилметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәйес Ғилметдин улы Низамов битенән йүнәлтелде)
Низамов Рәйес Ғилметдин улы
Тыуған көнө

1 июль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән районы, Ташлы ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы

Вафат булған көнө

16 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (46 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы, Әлшәй районы, Ташлы ауылы

Гражданлығы

СССР

Наградалары һәм премиялары

Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1978)

Низамов Рәйес Ғилметдин улы (1 июль 1932 йыл16 август 1978 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1978).

Рәйес Ғилметдин улы Низамов 1932 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Ташлы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Ташлы ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфөләге йылға флоты һөнәрселәр мәктәбендә уҡый. Уны 1949 йылда тамамлап сыға.

Бер йәй Өфө — Ҡазан маршрутында пароходта кочегар, машинист ярҙамсыһы булып эшләй. Шунан һуң Өфө башҡорт интернат урта мәктәбенә ҡабул ителә. Был мәктәптә уҡыған ваҡытта Рәйес шиғырҙар яҙыу менән мауыға башлай. Уның байтаҡ шиғырҙары республикалағы газета һәм журналдарҙа баҫыла.

1952—1957 йылдарҙа Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Уны тамамлап ҡайтҡас, 1957 йылдан башлап «Совет Башҡортостаны» газетаһының үҙ хәбәрсеһе булып Әлшәй, Ҡыйғы, Бәләбәй райондарында эшләй.

1966 йылда ул «Пионер» журналының бүлек мөдире итеп билдәләнә. Унан һуң «Ағиҙел» журналының баш редакторы булып эшләй.

Рәис Низамовтың ҙур күләмле тәүге әҫәре — «һалдат улы» повесы. Повесть илленсе йылдар аҙағында яҙыла һәм китап булып сыға. Институтты тамамлағанда диплом эше булған повесҡа күренекле рус яҙыусыһы Владимир Луговской юғары баһа бирә.

Хәҙерге колхоз ауылының ҡатмарлы үҫеш юлдарын ышандырырлыҡ образдар аша сағылдырған «Мәрйәм» тигән икенсе повесы уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршыланды. Был әҫәрҙән йәш яҙыусының һиҙелерлек үҫеүен билдәләп була: әҙәби оҫталығы камиллаша бара, һүрәтләү саралары байыға, тормош процестарына ул тәрәнерәк үтеп инә.

«Ят кешеләр» тигән повесында Рәис Низамов Ватан һуғышы осоронда мәктәп балаларының берҙәм дуҫлығын һәм уларҙың ололар менән бергә эшләүҙәрен сағылдыра.

Бер аҙ һуңыраҡ яҙылған «Кейәү», «Үҙ хәбәрсе», «Атай әҙенән» повестары ла уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителә.

1959 йылдан КПСС ағзаһы була.

1964 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын (Мәскәү, 1957) тамамлағандан һуң Совет Башкортостаны" гәзитенә хәбәрсе итеп тәғәйенләнә.

1966 йылдан алып «Пионер» журналы хеҙмәткәре, 1968 йылдан — «Агиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, 1974 йылдан баш мөхәррире булып эшләй. Шул үк ваҡытта БАССР Яҙыусылар союзы идаралығында рәйес урынбаҫары була.

«Һалдат улы» исемле тәүге китабы 1959 йылда сыға. «Ят кешеләр» (1967), «Атай әҙенән» (1977) повестарында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә.

«Мәрйәм» (1964), «Икмәк тәме» (1971) тигән повестар авторы. Әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителгән. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1978). Өфөлә НИЗАМОВ Рәйес Ғилметдин улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  • Һалдат улы. Повесть. Өфө, 1959, 96 бит
  • Мәрйәм. Повесть. Өфө, 1964, 115 бит.
  • Ят кешеләр. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1967, 84 бит.
  • Кейәү. Повесть. Өфө, 1968, 152 бит.
  • Икмәк тәме. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1971, 231 бит.
  • Добрый след памяти. Повесть и рассказы. Уфа, 1974, 126 стр.
  • Собственный корреспондент. Повесть и рассказы. М., 1974, 176 стр.
  • Атай әҙенән. Өс повесть. Өфө, 1977, 368 би г.
  • Пароход тауыштары. Повесть. Өфө, 1980, 84 бит.
  • Повестар. Өфө, 1982, 288 бит.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хәсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары, Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. 1SBN 5—295—00145—8
  • Галин С. Тормошсан әҫәр. «Ағиҙел», 1969, № 5.
  • Баимов Р. Р. Низамов повестары. «Ағиҙел», 1972, № 1.
  • Снежко Е. Люди Верхнего Каскына. «Литературная газета», 1975, 6 июля.