Эстәлеккә күсергә

Рәүилә (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Рәүилә- мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Рәүилә исеме ғәрәп теленән килеп ингән. Яҙғы ҡояш, сәйәхәтсе тигән мәғәнәләргә эйә.[1]

Хажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы (15 август 1930 йыл — 18 август 2021 йыл) — бейеүсе. 1952—1972 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, 1972 йылдан бөгөнгө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 1975—1985 йылдарҙа Әбйәлил районы хужалыҡтарының бейеү ансамблдәре етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1967). Йәштәр һәм студенттарҙың VII Бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959).

Диңгеҙбаева Рәүилә Муса ҡыҙы (10 декабрь 1958 йыл) — агроном, педагог. Баймаҡ районындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2004).

Мәсәлимова Рәүилә — йырсы,Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ