Савельева Прасковья Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Савельева Прасковья Ивановна
рус. Праско́вья Ива́новна Савельева
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Патронимы йәки матронимы Ивановна[d]
Тыуған көнө 5 октябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Тверь губернаһы[d], Московская область[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 12 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (25 йәш)
Вафат булған урыны Луцк, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем сәбәбе сожжение[d]
Һөнәр төрө боец сопротивления
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
 Савельева Прасковья Ивановна Викимилектә

Прасковья Ивановна (Паша) Савельева (5 октябрь 1918 йыл12 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған подпольщица. Ленин ордены кавалеры (1945, үлгәндән һуң).

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паша Савельева 1918 йылдың 5 октябрендә Тверь губернаһының Зарубино ауылында тыуған.

1936 йылда Ржевта мәктәпте, һуңынан Мәскәү кредит һәм иҡтисад институтын тамамлай. 1940 йылда Луцк ҡалаһына бүлеү буйынса ебәрелә.

Луцкта йорт, шунда Паша Савельева йәшәгән

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында эвакуациянан баш тарта һәм ул 1941 йылдың көҙөндә менән В. В. Измайлов менән берлектә Луцк ҡалаһында подполье төркөмө ойоштора. Подпольщиктар листовкалар тарата, концлагерҙарҙан совет хәрби әсирҙәренең ҡасыуын ойоштора, немец документтарының бланкыларын алалар, дарыуҙар табалар. Измайловтың вафатынан һуң төркөм менән етәкселек тулыһынса Пашаға күсә.

1943 йылдың яҙында подпольщиктар Дмитрий Медведев етәкселегендәге партизан берләшмәһе менән бәйләнеш булдыра. Төркөмдөң эшмәкәрлеге үҙгәрә. Партизандар менән бәйләнештә булып һәм ҡулдарында бөтә хәрби объекттар билдәләнгән ентекле Луцк планына эйә булып, подпольщиктар диверсиялар ойоштора башлай. Паша Савельева диверсияны тимер юлдарҙа ойоштора. Улар башҡа полпольщиктар менән бергә немецтарҙан йәшерен химик ҡорал урлай, ул аҙаҡ Мәскәүгә ебәрелә.

1943 йылдың 22 декабрендә һатлыҡ йәндең ошағы арҡаһында П. И. Савельеваны гестапо ҡулға ала. 1944 йылдың 12 ғинуарында һуң аяуһыҙ язалауҙарҙан һуң, Савельеваны Луцк католик монастырының ихатаһында тереләй яндыралар. Үлем алдынан камераға әйләндерелгән 14-се хөжрәнең стенаһына ҡаҙаҡ менән яҙма сыймаҡлай («Литературная газета», 2 июнь 1960 йыл)

Ҡара ҡурҡыныс минут етеп килә. Бөтә тән имгәнеп бөткән — ҡулдар ҙа юҡ, аяҡтар ҙа… Әммә өндәшмәй үләм. 26 йәштә үлеүе ҡот осмалы. Шундай йәшәйһе килә ине! Беҙҙән һуң килеүсе кешеләр хаҡына, һинең хаҡыңа, Тыуған ил, беҙ китәбеҙ… Сәскә ат, гүзәл бул, ҡәҙерлем, һәм хуш бул. Һинең Паша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Художестволы маркалы конверт, Луцкта Паша Савельева һәйкәленең фрагменты һүрәте менән, 1977

Совет осоронда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Совет осоронда Ржев ҡалаһында П. И. Савельеваға арналған музей ойошторола (унда хәҙерге ваҡытта балалар китапханаһы урынлашҡан)[1].
  • 1965 йылда Ржев ҡалаһы урамдарының береһе уның исеме менән аталған. Һуңынан Тверь ҡалаһында Поляр урамы Савельева Паша урамы тип үҙгәртелә.
  • 1972 йылда өмәлә эшләнгән аҡса һәм Луцк ҡалаһы халҡының шәхси иғәнәһенә П. И. Савельева һәләк булған урында бронзанан һәйкәл ҡуйыла. Уны скульптор В. Борисенко һәм архитектор В. Семененок. төҙөй.
  • 1975 йылдан Волынь өлкә ДОСААФ инициативаһы менән мотоспорт буйынса Паша Савельева призына асыҡ бөтә союз ярыштары үтә.
  • 1977 йылда ҡала СССР-ҙа художестволы маркалы конверт сығарыла, унда Луцк ҡалаһында Паша Савельеваның һәйкәле фрагменты һүрәтләнә.

Совет осоронан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1990 йылда Савельеваны үлтермәгәндәр тигән ялған мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Йәнәһе беренсе һорауҙа уҡ ул немецтар менән хеҙмәттәшлек итергә риза була. Совет ғәскәрҙәре һөжүменән һуң йәнәһе ул Германияға ҡаса, ә унан һуңыраҡ әллә АҠШ-ҡа, әллә Канадаға китә.
  • 2006 йылдың майында Луцкта П.Савельеваның һәйкәлен урларға маташыу була. Уны постаменттан алып ташлап ҡыуаҡтар араһына йәшерәләр. Йығылғанда скульптура зыян күрә. Июлдә, реставрациянан һуң, бюст ҡуйыла, әммә постаментҡа түгел, ә уның янына. Шул уҡ йылдың август айында һәйкәлде яңынан урлайҙар һәм ул әлегә тиклем табылмай[2][3].
  • 2007 йыл Луцк ҡалаһында Паша Савельева урамы Галшка Гулевичевна урамы тип үҙгәртелә[4].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Украинский памятник Паше Савельевой до сих пор ищут(недоступная ссылка)// Быль нового Ржева. — 17 января 2007
  2. Украинский памятник Паше Савельевой до сих пор ищут(недоступная ссылка)// Рабочая газета. — 12 января 2007 года
  3. Памятник партизанке украли второй раз Архивная копия от 9 ноябрь 2007 на Wayback Machine// Газета по українськи. — 18 августа 2006
  4. П’ять вулиць міста Луцька перейменовано 2007 йыл 14 ноябрь архивланған.// Офіційний сайт Луцької Міської Ради (укр.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]