Эстәлеккә күсергә

Һатыусин Сәғит Сәлимгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сагит Салимгареевич Сатучин битенән йүнәлтелде)
Һатыусин Сәғит Сәлимгәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Мерәҫ ауылы, Кувай ауыл Советы[d], Новосергиевка районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР
Вафат булған көнө 12 октябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, дипломат
Эш урыны СССР Сит эштәре министрлығы
Уҡыу йорто Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Һатыусин Сәғит Сәлимгәрәй улы (рус. Сатучин Сагит Салимгареевич; 1 ғинуар 1914 йыл — 12 октябрь 1990 йыл) — совет дипломаты. 1939 йылда Халхин‑Гол йылғаһы янындағы совет‑япон хәрби бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1948) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары (1966) кавалеры.

Сәғит Сәлимгәрәй улы Һатыусин 1914 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районының) Мерәҫ ауылында тыуған[2].

1932—1933 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡыта.

1935 йылда Ырымбур педагогия институтын тамамлай.

Артабан Темәс башҡорт педагогия училищеһында уҡыта. 1938—1939 йылдарҙа Темәс башҡорт педагогия училищеһының директор урынбаҫары вазифаһын башҡара[2].

1939 йылда Халхин-Гол йылғаһы буйындағы совет-япон ғәскәрҙәре араһындағы ҡораллы алыштарҙа, артабан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2].

1942—1943 йылдарҙа Дәүләкән педагогия училищеһында эшләй. 1946 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының юғары дипломатик мәктәбен тамамлай.

1946—1975 йылдарҙа СССР Сит ил эштәре министрлығында хеҙмәт итә: