Эстәлеккә күсергә

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Садиҡов Нәжип
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 август 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Янбарис, Киҫәкҡайын ауыл советы, Яңауыл районы
Вафат булған көнө 19 октябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Янбарис, Киҫәкҡайын ауыл советы, Яңауыл районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө Коновод
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы рус. Садыков Назип (Нагим) Миниязевич (Минязевич) (4 август 1914 йыл — 19 октябрь 2003 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы 1914 йылдың 4 авгусында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1924 йылдың 4 авгусында[1]) хәҙерге Башҡортостандың Яңауыл районы Янбарис ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрь айында Яңауыл район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында хәрби аҙыҡ-түлек взводының ат тотоусыһы булып хеҙмәт итә[2].

Сержант Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы Берлинғаса хәрби юл үтә. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» (1945)[2], ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943, 1944)[2] миҙалдары менән бүләкләнгән.

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы 2003 йылда тыуған ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]