Сипахи Несрин
Сипахи Несрин | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 29 ноябрь 1934[1] (90 йәш) |
Тыуған урыны | Ешилькёй[d] |
Һөнәр төрө | йырсы |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | осман классик музыкаһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Несрин Аҡсан Сипахи ( 29 ноябрь 1934[1] (90 йәш), Ешилькёй[d]) — төрөк телле музыкала махсуслашҡан төрөк йырсыһы. Төркиәнең дәүләт артисы (1998).
Тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Несрин Сипахи 1934 йылдың 29 ноябрендә Төркиәлә Истанбулдың Баҡырҡай районында тыуған.
Уның ата-әсәһе Ҡырым сығышлы булғандар. Ике ағаһы, Нихат һәм Четин, театр актерҙары булалар. Бакиркёе урта мәктәбен тамамлай. 1950 йылда ҡыҫҡа ғына никахтан һуң, 1957 йылдың 23 ғинуарында ул ҡабаттан Хәсән Альдемир Сипахиға кейәүгә сыға. Ике улы бар: Юнус Эмре 1957 йылда һәм Кандемир 1968 йылда тыуған[2].
Музыкаль карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫмер сағында уҡ музыка менән ҡыҙыҡһына башлай. Башта көнбайыш музыкаһын башҡарһа ла, артабан Несрин Сипахи төрөк музыкаһын йырлай башлай. 1953 йылда ул, ул ваҡытта музыканың төп уҡыу үҙәге тип һаналған, «Ankara Radio»ға эшкә килә[3].
1960 йылда Несрин Сипахи Анкарала сәхнә башҡарыусыһы булып эшләй башлай. Төркиәләге концерттарынан һуң ул шулай уҡ күп кенә сит илдәрҙә сығыш яһай.
1971 йылдан, үҙенең Советтар Союзы буйлап турнеһында, ул шулай уҡ төрөк, әзербайжан, урыҫ һәм әрмән телдәрендә йырлай.
Несрин Сипахи АҠШ-та, Германияла, Францияла Канадала, Австралияла, Мароккола, Туниста, Сүриәлә, Мысырҙа, Испанияла һәм Кипрҙа сығыш яһай. Дүрт йөҙгә яҡын синглдар сығара. 1974 йылда ул «Фенербахче» футбол клубы өсөн «Яшу Фенербахче» («Live Live Fenerbahçe») тигән хәрби йыр, «Y Viva España» тышлығын сығара[2].
Актриса булараҡ бер генә фильмда, 1965 йылда «Калбимдеки Серсери» («Минең йөрәгемдә мутлашыусы») фильмында ҡатнаша.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең активында бер нисә алтын пластинкалары бар.
1998 йылда ул Төркиәнең дәүләт артисы исемен ала[4]. 2017 йылда ул Президент комплексында тантаналы сара ваҡытында махсус награда менән билдәләнә һәм үҙенең наградаһын Рәжәп Тайип Эрдоған ҡулынан ала[5].
Дискографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970 йылдан башлап, ул LP һәм CD сығара башлай[6]:
- 1970 — (?): La Chanson D’Amour En Turquie
- 1970 — «Суат Сайн»
- 1970 — Ve İkinci Dünyası
- 1970 — «Юсуф Nalkesen’in Eserleri»
- 1970 — «Nesrin Sipahi»
- 1970 — Avni Anıl'ın Eserleri
- 1971 — Bir Bahar Akşamı
- 1972 — Türk Sanat Müziğinden Seçmeler
- 1973 — Ve Türk Sanat Müziğinin 12 Pırlantası
- 1973 — «Осман Нихат Акинин Сечме Эсерлери»
- 1983 — Aşk Mevsime Bakma z
- 1991 — «Несрин сипахи һәм Ансамбль Кудси Эргунер-Шарки (Love Songs Of Istanbul)»
- 2009 — «Несрин Сипахиден Тюркюлер»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Nesrin Sipahi // ČSFD (чеш.) — 2001.
- ↑ 2,0 2,1 Biography page . Дата обращения: 1 ғинуар 2021. Архивировано 8 декабрь 2015 года.
- ↑ TRT Radyo - Türkiye'nin Ortak Sesi . Дата обращения: 12 август 2020. Архивировано из оригинала 11 август 2020 года.
- ↑ Nkfu State artist list . Дата обращения: 1 ғинуар 2021. Архивировано 1 декабрь 2020 года.
- ↑ Kültür ve Turizm Bakanlığı Özel Ödülleri sahiplerini buldu - Kültür-Sanat haberleri . Дата обращения: 1 ғинуар 2021. Архивировано 12 февраль 2017 года.
- ↑ Dşiscogs page . Дата обращения: 1 ғинуар 2021. Архивировано 18 февраль 2021 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Siyt Osman // dailymotion.com
- Nesrin Sipahi — Biyografya на biyografya.com
- Крымско-татарской певице Несрин Сипахи исполнилось 80 лет // март 2007
- (14) Певица Несрин Сипахи — крымскотатарский жаворонок — YouTube
- (14) Несрин Сипахи — тема — YouTube