Эстәлеккә күсергә

Скрипчинский Василий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Скрипчинский Василий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 27 февраль 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Дондағы-Ростов, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 декабрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Ставрополь, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Ставрополь дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Дон дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Скрипчинский Василий Васильевич (27 февраль 1909 йыл1987 йыл) — СССР ғалимы, биология фәндәре докторы, профессор, Ставрополь ботаника баҡсаһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры.

200-ҙән ашыу фәнни эш авторы, монографиялар һәм фәнни-популяр китаптар яҙған[1].

Василий Васильевич Скрипчинский 1909 йылдың 27 февралендә Дондағы Ростовта тыуған. Уның атаһы — Василий Ефимович, Киев һәм Юрьев университеттарын тамамлап, юрист булып эшләй. Әсәһе — Валентина Андриановна, үҙ йорт хужалығы менән шөғөлләнә һәм иренә ярҙам күрһәтә. 1917 йылда Скрипчинскийҙар ғаиләһе Ставрополгә күсеп килә.

Василий 1-се Ставрополь мәктәбендә уҡый. Мәктәптән һуң бер аҙ ваҡыт Опреселькредсоюз фабрикаһында эшләй. Һуңынан Төньяҡ-Кавказ иген институтының (СКЗИ, хәҙер Дон дәүләт аграр университеты) агрономия факультетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай, агроном квалификацияһын ала. Студент йылдарында уҡ профессорҙар И. В. Новопокровский һәм А. Н. Носатовскийҙар еәкселегендә фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә башлай[2].

1944 йылдың 17 февралендә Харьков ауыл хужалығы институтында диссертация яҡлай һәм ауыл хужалығы фәндәре кандидаты ғилми исемен ала. 1958 йылдың декабрь айында «Бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ иген ҡыуаҡтары онтогенезының ҡайһы бер үҙенсәлектәре»[3] темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1966 йылда В. В. Скрипчинский «үҫемлектәр физиологияһы» һөнәре буйынса профессор исеменә лайыҡ була[4].

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1931-1934 йылдарҙа ул Ставрополь дәүләт орлоҡ инспекцияһы бүлегендә эшләй. 1934-1938 йылдарҙа Краснодар ҡалаһында Бөтә союз дөгө тәжрибә станцияһында тәжрибәле профессор К. А. Сорокин етәкселегендә эшләй. Күренекле селекционерҙар менән Краснодар тәжрибә станцияһында эшләү В. В. Скприпчинскийҙың алдағы күп йылдарҙағы фәнни эштәренең йүнәлешен билдәләй. 1937 йылда уның К. А. Сорокин менән берлектә яҙған беренсе фәнни мәҡәләләре баҫтырыла. 1938 йылдың март айында Скрипчинский Ставрополгә ҡайта һәм ғүмер аҙағына тиклем унда ғилми-тикшеренеү һәм педагогик эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 1938-1950 йылдарҙа Ставрополь күп йыллыҡ тәжрибә баҫыуында билдәле селекционер А. И. Державин етәкселеге аҫтында эшләй, бында иген үҫтереү йүнәлешендә бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ иген ҫемлектәренең ғүмер оҙонлоғона һәм үҫеше биологияһына арналған ғилми тикшеренеүҙәр алып бара. 1941 йылдан 1945 йылға Ҡыҙыл Армия (РККА) сафтарындағы илле дүртенсе запас полкында офицер вазифаһында хеҙмәт итә. Был полк хәҙерге Үзбәкстан ҡалаһы Ҡаттаҡурғанда торған була һәм унда Харьков ауыл хужалығы институты (ХСХА, хәҙер В. В. Докучаев исемендәге Харьков милли университеты) эвакуацияланған була Скрипчинский бында билдәле ғалимдар — физиолог Ф. Ф. Мацков, генетик Л Н. Делоне һәм биолог И. С. Амелиндар- менән бергә эшләй[2].

1946-1959 йылдарҙа Ставрополь ауыл хужалығы институтының (САХИ, хәҙер Ставрополь дәүләт аграр университеты) ботаника һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы доценты булып эшләй. СССР агробиология фәндәрен үҫешенә уның академик Т. Л. Лысенко ҡарашын инҡар итеүсе үҙ ҡарашы була, шунлыҡтан ул институттың ҡыуып сығарыла. Василий Васильевич 1957 йылда Бөтә союз ботаника йәмғиәтенең Ставрополь бүлеген ойоштороуҙың инициаторы һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уның алыштырғыһыҙ рәйесе була. 1958 йылдан алып уның артабанғы тормошо һәм фәнни эшмәкәрлеге 1959 йылдың 22 ғинуарында үҙе әүҙемлеге менән ойошторолған Ботаника баҡсаһы менән бәйле була. Скрипчинский баҡса йорттарын төҙөү планын әҙерләй һәм уның территорияһын экологияға ярашлы зоналарға бүлә (102 гектар), уға был эште башҡарырға СССР-ҙың Ботаника баҡсалары һәм консультация советы һәм академик Н. В Цицин менән ландшафт архитекторы М. И. Петров ҙур ярҙам күрһәтә. 1960 йылда Василий Васильевич Скрипчинский Ботаника баҡсаһының беренсе директоры итеп тәғәйенләнә һәм 26 йыл буйына уның алыштырғыһыҙ директоры була[2]. 1964 йылда В. В. Скрипчинский Төньяҡ-Кавказ төбәгененең Ботаника баҡсалары советының һәм СССР Ботаника баҡсалары Үҙәк советының ағзаһы итеп һайлана, был вазифаларҙа ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй. Ҙур Совет энциклопедияһы һәм Ауыл хужалығы энциклопедияһының баҫмаларын сығарыуҙа ҡатнаша. Педагогия институтының ҡайһы бер ғалимдары менән берлектә «По родному Ставрополью» (1950), «Экскурсии по Ставрополью» (1951), «Кавказские Минеральные Воды» (1952) китаптарының ботаника, зоология һәм тыуған яҡты өйрәнеү маршруттарын яҙа. Скрипчинский ғилми журналдар һәм баҫмалар редколлегия советы ағзаһы итеп һайлана, Ставрополь ҡалаһының музей- тыуған яҡты өйрәнеү советының даими ағзаһы була.

1999 йылдың июлендә Ставрополь крайы ғилми йәмәғәтселеге һәм край губернаторы үтенесе буйынса Ставрополь крайы думаһы Ставрополь ботаника баҡсаһына В. В. Скрипчинский исемен бирә. Шулай уҡ уның исемен һирәк күренешле Скрипчинский василек сәскәһе (sckripchinskii Centaurea) йөрөтә[5]. 2019 йылдың июнендә Төньяҡ-Кавказ федераль аграр ғилми үҙәгендә Ставрополь ботаника баҡсаһының 60 йыллығы һәм В. В. Скрипичинскийға 110 йәш тулыу айҡанлы «Проблемы интродукции и рационального использования растительных ресурсов» тигән II халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтә[6].

1983 йылда ғына ул хаҡлы ялға сыға. Ставрополдә 1987 йылда вафат була.

«РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ була(1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

  • Энциклопедический словарь Ставропольского края. — Ставрополь, 2006. — С. 332.