Солтан Амет-Хан
Солтан Амет-Хан | |
ҡырымтат. Amet-Han Sultan | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР һәм Ҡырым татарҙары |
Тыуған көнө | 20 октябрь 1920 |
Тыуған урыны | Алупка ҡалаһы[d], Правительство Юга России[d] |
Вафат булған көнө | 1 февраль 1971[1][2] (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Үлем төрө | смерть от несчастного случая[d] |
Үлем сәбәбе | крушение воздушного судна[d] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | летчик-һынаусы, лётчик-истребитель, хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто |
Осоусыларҙың Качинск юғары хәрби авиация училищеһы Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] һәм подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы, Сталинград һуғышы, Берлинская наступательная операция[d] һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Солтан Амет-Хан Викимилектә |
Амет-Хан Солтан[комм. 1] (ҡырымтат. Amet-Han SultanAmet-Han Sultan, ласк. Ахмад-Хан Солтан; 20 октябрь 1920 йыл — 1 февраль 1971 йыл) — совет хәрби осоусыһы-ас, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1943, 1945).
1-се Качинск хәрби авиация мәктәбен тамамлай, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында осоусынан алып 9-сы гвардия истребитель авиация полкы эскадрильяһы командирына тиклем данлы юл үтә. 1942 йылдың 31 майында Ярославль эргәһендә «Юнкерс-88» немец бомбардировщигына беренсе һауа таранын яһай. Сталинград һуғышында ҡатнашып, үҙен танылған ас-оҫта итеп күрһәтә. Һуңғы һауа алышын 1945 йылдың 29 апрелендә, Берлин ситендәге «Темпельхоф» аэродромы менән үткәрә һәм "Фокке-Вульф 190"ды бәреп төшөрә (30- сы һауа еңеүе).
Һуғыштан һуң Жуковскиҙа Осоу-тикшеренеү институтында осоусы-һынаусы булып эшләй, подполковник (1946), СССР-ҙың атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы (1961), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1953). Осоу эшмәкәрлеге ваҡытында 100-гә яҡын төр осоу аппаратын үҙләштерә, осоу ваҡыты 4237 сәғәт тәшкил итә. 1971 йылдың 1 февралендә самолетты һынағанда һәләк була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 20 октябрендә Алупка ҡалаһында эшсе ғаиләләһендә тыуа. Атаһы — лак (сығышы менән Дағстандың Цовкра-1 ауылынан), әсәһе — Ҡырым татары[3]. Тыуғанда Амет-Хан исемен ҡушалар, тарихсы А. Симонов раҫлауынса, училищеға уҡырға ингәндә мәғлүмәттәр ҡырым татарҙары ғәҙәте буйынса башта үҙ исеме — Амет-Хан, һуңынан атаһының исеме — Солтан тип яҙыла. Шунан башлап Амет-Ханды фамилия тип йөрөтә башлайҙар (Амет-Хан Солтандың улдары — Арыҫлан Султан улы Амет-Хан һәм Станислав Солтан улы Амет-Хан)[4].
1937 йылда 7 синыфты тамамлап, Симферополдәге тимер юл училищеһына инә. Уҡыуҙы тамамлағас, эшләй тимер юл депоһы слесары булып эшләй. Бер үк ваҡытта аэроклубта уҡый һәм уны 1938 йылда[3] уңышлы тамамлай.
РККА-ла — 1939 йылдың февраленән. 1940 йылда, А. Ф. Мясников исемендәге 1-се Качинск Ҡыҙыл байраҡлы хәрби авиация мәктәбен кесе лейтенант дәрәжәһендә тамамлап, Кишинев эргәһендә дислокацияланған 4-се истребитель авиация полкына (Одесса хәрби округы) ебәрелә. И-15 һәм И-153 самолеттарында оса. Һуғышты Молдавияла[3] ҡаршылай.
Бөйөк Ватан һуғышында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 22 июнендә үк 4-се истребитель авиация полкының кесе осоусыһы Амет-Хан Солтан И-153 истрибителендә разведкаға һәм баҫҡынсы дошманды штурмлауға бер-нисә хәрби осош яһай. 1941 йылдың көҙөндә Дондағы Ростов күген һаҡлай. 1942 йылдың ҡышында полк «харрикейн»[3]дарҙы өйрәнә.
1942 йылдың мартынан 4-се истребитель авиация полкы Ярославль ПВО-һы составында була. Бында Амет-Хан Солтан үҙенең беренсе һауа еңеүен яулай. 1942 йылдың 31 майында, һөжүм ваҡытында бөтөн боезапасын ҡулланып бөтөп, "Харрикейн"да дошмандың «Юнкерс-88» бомбардировщигын таранлай һәм янған "юнкерс"та ҡала. Ул самолет кабинаһынан ҡотолоу юлын таба һәм парашюттан ырғый. Бер нисә көндән Амет-Ханды Ярославлгә саҡыралар. Унда бәреп төшөрөлгән "юнкерс"ты ҡарарға Совет майҙанына ағылған халыҡ алдында ҡала оборона комитеты уны исемле сәғәт һәм маҡтау грамотаһы менән бүләкләй. Һуңыраҡ, Ярославль күгендәге ҡаһарманлығы өсөн осоусы Ленин ордены[3][комм. 2][5][6][7] менән бүләкләнә. 2010 йылда Ярославлдә әлеге ваҡиғаларға һәйкәл ҡуйыла.
1942 йылдың йәйендә Амет-Хан Воронеж эргәһендә Як-1 самолетында алыша, ә 1942 йылдың авгусында Як-7 самолетында Сталинград һуғышында ҡатнаша. Бында үҙен оҫта осоусы итеп таныта һәм 9-сы гвардия истребитель авиация полкы — немецтарҙың оҫта осоусыларына ҡаршы тороу өсөн ойошторолған йыйылма совет осоусылары составына индерелә. Унан башҡа бында буласаҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары Владимир Лавриненков, Алексей Рязанов, Иван Степаненко, буласаҡ Советтар Союзы Геройҙары Борисов Иван Григорьевич менән Ерёмин Борис Николаевич та инә. Сталинград эргәһендә Амет-Ханды бәреп төшөрәләр һәм ул икенсе тапҡыр парашют ярҙамында ҡотола[3]. 1942 йылдың октябрендә Амет-Хан Солтан 9-сы гвардия истребитель авиация полкы составындағы 3-сө авиаэскадрилья командиры була һәм һуғыштың ахырынаса полк составында ҡала[3]. Дошманға юҙарынан һөжүм итеү тактикаһы өсөн 8-се һауа армияһы генералы Хрюкин Тимофей Тимофеевич Амет-Хан Солтанға самолет фюзеляжена бөркөт һүрәте төшөрөргә рөхсәт итә[8].
«P-39» менән идара итеүгә уҡығандан һуң, ул Дондағы Ростовты азат итеүҙә, Кубань өсөн аяуһыҙ алыштарҙа, Таганрогты, Мелитополде, Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың ғинаурында Советтар Союзы Геройы Иван Борисов менән бергә Амет-Хан немецтарҙың элемтәсе «Fieseler Fi.156 Storch» самолетын үҙ аэродромына төшөргә мәжбүр итә. Үҙе өсөн таныш булмаған машинаның кабинаһы менән бер аҙ танышҡандан һуң ул унда осоштар яһай башлай[3]. 1944 йылдың 18-20 майында Алупка ҡалаһында отпускыла булғанында Ҡырым татарҙарын депортациялауҙың шаһиты була. Амет-Хан быға ҡамасаулыҡ итергә теләй, уға үҙенең ата-әсәһен Ҡырымда ҡалдырыу мөмкин була.
1944 йылда ял иткәндән һуң ул яңы [[Ла-7] истребителенә күсеп, Көнсығыш Пруссияла һуғыша, Берлинды алыуҙа ҡатнаша[3]. Үҙенең һуңғы һауа һуғышын гвардия майоры Амет-Хан Солтан 1945 йылдың 29 апрелендә берлин ситендәге «Темпельхоф» аэропортында алып бара һәм «Focke-Wulf Fw 190 Wurger» самолетын бәреп төшөрә[3]. Һуғыш ваҡытында Амет-Хан Солтан барлығы 603 хәрби осош яһай (шуларҙың 70-е — дошмандың тере көстәренә һәм техникаһына), 150 һауа һуғышында үҙе генә — 30, төркөм составында 19 дошман самолетын бәреп төшөрә[3]. 1943 йылдың 23 авгусында 9-сы Ҡыҙыл Байраҡлы Одесса гвардия истребитель авиация полкы капитаны Амет-Хан Солтанға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла. 1945 йылдың 29 июнендә гвардия майоры, шул уҡ полктың 1-се һауа армияһы командирының һауа-уҡсылар хеҙмәте ярҙамсыһы Амет-Хан Солтан икенсе тапҡыр «Алтын йондоҙ» миҙалына лайыҡ була[3].
Һуғыштан һуңғы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш тамамланғандан һуң, Юғары баш командующийҙың күрһәтмәһе буйынса, барлыҡ оҫта осоусылар академияға уҡырға ебәрелә. 1945 йылдың авгусынан Амет-Хан Монинолағы Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы тыңлаусыһы. Ә инде 1946 йылдың башында ул, «Үҙемдең белем кимәлен айыҡ аҡыл менән баһалап, артабан уҡыу кәрәклеген күрмәйем. Шуға күрә уҡыуҙан ебәреүегеҙҙе һорайым, сөнки академияла биш йыл уҡыуға сыҙамаясаҡмын», тип рапорт яҙа. Уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә һәм 1946 йылдың апрелендә майор Амет-Хан Солтан отставкаға сығарыла[3]. Әммә ул — осоусы, һәм йыһанһыҙ йәшәй алмай, шуға күрә осоусы һөнәренә кире ҡайтыу өсөн бар тырышлығын һала. Ләкин оҙаҡ ваҡыт был уға мөмкин булмай, Амет-Хан күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, спиртлы эсемлектәр менән мауыға, тормош төпкөлөнә тәгәрәй башлай[9]. Хәрби дуҫтарының ярҙамы менән 1947 йылдың февралендә ул Жуковскийҙағы М. М. Громов исемендәге Осоу-тикшеренеү институтының[3] һынаусы-осоусыһы булып китә. 1956 йылда Ҡырым АССР-ының элекке партия һәм совет хеҙмәткәрҙәре менән бергә Амет-Хан Солтан КПУ Үҙәк комитетына ебәрелгән ҡырым татарҙарын аҡлау тураһындағы үтенес хатына ҡул ҡуя[10][11].
Ҡыҫҡы ғына ваҡыт эсендә ул иң яҡшы һынаусылар иҫәбенә инә. 1943 йылда уға өсөнсө класлы осоусы-һынаусы дәрәжәһе бирелә, 1950 йылда — икенсе класлы, ә инде 1952 йылдың сентябрендә Амет-Хан Солтан 1-се класлы осоусы-һынаусы була. Ул төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтә[3]. 1949 йылдың июнендә И. Шелест менән Ту-2 самолетында илдә беренсе тапҡыр һауала автоматик рәүештә заправкалана[3]. 1949 йыл һуңында Я. И. Верников менән А. И. Микояндың И-320 («Р-2») ике урынлы, теләһә ниндәй һауа торошона яраҡлаштырылған һынау истрибителендә осош яһай һәм 1948—1950 йылдарҙа уның заводтан сыҡҡан өлгөһөнә һынау үткәрәләр[3].
1951—1953 йылдарҙа Амет-Хан С. Н. Анохин, Ф. И. Бурцев һәм В. Г. Павлов менән КС («Комета») снаряд-самолетының пилотлы аналогына тулыһынса һынау үткәрә. Шундай һынауҙарҙың береһендә снаряд ташланғандан һуң снаряд-самолеттың двигателе тоҡанмай һәм бары тик Амет-Хандың һалҡын ҡанлылығы, түҙемлеге арҡаһында ғына ул ергә етер саҡта ғына эшләп китә, һөҙөмтәлә һынау машинаһы ҡотҡарыла[12]. Ошо һынауҙарҙы үткәргәне өсөн Амет-Хан Солтанға 1953 йылда 2-се дәрәжә Сталин премияһы бирелә[3]. Амет-Хан төрлө самолеттарҙан катапультланыу системаһын эшләү өсөн бик күп осоштар яһай. 1958 йылдың 12 ноябрендә Су-7 һәм Су-9 самолеттары өсөн парашютсы-һынаусы В. И. Головин менән һынау үткәргәндә, МиГ-15УТИ самолетында катапульта механизмын эшләтеүсе дары патроны шартлап, самолеттың яғыулыҡ багы тишелә, ике кабинаға ла яғыулыҡ аға, янғын хәүефе тыуа. В. И. Головин катапульта креслоһы боҙолоуы арҡаһында кабинаны ташлап китә алмай. Ошо хәл-торошта Амет-Хан Солтан самолетты ултыртырға ҡара итә һәм уны бер хатаһыҙ ултыртып, үҙенең генә түгел, дуҫының да ғүмерен һаҡлап алып ҡала[3].
21961 йылдың 3 сентябрендә Амет-Хан Солтанға «СССР-ҙың атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы» (билдә номеры — 38) исеме бирелә. Хеҙмәт юлы осоронда ул барлығы 180 осоу аппаратын үҙләштерә, уның һауала булған ваҡыты 4237 сәғәт тәшкил итә[3].
Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында йәшәй[3].
1971 йылдың 1 февралендә Ту-16 осоусы лабораторияла һынау үткәргәндә һәләк була[3].
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[3].
-
Могила Амет-Хана Султана на Новодевичьем кладбище Москвы
-
Аллея лётчиков, погибших в 1971 году вместе с Амет-Ханом Султаном, на Быковском кладбище Жуковского
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Amet-khan Sultan // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Sultan Amet-Khan // TracesOfWar
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 Мельников А. Е. Солтан Амет-Хан . «Герои страны» сайты.
- ↑ Симонов А. Амет-Хан Султан. / Крылья Родины. — 2001. — № 4.
- ↑ Подвиг в небе // Городские новости. — 25.02.2010.
- ↑ Те дни забыть нельзя никогда // Городские новости. — 14.04.2010.
- ↑ Война меня ведь не щадила… // Городские новости. — 05.05.2010.
- ↑ Бутаев, 1990, Глава вторая
- ↑ Лавриненков, 1982, с. 62-66
- ↑ 95-ю годовщину дважды Героя Советского союза Амет-Хана Султана отметят в Крыму и в Дагестане . РИА «Дагестан» (24 апрель 2015). Дата обращения: 1 июнь 2015.
- ↑ ЦГАООУ. Ф.1. Оп. 24. Д. 4248. Л. 287—294. Заверенная копия.
- ↑ Как был потоплен «Красный Кавказ»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедиялар һәм белешмәләр
- Амет-Хан Султан // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ҡалып:Книга:Дважды Герои Советского Союза
- Авиация: Энциклопедия / Главный редактор: Г. П. Свищёв. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. — С. 55. — 766 с. — ISBN 5-85270-086-X
- Ҡалып:Книга:Заслуженные испытатели СССР
- Амет-Хан Султан 1920—1971 // Ҡалып:Книга:Испытатели ЛИИ
- Амет-Хан Султан 1920—1971 // Ҡалып:Книга:Испытатели МиГов
- Амет-Хан С. (1920—1971) // Кто был кто в Великой Отечественной войне. Люди События. Факты: краткий справочник / под ред. О. А. Ржешевского. — М.: Республика, 1995. — С. 25.
- Амет-Хан Султан // Ҡалып:Книга:Зачислен навечно
- Ҡалып:Книга:Сталинградская битва: энциклопедия
- Тикшеренеүҙәр
- Бутаев Б. Б. Амет-Хан Султан. — М.: Политиздат, 1990. — 237 с. — 100 000 экз.
- Ҡайһы бер очерктар һәм мемуарҙар
- Ковалёв С. Меч Амет-Хана // Ҡалып:Книга:Звёзды немеркнущей славы
- Ҡалып:Книга:Герои и подвиги
- Лавриненков В. Д. Без войны. — К.: Политиздат Украины, 1982. — 272 с.
- Люди бессмертного подвига. 4-е изд., испр. и доп. — Книга 1. — М., 1975. — С. 28-39.
- Путерброт А. Т. Боевая слава Дагестана / предисл. С. Х. Халилова. — Махачкала: Дагестанское кн. изд., 1988. — С. 6-11. — 365 с.
- Библиографик исемлектәр
- В полёте, полном дерзновенья: К 80-летию со дня рождения Амет-Хана Султана 2016 йыл 4 март архивланған. / Сост. Р. И. Ушатая. — Симферополь: ЦГБ им. К. А. Тренева, 2000. — 20 с.
Документаль фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наш друг Амет-хан Султан. Сценарий Я. Аранович, И. Шелест. Лётно-исследовательский институт имени М. М. Громова (1971).
- Герой Советского Союза Амет Хан Султан . Автор сценария Андрей Симонов, режиссёр Алексей Поляков. Студия «Крылья России» (2011). — Документальный фильм из сериала «Дороже золота». Дата обращения: 15 май 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельников А. Е. Солтан Амет-Хан . «Герои страны» сайты.
- Фотографии Амет-Хана Султана в 9 гиап
- Могила А.Султана
- Мемориал испытателей
- Улица, названная его именем в Крымском селе Межводное Черноморского района.
- Улица, названная его именем 2016 йыл 17 март архивланған. в Крымском городе Алупка.
- Сайт «Жизнь, отданная небу»
- Три встречи — Ю. Б. Османов об Аметхане Султане.
- 20 октябрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- Алупкала тыуғандар
- 1 февралдә вафат булғандар
- 1971 йылда вафат булғандар
- Мәскәү өлкәһендә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар