Эстәлеккә күсергә

Иҫке Исай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Староисаево битенән йүнәлтелде)
Иҫке Исай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иҫке Исай ауыл Советы (Нуриман районы)
Халыҡ һаны 502 кеше (2002)[1],
543 кеше (2009)[1],
537 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452435
Карта

Иҫке Исай (рус. Староисаево) — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 537 кеше булған[3]. Почта индексы — 452435, ОКАТО коды — 80245855002.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1022 503 519 49,2 50,8
1959 йыл 15 ғинуар 944 426 518 45,1 54,9
1970 йыл 15 ғинуар 956 438 518 45,8 54,2
1979 йыл 17 ғинуар 861 399 462 46,3 53,7
1989 йыл 12 ғинуар 679 316 363 46,5 53,5
2002 йыл 9 октябрь 502 233 269 46,4 53,6
2010 йыл 14 октябрь 537 260 277 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡыҙылъяр): 12 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Күл): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Иглин): 42 км

Ауылға XVIII быуат уртаһында нигеҙ һалына. Уға ошонда иң тәүләп килеп төпләнгән Исай тигән кешенең исеме бирелгән, тип фараз ителә. Ауылды хасил итеүселәр Себер даруғаһы Бүләкәй-Көҙәй улусының аҫаба башҡорттары була. Исай ауылын улар үҙ ерендә, йәғни Бүләкәй-Көҙәй улусы ерҙәрендә һала. Рәүиз документтарынан Исайҙың улдары Әбдрәшит (1751—1814), Ибраһим (1769—1814), Мөҡмин (1772—1840) Исаевтар билдәле. Мөҡминдең Ҡунаҡҡол менән Мөхәмәтдин тигән улдары була. 1782—1850 йылдарҙа йәшәгән Әбделмәннән Исаевтың Әбделнафиҡ (1806 йылғы) һәм Әбделғәлим (1811 йылғы) исемле улдары була. Рәхимҡол Исаевтың (1785—1846) улдары Мөхәмәтша менән Мөхәмәтшәриф исемле була[4].

Исай ауылында 1795 йылда 60 кеше теркәлгән, 1816 йылда — 125, 1834 йылда — 186, 1859 йылда — 324, 1895 йылда — 616, 1920 йылда 937 башҡорт иҫәпкә алынған[4].

1795 йылда Исайҙа 12 йортта бөтәһе 61 кеше йәшәй, 1865 йылда йорттар һаны 62-гә етә, халыҡ һаны 385 була. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә. Үҙҙәренең мәсете, училищеһы була. 1906 йылда йәнә тирмән, 1 мануфактура һәм 3 бакалея кибете булғаны билдәле. ХХ быуат башында Исайҙан Яңы Исай ауылы бүленеп сыға. Тороп ҡалған ауылға Иҫке Исай тигән атама бирелә[5].

1894 йылда Бүләкәй-Көҙәй улусының аҫаба башҡорттары «буш ятҡан» башҡорт биләмәләрен ҡаҙна ҡарамағына алыуға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Исай, Иҫке Күл, Яңы Күл, Ишморат, Баш-Шиҙе ауылдары кешеләре, мылтыҡтар тотоп, ер бүлергә килгән власть вәкилдәрен ҡыуып ебәрә. Шунан һуң урманлы биләмәләрҙе бүлергә тип урыҫ ирҙәре килә. Башҡорттар уларҙы ла ҡыуып ебәрә. Был күтәрелеште полиция баҫтыра[6].

1929 йылда ауылда «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозы ойошторола. Коллективлаштырыу 1930 йылда тамамлана. Күмәк хужалыҡты ойоштороуға коммунистар Хәйҙәр Мәрҙәнов, Кәшфулла Зәйнуллин, Ғәбделхәй Әхмәҙуллин, Зәки Ғәббәсов, комсомолдар Әхәт Вәлиев, Мөсәғит Минһажев, Нәжметдин Ғиләжев, Асия Салауатова, Фәтихә Вәлиева, Зәйнулла Рафиҡов, Шәйхәбулла Зәйнуллин күп көс һала[7].

1933 йыл йомғаҡтарынан күренеүенсә, «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозына 211 йорт хужалығы ҡарай, колхоздың 623 гектар сәсеүлеге, 114 эш аты, 9 һыйыры була. Колхозсыларға бер хеҙмәт көнөнә — натуралата 5 кг иген, 0,17 һум аҡса, ә һәр йорт хужалығына 11,5-әр центнер ашлыҡ менән 2,44 һум аҡса түләнә[7].

Колхозсылар юғары хеҙмәт уңыштары күрһәтә, Совет хөкүмәтенең дәртләндереү сараларына лайыҡ була. Мәҫәлән, 1939 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозы умартасылыҡтағы ҡаҙаныштары өсөн премия менән билдәләнә: уға II дәрәжә диплом, мотоцикл һәм 5000 һум аҡса тапшырыла. Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа колхоз орлоҡсолоҡ хужалығы булараҡ махсуслаша һәм башҡа хужалыҡтарҙы орлоҡ менән тәьмин итә. Ә орлоҡ алған хужалыҡтар «Ҡыҙыл Йондоҙ» иҫәбенә лә дәүләткә ашлыҡ тапшыра. Колхозда йылҡы фермаһы ойошторола[7]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа «Ҡыҙыл Йондоҙ» умартасылыҡ менән етди шөғөлләнә. Иҫке Исай умартасылары ҡорт күстәре үрсетеп һатыуға ла тотона. Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашалар, миҙалдар менән бүләкләнәләр. 1969 йылда (был ваҡытҡа колхозсылар Иҫке Күл, Иҫке Исай, Ишморат ауылдарынан төҙөлгән «Урал» колхозы составында була) «Урал» колхозы Будапештта умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнаша[7].

1988 йылда Иҫке Исай ауылынан колхозсы Хәсәнов Ғәйнулла Шәмсимөхәмәт улы 23-25 мартта үткән IV Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты була[7].

Ауылдың уртаһынан Йәнәлде (варианты Йәләнде) йылғаһы аға. Ауылдың көнсығышында Кәрәкә тауы, көньяғында Бейектау тауы урынлашҡан. Ауыл тирәһендә Айыуатҡан яланы, Аҫыл яланы, Ағын, Тоҡон, Әлибай, Ғәйни шишмәләре, Зәйет йылғаһы, Ҡарт йылға, Тирмән күле бар[8].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]