Эстәлеккә күсергә

Эрьзя Степан Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Степан Дмитриевич Эрьзя битенән йүнәлтелде)
Эрьзя Степан Дмитриевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы[1]
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Степан Дмитриевич Нефёдов
Тыуған көнө 27 октябрь (8 ноябрь) 1876[2]
Тыуған урыны Баево[d], Алатыр өйәҙе[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 24 ноябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[2] (80 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[2]
Ерләнгән урыны Саранск[2]
Һөнәр төрө скульптор, рәссам, деятель изобразительного искусства, мәҙәниәт хеҙмәткәре
Эшмәкәрлек төрө Һынлы сәнғәт[d][3] һәм Скульптура[3]
Уҡыу йорто Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d]
Уҡыусылар Грицюк, Михаил Якимович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Защитник авторских прав reproduction right not represented by CISAC member[d][4]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Stepan Erzya
 Эрьзя Степан Дмитриевич Викимилектә

Эрьзя Степан Дмитриевич (ысын фамилияһы — Нефёдов; 8 ноябрь 1876 йыл — 24 ноябрь 1959 йыл) — Рәсәй империяһы һәм совет рәссамы, һын яһаусы, ағас скульптуралар оҫтаһы, модерн стиле вәкиле. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1956).

Псевдонимы рәссамдың сығышы менән мордва халҡының эрзя этник төркөмөнән икәнен күрһәтә.

Степа́н Дми́триевич Э́рьзя 1876 йылдың 8 ноябрендә Сембер губернаһы Алатырь өйәҙе[5]эрзя ауылы Баевола крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Сыуашстандың Әхмәт ауылында Покров сиркәүендә суҡындырылған (хәҙер — Алатырь районы, Сыуашстан).

Бала сағы Баевские Выселки (хәҙерге Баевка ҡасабаһы, Сыуашстан), Алтыш һәм Әхмәт ауылдарында үтә.

Алтышта сиркәү-приход мәктәбен тамамлаған. 1892 йылда ғаилә Алатырға күсә. Һүрәт төшөрөү буйынса тәүге һабаҡтарҙы Алатырҙа һәм Ҡазанда икона төшөрөү оҫтаханаларында ала. Ул унда Волга буйы ауыл һәм ҡалаларында сиркәүҙәрҙе биҙәү менән шөғөлләнә.

1902—1906 йылдарҙа МУЖВЗ-ла С. М. Волнухинда һәм П. П. Трубецкойҙа уҡый.

1906—1914 йылдарҙа скульптор Италияла һәм Францияла йәшәй. Оҫта бында «Һағыш» (1908), «Төрмә священнигы», «Һуңғы төн» (1909), «Таш быуат» (1911), «Марта» (1912) тигән әҫәрҙәрен яҙа. Венецияла, Миланда (1909), Парижда (1912) халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, донъя кимәлендә танылыу ала. Ижадының был осоронда скульптура сәнғәтенең ҡырҡа яңырыу юлында тора, донъя сәнғәтенә һәм әрзә халҡының милли сәнғәтенә таянып эш итә.

Сәнғәтенең төп темалары һәм йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрьзяның ижадында яңы һулыш 1917 йылдың октябренән һуң башлана. Тәүге ун йыллыҡ уның өсөн иң ауыр, ҡатмарлы ваҡыт була. Революцияны өмөттәр менән ҡаршы ала, Монументаль пропаганда планына ҡушыла. Материал, эшләргә яҡшы шарттар эҙләп, йәш быуынды ижадҡа ылыҡтырыу ниәте менән[6] ул ил буйлап сәфәрҙә йөрөй: 1918—1921 йылдарҙа Эрьзя Уралда, Мраморское ауылында һәм Екатеринбургта, 1921—1922 йылдарҙа — Новороссийскиҙа йәшәй, Батумиҙа — 1922, Баҡыла 1923—1925 йылдарҙа була. Ошо ваҡыт эсендә күп кенә монументаль әҫәрҙәр ижад итә:

Степан Эрьзяның Баҡылағы «Таусылар союзы йорто» ҡабырғаһындағы скульптуралары

Ваҡыт уҙыу менән хакимиәт әһелдәре менән мөнәсәбәттәре хөртәйә, һул хәрәкәттәр алға килеп сыға, ә рәссам уларҙы өнәмәй.

30 йыл уҙғас ҡына Аргентинала Эрьзя Л. Орсеттиға шул саҡта кисергәндәрен һөйләй[7]:

« Бар ерҙә лә футуристар хужа булып йөрөнө... Екатеринбургта футуристар үҙҙәренсә насар тип һанаған әҫәрҙәрҙе юҡҡа сығарҙылар ... ... Екатеринбургта хатта ҙур китапхананы яндырҙылар... »

Эрьзя һәр саҡ үҙ фекерендә ҡала. Бер ниндәй дәрәжәләре, вәкәләттәре булмау ғына бәлки уға тере ҡалырға мөмкинлек биргәндер. Аҡтар ҙа, уның ҡыҙылдарҙы яҡлашыуына ҡарамаҫтан, әҫәрҙәрен белә һәм баһалай[8]"…Революция осоронда емереүселәр ҙә, юғары мәҙәниәтле кешеләр ҙә булды, мәҫәлән, Луначарский", тип яҙа ул[9].

Уралда ла, Кавказда ла скульптор революцион халыҡты, уның юлбашсыларын данлаған әҫәрҙәр яҙа, шул уҡ ваҡытта дини мотивтарға ла ижад итә. Мәрмәр булмағанлыҡтан ул һындарҙы цементта ҡойорға мәжбүр була һәм, ваҡыт уҙыу менән, улар емерелеп бөтә.

Быларҙан рәссам юлын таба белә, әммә революцион позитивизм рухында ижад итеү талаптары унда ижади көрсөк башланыуға килтерә. Ул Уралдан дуҫы Г. Сутеевҡа яҙа[10]:

« Теләгән урынымда шулай уҡ эшләргә бирмәҫтәрме икән ни. Донъянан күңелем ҡайтты; ваҡыты менән өмөтһөҙлөккә бирелеп китәм... Бындай меҫкенлектә йәшәүҙең кәрәге юҡ, иң мөһиме, эшләй алмайым, ә скульптураһыҙ йәшәүҙең йәмен тапмайым »

Орсетти әйтеүенсә, Эрьзя граждандар һуғышы ваҡытында илдең бер төбәгенән икенсе яғына күсеп йөрөп, мөғжизә менән генә тере ҡалған[11]:

Степан Эрьзяның эмиграцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Луначарскийҙың рөхсәте менән 1926 йылда Эрьзя Парижға, күргәҙмәһен ҡуйырға китә. Унда ул йәнә ярты йылға ҡалып, тағы 4 күргәҙмәлә ҡатнаша һәм бер аҙ аҡса туплағас, Монтевидеоға, Латин Америкаһына китә һәм һөҙөмтәлә 1927 йылда Аргентинала тороп ҡала.

Степан Эрьзя Аргентинала мәшһүр хеҙмәте — «Моисей» янында

1927—1950 йылдарҙа скульптор Аргентинала эшләй. Эрьзя унда 30 әҫәрен килтергән була. Килеү менән урындағы баҫмалар уның тураһында ҙур-ҙур мәҡәләләр бирәләр. Скульпторҙың, урыҫ революцияһы сәнғәткә яңы формалар килтермәне тигәне мәҡәлә башы итеп баҫыла[12]. Ғәжәйеп яҙмышлы, көтөүсенән ҙур рәссамға әйләнгән кеше итеп һүрәтләйҙәр.

1927 йылдағы күргәҙмәһе аргентинаскульптураһында яңы һүҙ була. Тотош кәүҙә менән эшләнгән байраҡ тотҡан эшселәр һындары, «Расстрел» «Танец», «Во сне», «Леда и лебедь», «Ева» тигән эштәре, монументаль һәм лирик камералы портреттары яҡшы баһа ала.

Бында скульптар Көньяҡ Америка ағастарын файҙалана башлай. Ул эрзә йорттарындағы аҡас биҙәктәрен иҫенә төшөрә[6].

Скульптор бигерәк тә эш өсөн ҡатмарлы кебрачо ағасын үҙ итә. Аргентина халҡының мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнә.

СССР-ға кире ҡайтыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
С. Эрьзяның һәйкәле. Саранск

1950 йылда совет етәкселегенән СССР-ға кире ҡайтырға рөхсәт ала һәм 1951 йылда 180 скульптураһы менән ҡайтып төшә (175 тонна). Уға подвалда оҫтахана бирәләр. Кешеләр уның эшләгәнен ҡарарға сират тороп йөрөй.

1956 йылда С. Д. Эрьзя Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Рәссам 1959 йылдың 24 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була. Саранск ҡалаһында ерләнгән.

Саранскиҙа С. Д. Эрьзя музейы. Атаҡлы «Моисей» скульптураһы янында Башҡортостандың Йәмәғәт Палатаһы вәкилдәре. 2009
  • Мәскәүҙә 2007 йылда Халыҡ-ара С. Д. Эрьзя исемендәге Халыҡ-ара сәнғәттәр фонды төҙөлгәнМеждународный Фонд искусств имени С. Д. Эрьзи .
  • С. Д. Эрьзя исемендәге Мордовия республика рәсем сәнғәттәре музейы бар. Ул рәссамдың әҫәрҙәренең хужаһы булып тора.
  • Скульпторҙын тыуған ауылы Баевола С. Д. Эрьзя йорт-музейы ойошторолған.
  • С. Д. Эрьзи хөрмәтенә Саранскиҙа — бульварға, Ардатовта — урамға Новороссийскиҙа — художество мәктәбенә детская художественная школа 2016 йыл 13 март архивланған. уның исеме бирелгән.
  • Мәскәүҙә рәссамдың оҫтаханаһының фасадына мемориаль таҡта ҡуйылған (скульптор И. П. Казанский)[13].
  • Мәскәүҙә Халыҡ-ара С. Д. Эрьзя исемендәге Халыҡ-ара сәнғәттәр фондынан йыраҡ түгел бер урамға Степан Эрьзя исеме бирелгән[14]
  • Мәскәүҙә «Музеон» паркында Эрьзяның һәйкәле тора (авторы — Дмитрий Тугаринов)[15].

Рәссам тураһында шиғыр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геннадий Сергеевич Гребенцов, Мордовияның атҡаҙанған шағиры, Степан Эрьзяға арналған шиғырын башҡортсаға тәржемә итеүҙе теләне. Шиғыр башҡортсаға шағирә Гүзәл Ситдиҡова тарафынан тәржемә ителде.

ЭРЬЗЯ ЯНЫНДА
Тылсым тулы һындар
Янында мин
Баҫып торам – йәнем күккә аша.
О, Эрьзя!
Даһийыбыҙ беҙҙең!
Кирәмәтсе!
Халҡым өсөн ғорур -
Хистәр таша...

Мин дә эрзә үҙем
Тик бик ябай,
Һиңә, ағай, ләкин
Ҡандаш, рухташ...
Идеалың һинең
Һынға күскәс,
Затлыларҙан затлы
Ябай шул таш!

Ҡитғаларға таныш
Һинең исемең,
Һоҡландырып ижад итә белдең...

Рәсәйебеҙ
Хазинаһы булдың,
Ғорурлығы булдың
Тыуған илдең.

Бөйөгөбөҙ Эрьзя,
Һөйөклөбөҙ!
Ер йөҙөнә һин ҡот
Таратҡайның,
Илһам емештәрең
Яралтҡанда,
Балаларым, тиеп
Яратҡайның

Изге һындай үҙең
Пьедесталда,
Ҡараштарың һынсыл,
Үткер, абай.
Еребеҙҙең бөйөк
Улыһың һин!
...Мин дә эрзә үҙем
Тик бик ябай...

Стою я у скульптур
Волшебных
И чувствую своей души полёт.
О, Эрьзя!
Ты – наш гений!
Наш волшебник!
Ты навеки прославил
Свой народ...

Я тоже эрзя,
Только с буквы малой...
Но ты по духу мне –
Как брат родной...
Ты воплотил в скульптурах
Идеал свой...
И – воплотил!
И я горжусь тобой!

Во всех краях
Твоё известно имя...
Жил, вечность мудрую творя...
Великими
Творениями твоими

Вовек светла
Российская земля!..

Великий Эрьзя,
Образ твой нетленен!
Ты будешь вечен,
Словно этот мир...
Ведь творчество –
Могучий дар Вселенной!!!
Свои скульптуры
Ты считал детьми.

Ты смотришь
Как апостол,
С пьедестала...
Ты слит навек
С российскою землей...
Я тоже эрзя...
Только с буквы малой...
Ты слит навек
С российскою землей...
Я тоже эрзя...
Только с буквы малой...

  • Сутеев Г. О. — «Биографические заметки и воспоминания». Саранск, 1968.
  • Баранова М. Н. — «Степан Дмитриевич Эрьзя (Нефёдов)». Саранск: Мордовское издательство, 1981.
  • «С. Д. Эрьзя. Альбом.» Автор-составитель — М. Н. Баранова. Изд. 2-е. Саранск, 1989.
  • Блинов В. А. — «Недорисованный портрет». Саранск, 1991.
  • «Скульптор Эрьзя. Биографические заметки и воспоминания». Саранск, 1995.
  • Моро А. — «Степан Эрьзя». Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1997.
  • Лазарев С. Е. — «Образ Степана Разина в изобразительном искусстве» // Преподавание истории в школе. 2016. № 8. С. 29-34.
  1. Russian // (unspecified title)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  3. 3,0 3,1 Èr‘zja, Stepan Dmitrijevič // Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Erzia, Stepan // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=ec6f49af-8f21-e111-9c2b-000c29604b72
  5. хәҙер Мордва Республикаһының Ардатовский районы
  6. 6,0 6,1 Розенберг Н. А. Степан Эрьзя. Аргентинский период: на пересечении культурных традиций. — СПб., 2007. — 112 с., ил. ISBN 978-5-8064-1180-9
  7. МИИРМ рукописный фонд Orsetti Z. Apuntes para una biografia del Escultor Stafan Erzia. — 1976. — Машинопись. — С. 264, 265
  8. МИИРМ рукописный фонд Orsetti Z. Apuntes para una biografia del Escultor Stafan Erzia. — 1976. — Машинопись. — С. 14
  9. МИИРМ рукописный фонд Orsetti Z. Apuntes para una biografia del Escultor Stafan Erzia. — 1976. — Машинопись. — С. 265
  10. ЦГАРМ ф. 1689, оп. 1, ед. хр. 326. Л. 61, 62
  11. МИИРМ рукописный фонд Orsetti Z. Apuntes para una biografia del Escultor Stafan Erzia. — 1976. — Машинопись. — Р. 14
  12. ГРМ ф. 102, оп. 1, ед. хр. 47. — Л. 20
  13. В Москве увековечили память великого скульптора Степана Эрьзи 2015 йыл 12 февраль архивланған.
  14. Именами скульптора С.Эрьзи и основателя самбо В.Ощепкова назовут улицы в ТиНАО. moscowbig.ru. Дата обращения: 20 сентябрь 2017.
  15. http://www.muzeon.ru/collection 2017 йыл 6 октябрь архивланған.
  • Э́рзя (Эрьзя), Степан Дмитриевич // Элоквенция — Яя. — М. : Советская энциклопедия, 1957. — С. 153. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 49).