Стефан Цвейг
{{{Исеме}}} | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
---|---|
Стефан Цвейг (нем. Stefan Zweig — Штефан Цвайг ; 28 ноябрь 1881 йыл — 22 февраль 1942 йыл[10]) — Австрия яҙыусыһы, драматург һәм журналист. Күп романдар, пьеса, шиғырҙар һәм беллетристик биографиялар авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СтефанВенала бай йәһүд ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Мориц Цвейг (1845—1926), туҡыу фабрикаһы тота. Әсәһе, Ида Бреттауэр (1854—1938), йәһүд банкиры ғаиләһенән[11]. Буласаҡ яҙыусының балалыҡ, үҫмерлек йылдары тураһында аҙ билдәле: ул үҙе был хаҡта ярайһы аҙ һөйләгән, башҡа европа зыялыларының тормошонан айырылмай ине, тигән. 1900 йылда гимназия тамамлап , Цвейг Вена университетына уҡырға инә һәм унда фәлсәфә өйрәнеп, 1904 йылда докторлыҡ дәрәжәһе ала.
Уҡыған сағында уҡ беренсе шиғри йыйынтығын үҙ аҡсаһына нәшер итә («Көмөш ҡылдар» (Silberne Saiten), 1901). Шиғырҙары Гофмансталь, шулай уҡ Рильке йоғонтоһонда яҙылған була, Цвейг һуңғыһына үҙе йыйынтығын ебәрә.Рилькеяуап итеп үҙенең китабын ебәрәе. Улар шулай дуҫлашып китә һәм был дуҫлыҡ Рилькеның , вафатына тиклем, 1926 йылғаса дауам итә.
Вена университетын тамамлаған Цвейг Лондонға һәм Парижға сығып китә (1905), Испания һәм Италия буйлап сәйәхәт итә (1906), килгән Һиндостанда, Һинд-Ҡытайҙа, АҠШ-та, Кубала, Панамала (1912) була. Беренсе донъя һуғышының һуңғы йылдарында Швейцарияла йәшәй (1917—1918), ә һуғыштан һуң йәшәгән Зальцбургянында урынлаша.
Беренсе донъя һуғышы йылдарында Цвейг Ромен Роллан тураһында очерк баҫтырып сығара һәм уны «Европа намыҫы» тип атай. Шулай уҡ ул Максим Горькийға, Томас Маннға, Марсель Прустҡа һәм Йозеф Ротҡа бағышлаған эссе ижад итә .
1934 йылда, Гитлер власҡа килгәндән һуң, Цвейг Германияны ташлап китә һәм Лондонға барып урынлаша.
1940 йылда Цвейг ҡатыны менән Нью-Йоркҡа, ә 1940 йылдың 22 авгусынан— Рио-де-Жанейро ситендәге Петрополисҡа күсенә. Ҡаты депрессия кисереп, Цвейг һәм ҡатыны 1942 йылдың 22 февралендә үлемесле доза веронал ҡабул итеп, донъя менән хушлаша.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цвейгтың Бразилиялағы йорто музейға әйләндерелә һәм хәҙер Casa Stefan Zweig тип танылған.
- 1981 йылда яҙыусының тыуына 100 йыл тулыу уңайынан Австрияла почта маркаһы сығарылған.
Рус телендәге баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Собрание сочинений в 10 томах. М.: Терра, 1992—1993. Переиздание — 1996.
- Собрание сочинений в 9 томах. М.: Библиосфера, 1996—1997.
- Собрание сочинений в 6 томах. Тула: АО Гриф., Левша. 1994.
- Собрание сочинений в 4 томах. М.: Художественная литература, 1982—1984.
- Собрание сочинений в 7 томах. М.: Правда, 1963
- Собрание сочинений. Т. 1-12. Л.: Время, 1927—1932
- Избранные произведения в 2-х томах. М.: Гослитиздат, 1956, 1957
- Избранные сочинения в 3-х томах. М.; Вече, 2001
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Deutsche Nationalbibliothek Record #118637479 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Stefan Zweig // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Цвейг Стефан (урыҫ) / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ https://actualitte.com/article/32082/numerisation/la-derniere-lettre-de-stefan-zweig-mon-foyer-spirituel-l-europe-s-est-effondre (фр.)
- ↑ Wiener Zeitung (нем.) — Wien: 1703.
- ↑ https://research.reading.ac.uk/diasporicarchives/collections/
- ↑ Die unsichtbare Sammlung.
- ↑ Цвейг Стефан // БСЭ, 3-е издание
- ↑ Prof.Dr. Klaus Lohrmann «Jüdisches Wien. Kultur-Karte» (2003), Mosse-Berlin Mitte gGmbH (Verlag Jüdische Presse)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәғлүмәт-белешмә энциклопедияһы «Стефан Цвейг» 2008 йыл 7 апрель архивланған.
- Цвейг С. Зутнер фон Берта 2017 йыл 26 февраль архивланған.. — 1917.
- Цвейг С. һәм ул ваҡытта У (Франц тураһында-Антон Месмер) / килтереү буйынса: психика һәм әмәлдәрен. Өс очеркы. / Зоргенфрей В. А. Тәржемә. — М.: Шишлина. 1992.
- Цвейг С. Джованни Джакомо Казанова. Был трилогияһы очерктар «үҙ ғүмерендә Өс йырсы» / килтереү буйынса: Смятение хистәр. — М.: АСТ нәшриәте. 1999.
- Цвейг С. Марсельеза. Очерктар циклы торған "Йондоҙло сәғәт"кешелектең.(недоступная ссылка)
- Ст Цвейг. Бальзамы (ЖЗЛ)
- 28 ноябрҙә тыуғандар
- 1881 йылда тыуғандар
- Венала тыуғандар
- 22 февралдә вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Бразилияла вафат булғандар
- Вена университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Пацифистар
- XX быуат шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- XX быуат яҙыусылары
- Австрия яҙыусылары