Сәмәд Вурғун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәмәд Вурғун
әзерб. Səməd Vurğun
Зат ир-ат
Рәсем
Ҡултамға
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Әзербайжан Демократик Республикаһы[d]
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме әзерб. Səməd Yusif oğlu Vəkilov
Псевдоним Vurğun
Тыуған көнө 21 март 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Юхары-Салахлы[d], Ҡаҙаҡ өйәҙе[d], Елизаветпольская губерния[d], Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 май 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (50 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе үпкә рагы[d] һәм Яман шеш
Ерләнгән урыны Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
Хәләл ефете Xavər Vəkilova[d]
Балалары Aybəniz Vəkilova[d], Юсиф Самедоглу[d] һәм Вагиф Самедоглу[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Әзербайжан теле
Һөнәр төрө шағир, университет уҡытыусыһы, драматург, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Казахская учительская семинария[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр шиғыр[d], повествовательная поэзия[d] һәм театр пьесаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы народный поэт Азербайджанской ССР заслуженный деятель искусств Азербайджанской ССР 2-се дәрәжә Сталин премияһы 2-се дәрәжә Сталин премияһы Ленин ордены Ленин ордены
 Сәмәд Вурғун Викимилектә

Сәмәд Вурғун (әзерб. Səməd Vurğun; ысын исем-шәрифе — Сәмәд Йусиф улы Вәкилов (әзерб. Səməd Yusif oğlu Vəkilov); 21 март 1906 йыл27 май 1956 йыл) — СССР һәм Әзербайжан шағиры, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Әзербайжан ССР-ының беренсе халыҡ шағиры (1956), Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1945). ике II дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1941, 1942). 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәмәд Вәкилов 1906 йылдың 21 мартында Ҡазах өйәҙенең (хәҙерге Әзербайжан Республикаһы Ҡазах районының) Юғары Салахлы ауылында тыуа. Сәмәдкә 6 йәш булғанда әсәһе вафат була, ул атаһының һәм әсәһе яҡлап өләсәһе Айша ханымдың ҡарамағында ҡала[2]. Земство мәктәбен тамамлағас, 1918 йылда ғаилә Ҡазахҡа күсә, унда Сәмәд һәм берҙән-бер ағаһы Мәһдихан Вәкилов (19021975) бергәләп Ҡазах уҡытыусылыҡ семинарияһына инәләр. 1922 йылда — аталары, тағы бер йылдан өләсәләре вафат була. Мәһдихан менән Сәмәд тураһында хәстәрлек күреү бурысы ике туған апалары Ханғызы Вәкиловаға күсә. Сәмәдтең беренсе әҫәре — «Йәштәргә мөрәжәғәт» шиғыры 1925 йылда «Ени Фикир» (Яңы фекер) тигән Тифлис гәзитендә сыға.

Файл:Самед Вургун с первым азербайджанским Героем Советского Союза Исрафилом Мамедовым. Гянджа, 1941 год.jpg
Сәмәд Вурғун беренсе әзербайжан Советтар Союзы Геройы Исрафил Мәмәдов менән. Гәнжә, 1941 йыл

[3]

Ҡазахтың ауыл мәктәптәрендә, Гәнжәлә һәм Губала әҙәбиәт уҡыта. 2 йыл Мәскәү дәүләт университетында (1929—1930) уҡый, унан һуң уҡыуын Әзербайжан педагогия институтында дауам итә.

1945 йылда Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы итеп һайлана. СССР-ҙың 2—4 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (19461956).

Сәмәд Вурғун 1956 йылдың 27 майында вафат була. Баҡыла Шөһрәтле ҡәберҙәр аллеяһында ерләнә.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Мин үҙемдең ижади бурысым итеп ысынбарлығыбыҙҙың шиғриәтен асыуҙы ҡуям», Сәмәд Вурғун.

Сәмәд Вурғун тәүге тапҡыр «Йәштәргә мөрәжәғәт» тигән шиғыры менән 1925 йылда Тифлистың «Яңы фекер» гәзитендә баҫылып сыға. Шағирҙың тәүге китабы 1930 йылда донъя күрә, ул «Шағир анты» тип атала.[4]

Шағир ижадында Бөйөк Ватан һуғышы айырым урын биләй. Һуғыш йылдарында шағир 60-тан ашыу шиғыр, бер нисә поэма, шул иҫәптән «Баҡы дастаны» тигән поэмаһын яҙа. Ошо йылдарҙа С. Вурғундың шиғри даны арта. «Партизанам Украины» тигән шиғыры баҫылған листовкалар партизандарҙың рухын күтәреү өсөн самолеттан украин урмандарына ырғытыла. 1943 йылда Америкала, һуғышҡа ҡаршы иң яҡшы әҫәрҙәргә конкурста, С. Вурғундың «Напутствие матери» тигән шиғыры ҙур баһа ала. Конкурста донъя шиғриәтенең иң яҡшы шиғырҙары тип табылған 20 шиғыр Нью-Йоркта баҫылып сыға һәм хәрбиҙәр араһында таратыла[3]. Ошо уҡ йылда Баҡыла уның инициативаһы менән хәрби саралар һәм фронтовиктар менән осрашыуҙар үткәреү өсөн Фүзули исемендәге Интеллигенция йорто асыла.

Поэмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Комсомол поэмаһы» (19281956, 1-се өлөшө — 1933)
  • «Ваҡиға» (1932),
  • «Мурадхан» (1933),
  • «Хумар» (1933),
  • «Локбатан» (1933),
  • «Ауыл иртәһе» (1933),
  • «Үлем эскәмйәһе» (1934),
  • «Әсе хәтирәләр» (1935),
  • «Егерме алты» (1935),
  • «Дар ағасы» (1935),
  • «Һәләк булған мөхәббәт» (1935),
  • «Фетнә» (1936),
  • «Колхозсы Басти тураһында һүҙ» (1937),
  • «Дастан Баҡы» (1944)
  • һәм башҡалар

Пьесалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Вәғиф» (1937). Әҫәрендә С. Вурғун Молла Панах Вәғифтең фажиғәле тормошон хикәйәләй
  • «Ханлар» (1939), революционер Ханлар Сәфәралиев тураһында
  • «Фәрхәд вә Ширин» (1941) — Низамиҙың «Хосров вә Ширин» поэмаһы буйынса шиғри драма
  • «Кеше» (1945).

Тәржемәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны Хәвәр ханым Мирзабәкова. Өс бала үҫтерәләр:

  • Улдары: Йусиф Сәмәдоғлу — Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы һәм Вәғиф Сәмәдоғлу — Әзербайжандың халыҡ шағиры.
  • Ҡыҙҙары: Айбәниз Вәкилова — Әзербайжандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Сәмәд Вурғун тураһында әҫәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Речь моего друга Самеда Вургуна на обеде в Лондоне» — Константин Симонов.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1961 — Баҡыла шағирға һәйкәл ҡуйыла (скульптор — Фуад Абдурахманов).
  • 1975 — Баҡыла, әҙиптең эш фатирында, Сәмәд Вурғундың Йорт-музейы асыла. Был йорт-музей Әзербайжанда айырым шәхескә бағышланған тәүге музей була[5].
  • 1976 — композитор Рәүеф Ғаджиев уға арналған кантата яҙа.
  • 1976 — Сәмәд Вурғун хөрмәтенә СССР-ҙың почта маркаһы сығарыла.
  • 2006 — шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Әзербайжандың почта маркаһы сығарыла.

Сәмәд Вурғун исемен йөрөтәләр:

  • Әзербайжан дәүләт рус драма театры
  • Киевта китапхана[6]
  • Болгарияла техникум
  • Дүшәмбелә 257-се мәктәп
  • Мәскәүҙә, Агджабедиҙа һәм Баҡыла урамдар, Әзербайжандың Ҡазах районында ҡала тибындағы ҡасаба (1930-сы йылдарға тиклем Грюнфельд, 1990 йылға тиклем — Калининкенд).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]