Сәриә (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Сәриә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Сәриә исеме бар.
Этимологияһф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәриә (Миңлесәриә) исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, «бәхетле», «миңле», «шишмә», «шат йыр», «аҫыл», «затлы» тигән мәғәнәләргә эйә.[1]Бала бәхетле, шишмә кеүек шат йырлы ғүмерле, аҡыллы, аҫыл зат булып үҫеүен теләп ҡушылған.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы (15 декабрь 1935 йыл — 27 ғинуар 1995 йыл) — табип, йәмәғәтсе. 1959 йылдан «Ишембайнефть» НГДУ-һының медицина-санитария часы һәм ҡала дауаханаһы табибы. Ишембайҙың 10-сы саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.
Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы (24 декабрь 1924 йыл — 25 ноябрь 2000 йыл) — башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
Мәһәҙиева Сәриә Сәмиғулла ҡыҙы (1926—2011), журналист. 1971—2006 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире һәм бүлек мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ибрай ауылынан.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Сәриә» — башҡорт халыҡ йыры.
«Яман Сәриә»-башҡорт халыҡ йыры.
«Сәриә» — башҡорт халыҡ уйыны.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |