Татаров Павел Александрович
Татаров Павел Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 ноябрь 1950 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 11 ноябрь 2016 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Кострома[d] |
Һөнәр төрө | йырсы |
Уҡыу йорто | Нижегородская государственная консерватория имени М. И. Глинки[d] |
Йырсы тауышы | тенор[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Татаров Павел Александрович (24 ноябрь 1950 йыл — 11 ноябрь 2016 йыл) — Рәсәй опера йырсыһы (тенор), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Ҙур театр, Куйбышев балет һәм опера театры солисы, (1982—1991)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Александрович Татаров 1950 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Балалыҡ йылдарын Салауат ҡалаһында үткәрә, бында урта мәктәпте тамамлағас, һуңынан Чита өлкәһендә Совет Армияһында авиацияла хеҙмәт итә.
1971 йылдан Салауат музыка училищеһының вокал бүлегедә уҡый (уҡытыусылары ирле- ҡатынлы Болдырев Андрей Алексеевич һәм Кожевникова Эрна Александровн). Салауат ҡалаһында Нефтехимик мәҙәниәт йортонда эстрада оркестрында йырлай (етәксеһе — Герман Илларионович Глебов). Профессиональ спорт менән шөғөлләнә. Училищены тамамлап бөтмәй, Костромаға күсенә, сөнки Салауатта ике йыл эшләгәндән һуң уның педагогтары Костромаға күсеп китә. 1975 йылда Кострома музыка училищеһын тамамлай. Шунда буласаҡ ҡатыны менән таныша, уның менән 1975 йылда ғаилә ҡора.
1977 йылда Горький дәүләт консерваторияһына уҡырға инә һәм 1982 йылда уны тамамлай (хәҙерге — М. И. Глинка исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт консерваторияһы) (педагогы Крестинский Евгений Григорьевич). Консерваторияның 5-се курсында уҡып, Одесса академия балет һәм опера театрында эшләй (шул уҡ ваҡытта Горький консерваторияһына ирекле йөрөү менән файҙалана). 1982 йылдан — Куйбышев балет һәм опера театрының төп солисы (хәҙер Һамар академия балет һәм опера театры). Тетарҙа эшенең беренсе миҙгелендә (1982—1983 йылдарҙа) 6 төп партияны йырлай. Уның репертуарына театрҙың ағымдағы репертуарының барлыҡ опера партиялары тиерлек инә[1]. 1991 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп китә, унда 1991 йылдан Ҙур театр солисы була, Герман партияһында беренсе тапҡыр сығыш яһай. Илдең төп сәхнәһендә Герман, Каварадосси, Радамес, Фауст, Водемон, Манрико партияларында сығыш яһай. Мәскәүҙә Фрунзе урамында Ҙур театрға бирелгән ҡунаҡхана тибындағы фатирҙа йәшәй, Йырсы сағыу тауышҡа (лирик-драматик тенор), талантлы актерлыҡ талантына эйә була.
Бер үк ваҡытта концерт эшмәкәрлеген алып бара. Уның концерттары репертуарында П. Чайковский, С. Рахманинов, Р. Глиэр, Г. Свиридов, Ю. Шапорин, Ф. Шуберт, Р. Шуман, Э. Григ романстары, неаполитан, испан, рус халыҡ йырҙары циклдары. Йырсы шулай уҡ күп һанлы эстрада репертуары әҫәрҙәрен дә башҡарған[2], эстрада ансамблдәре һәм оркестрҙары менән хеҙмәттәшлек иткән. Советтар Союзы һәм сит илдәр буйынса гастролдәргә (Япония, Германия, Австрия, Швейцария, Чехословакияның) сыҡҡан. Һарытау ҡалаһында Собинов фестивалендә, Болгарияла халыҡ-ара опера һәм балет сәнғәте фестивалендә сығыш яһай. Үҙенең училище үҙе түгел һәм онотмаҫбыҙ. һын да онотмай. 1997 йылда Кострома музыка училищеһының сығарылыш кисәһендә йырлай.
2001 йылда үҙәк телевидениела «Два рояля» тапшырыуында ҡатнаша[3].
2011 йылда, 10-йыллыҡ өҙөклөктән һуң, Түбәнге Новгород опера һәм балет театрында сәхнәлә «Флория Тоска» операһының Каварадосси партияһын башҡара. Ошонан һуң Воронежда сығышы килә, унда «Бал-Маскарад» операһында граф Уорика партияһын башҡара.
2012 йылда Салауат ҡалаһында соло концертын бирә. Был уның сәхнәгә һуңғы сығыуы була.
2012 йылда инсульт кисерә, унан һуң ғүмеренең аҙағына тиклем сәхнәгә кире ҡайта алмай. Кострома ҡалаһында ерләнә.
Вокал партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырсы башҡарған партиялар: Каварадосси («Флория Тоска», Дж. Пуччини), Отелло («Отелло», Дж. Верди), Фауст («Фауст», Ш. Гуно), Радамес («Аида», Дж. Верди), Манрико («Трубадур», Дж. Верди), Хозе («Кармен», Ж. Бизе), Ясон («Медея», Л. Керубини), Канио («Паяцы» Р. Леонкавалло), Туридду («Сельская честь» П Масканьи), Владимир Игоревич («Кенәз Игорь», А Бородин), Лыков («Батша кәләше» Н.Римский-Корсаков), Ленский («Евгений Онегин» П. Чайковский), Водемон («Иоланта» П Чайковский), Герман («Пиковая дама» П. Чайковский) һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (3.08.1987).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың 16 майында Һамар Актерҙар йортонда Павел Александрович Татаровтың хәтер кисәһе үтте[4].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Историко-культурная энциклопедия Самарского края: Персоналии. Со-Я; дополнения / ред.-сост. Н. Д. Курдина.- Самара, 1995.- С. 65-66.
- История в портретах : 75 творческих портретов известных деятелей и артистов Самарского академического театра оперы и балета Выходные данные : Самара: Офорт, 2006:487 с.: ил., портр. ISBN 5-473-001 60-2
- Эрна Сэт, «Памяти Павла Татарова». «Свежая газета. Культура», № 20 (108). 2016 г.
- В. Иванов "И вновь «Пиковая дама». Газ. Волжская коммуна, — . 1990. — 13 октября.
- Газ. Культура. ст. В. Сальниковой, 1990. — № 20. — 13 декабря.
- От «Сказки о царе Салтане» до «Пиковой дамы». — Самарская сцена: Альманах СТД. — Самара, 1992.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Татаров в г. Салавате |
- Союз театральных деятелей РФ (ВТО)
- Вокруг Пиковой дамы. Страницы истории. Новая премьера Самарской оперы.
- Ушёл из жизни Павел Татаров. Самарский академический театр оперы и балета.