Таңғатар (исем)
Таңғатар (Таңатар) — бронғо башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таңғатар (Таңатар) — «таң» һәм «ата» төп башҡорт һүҙҙәрен ҡушыу юлы менән яһалған ир-ат исеме. Таң атҡанда тыуғанды аңлата[1].
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таңғатаров Әхнәф Йыһангир улы (1892 йыл — ?) — яҙыусы. Өфөләге «Ғосмания», Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәләрендә уҡый. Артабан үҙ аллы уҡып, уҡытыусы була. Үзбәкстанда ике йыл эшләгәндән һуң, кире Башҡортостанға ҡайтып, Ҡаңны-Төркәй ауылындағы земство мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.
Таңатаров Марат Әхсән улы (26 декабрь 1937 йыл — 17 март 1997 йыл) — инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1980). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977).
Досымжан Ҡарлыҡ улы Таңатаров (6 май 1975 йыл) — Ҡаҙағстандың эстрада йырсыһы. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (2009). Ҡаҙағстан республикаһы президенты оркестры солисы (2000 йыл). «Дарын» йәштәр дәүләт премияһы лауреаты .
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таңатар (Хәйбулла районы) (рус. Танатар) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл.
Таңатар (Борай районы) Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.
Таңатар ауыл Советы (Борай районы)Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |