Титов Василий Фёдорович
Титов Василий Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 23 март 1911 |
Тыуған урыны | Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 10 ноябрь 2000 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Черновцы, Украина |
Ерләнгән урыны | Черновцы |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Титов Василий Федорович (23 март 1911 йыл — 10 ноябрь 2000 йыл) — 120-се уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (69-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт), өлкән сержант, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Фёдорович Титов [1] 1911 йылдың 23 мартында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы) Покровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. Мәктәптә 4 класты тамамлаған. Үзбәк ССР-ының Фирғәнә өлкәһе Коканд ҡалаһында ҡала электр станцияһы электромонтеры булып эшләй.
1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың апрель айынан хәрәкәт итеүсе армияла.
120-се уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (69-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) өлкән сержант В. Ф. Титов, 1943 йылдың 15 октябрендә, Радуль ауылы (Репкинский өлкәһенең Чернигов районы) районында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда алышта батырлыҡ күрһәтә.
Һуғыштан һуң демобилизациялана. Ауыл хужалығы энергия идаралығында, Черновцы ҡалаһының (Украина) ҡала башҡарма комитетында социаль тәьминәт бүлеге мөдире булып эшләй.
2000 йылдың 10 ноябрендә вафат була. Черновцы ҡала зыяратының почетлы аллеяһында ерләнгән.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«120-се уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (69-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) өлкән сержант Титов, 1943 йылдың 15 октябрендә, Радуль ауылы районында (Чернигов өлкәһенең Репкин районы) десант төркөмө составында Днепр аша сығып, дошман траншеяларына бәреп инә һәм ҡул һуғышында бер нисә гитлерсыны юҡ итә.
Сафтан сыҡҡан рота командирын алмаштыра, дошмандың бер нисә контратакаһын кире ҡағып, полктың башҡа подразделениеларының Днепрҙы аша сығыуына булышлыҡ итә».
1943 йылдың 30 октябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1943)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (30.10.1943)[2];
- Ленин ордены (30.10.1943);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)[3];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (07.10.1943)[4];
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Титов Василий Федорович : Министерство обороны Российской Федерации 2014 йыл 23 февраль архивланған.. Проверено 11 марта 2013. 7 апреля 2013 года.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 59/47, л. 12, 416, 417).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 735, л. 3, 38, 39).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Титов Василий Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
- Титов Василий Фёдорович . «Герои страны» сайты.
- 23 мартта тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 10 ноябрҙә вафат булғандар
- 2000 йылда вафат булғандар
- Украинала вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бишбүләк районында тыуғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар