Токугава сёгунаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сёгунат Токугава
江戸幕府
Флаг Герб
Флаг Герб

 
 
 
 
1603 — 1868
Баш ҡала

Киото (формально), Эдо (де-факто)

Телдәр

японский

Дин

буддизм, синтоизм

Идара итеү формаһы

вотчинная монархия (де-юре),
сёгунат (военная диктатура) (де-факто)

Династия

Токугава

Сёгун Японии
 • 16031616

Токугава Иэясу (первый)

 • 18661868

Токугава Ёсинобу (последний)

Тарихы
 • 1603

Создание

 • 21 октября 1600

Битва при Сэкигахаре

 • 22 января 1615

Осада Осаки

 • 1635

Указ Сакоку

 • 29 марта 1868

Битва Хокуэцу

 Токугава сёгунаты Викимилектә

Токугава сёгуна́ты (япон. 徳川幕府 Токугава бакуфу), йәки Сёгуна́т Э́до (япон. 江戸幕府Эдо бакуфу?), — Японияла феодаль хәрби хөкүмәт. УғаЯпонияның Токугава ырыуынан сегун Токугава Иэясу 1603 йылда нигеҙ һалған. Сегунат 1868 йылға тиклем ике ярым быуаттан ашыу йәшәй. Был осор Япония тарихында Японияның баш ҡалаһы Эдо (хәҙер Токио) ҡалаһы исемле Эдо осоро атамаһы аҫтында билдәле. Сегунаттың ставкаһы Эдо замогында булған.

Файл:TokugawaMausoleum.jpg
Тәүге ие Токугава сегундарының Коя-сандағы кәшәнәһе

Власҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Япония тарихы
Токугава Иэясу - Эдола сегунатҡа нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе башлығы.

Феодаль тарҡаулыҡ осоронан һәм Сэнгоку Дзидай Осорондағы ("Һуғышыусы провинциялар дәүере") төрлө кенәзлектәр араһында барғанграждандар һуғыштарынан, Япония ҡабаттан берҙәм дәүләткә берләшә. Быға Ода Нобунаги һәм Тоетоми Хидэеси (Атзути-Момояма осоронда) ҙур тырышлыҡ менән үҙ өлөшөн индерә. 1600 йылда Сэкигахар алышынан һуң Японияла юғары власть Токугава Иэясуға күсә. Ул 1603 йылда сегун титулы ала һәм ошоноң менән Японияның берләшеү процесын тамамлай. Ул сегундар династияһына нигеҙ һалыусы булып тора Токугава Иэясу башлаған сегундар династияһы XIX быуат уртаһына тиклем дауам итә. Дошмандары менән алыштарҙа Иэясу һәр саҡ еңә, ә уларҙың ерҙәрен үҙенә ала, шуға күрә власҡа килеү мәленә ул Японияның иң эре феодалы була. Бынан тыш, күп кенә эре ер биләүселәрҙең ҡиммәтле металдар табыу приискыларын да ул үҙенә тартып ала, был тармаҡта ул монополист була. Уға рәсми рәүештә бойондороҡһоҙ статусын һаҡлаған Осака, Сакаи и Нагасакиҡалалары ла буйһона. 1605 йылда ул сегун титулын үҙенең Хидэтаде исемле улына тапшыра Хидэтаде әммә власты бөтә тулылығында үҙенең вафатына тиклем һаҡлап ҡала. Үҙенең хәрби һәм иҡтисади йәһәттән өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, Иэясу тыныс йәшәй алмай. Уның күп һанлы дошмандары элекке хакимдың улы — Хидэери янында берләшә. Улар христиан илдәре ярҙамында түңкәрелеш әҙерләй. Әммә Иэясу уларҙың ниәттәреналдан күреп белгәнлектән, 1615 йылда дәғүәсеһенең Осакалағы юғары ставкаһын тар-мар итә: бөтә заговорсылар тиерлек үлтерелә, ә Хидэери үҙ үҙенә ҡул һалыуюлы менән үҙе ғүмерен өҙә. Был язанан һуң илдә күптән көтөлгән тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ хөкөм һөрә.

Социаль структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иэясу иң тәүҙә ил менән идара итеү системаһын яйға һала. Император һәм уның яҡындары власҡа ҡайтыу мөмкинлеген тулыһынса юғалта. Хәҙер илдә сегун хаким булып тора: уның беренсе министры баш кәңәшсе һәм бәлиғ булмаған Токугава вариҫтарының регент ролдәрен башҡара. Был вазифа тайро исемен йөрөтә . Административ функцияларҙы башҡарыуҙа киләһе звено булып ҡала аҡһаҡалдар советы — родзю тора. Улар сегун менән бары тик собаери - хакимдың үҙенсәлекле камергерҙары аша ғына аралашҡан. Бынан тыш Осака, һәм Киото кеүек эре ҡалаларҙа үҙ аллы хаким вазифаһы — гундай булдырыла.

Японияның дүрт ҡатламы һүрәте

Йәмғиәт 4 ҡатламға бүленгән: самурайҙар, крәҫтиәндәр, һөнәрселәр һәм сауҙагәрҙәр. Бынан тыш, үҙ маргиналдары ла булған: эта (парийҙар), хинин (ярлылар, һунарсылар, ҡасҡын крәҫтиәндәр һәм берәҙәк артистар). Һәр ҡатлам өсөн үҙ-үҙеңде тотоу кодексы билдәләнгән, уны үтәмәү ҡәтғи тыйылған. Төп ҡатлам — яугир -самурайҙар, улар бөтә халыҡтың ундан бер өлөшөн тәшкил иткән һәм бик күп өҫтөнлөктәргә эйә булған. Ике ҡылыс тағыу самурайҙың статусын күрһәткән айырмалы билдә. Токугава осороноң башы булып самурайлыҡтың сәскә атҡан осоро тора. Түбәнге ҡатлам вәкиле яңылыш ишара яһаһа, самурай уны шул урында уҡ язалау хоҡуғына эйә булған. Шул уҡ ваҡытта самурайҙар һуғыш менән генә шөғөлләнә һәм башҡа бер ни ҙә эшләй белмәй, ә бындай ҙур самурай армияһын тыныс шарттарҙа тотоу сегунатҡа бик ҡиммәткә төшә, шуға күрә тиҙҙән самурайлыҡ бөлгөнлөккә төшә башлай. Үҙенә аҡса эшләргә мәжбүр булыусылар йә ялланма кеше үлтереүселәр — ронингә әйләнгән, йә юлбаҫарҙар булып киткән, йә булмаһа, төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштереп, чиновник йәки сауҙагәргә әйләнгән. Самурайҙарҙың күбеһе хәрби сәнғәт нигеҙҙәрен уҡытыуҙа үҙен таба: мәктәптәр асыла, унда абруйлы ғаиләләрҙән сыҡҡан малайҙарҙы хәрби сәнғәткә, шулай уҡ специфик «Бусидо» кодексына өйрәтәләр. Эшһеҙ-урынһыҙ ҡалған самурайҙар бындай хәл менән килешергә теләмәй, һөҙөмтәлә токугава режимына элекке данын һәм өҫтөнлөктәрен кире ҡайтарырға тырышҡан рониндар ихтилалын баҫтырырға тура килә. Дөйөм алғанда, токугава хакимлығы аҙағына тиклем йәмғиәттә сағыштырмаса тотороҡлолоҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә.

Ҡала халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Токугава осоронда ҡалала халҡы социаль системала иң түбәнге баҫҡыстарҙы биләй. Уларға иң элек «ко» — һөнәрселәр, һәм «се» — сауҙагәрҙәр ҡарай. Эске сауҙа үҫеше, транспорт һәм төрлө провинциялар араһындағы бәйләнештең үҫеше иҫке ҡалаларҙың үҫеүенә һәм яңыларының — сәйәси һәм иҡтисади тормош үҙәктәренең — барлыҡҡа килеүенә килтерә. Японияла токугава осорондағы эре ҡалалар ун ете була, улар араһында Эдо, Осака, Киото, Сакаи, Нагасаки айырым урын биләй . Тик Осакала ғына сауҙагәрҙәр, императорға ла (Киото), Сегунатҡа ла (Эдо) ҡарамайынса, ҡаршылыҡһыҙ үҫешә алған.

Эдо осороноң типик йорто

Ҡеүәтле ҡабунаҡама (сауҙагәрҙәрҙең профессиональ берләшмәләре) һәм һөнәрселек союздары (дза) Осаканы дайдокоро тимәк, илдең» кухняһы" исемен алған төп иҡтисади үҙәккә әйләндерә. Осакала Японияның төп баҙары була, унда бөтә илдән (дөгө, ебәк, кизе-мамыҡ туҡымалар, лаклы әйберҙәр, фарфор ҡағыҙ, балауыҙ һ. б.) төрлө продукция туплана. Аҡса киң таралыу ала бара. Теге йәки был тауар төрөн етештереү буйынса төбәктәр махсуслаша: төньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш Кюсю фарфор һәм кизе-мамыҡ туҡымалар етештергән, Киото һәм Нара райондары- парча, ебәк туҡымалар, саке, металдан һәм лактан изделиелар, Нагоя һәм Сэто — керамика һәм фарфор, Нагано - ебәкселек өсөн сеймал етештергән. Шулай итеп, барлыҡҡа килгән берҙәм баҙар илдең иҡтисади кимәлдә берләшеүенә булышлыҡ итә. XVII быуатта япон производствоһының айырым тармаҡтарында беренсе мануфактуралар барлыҡҡа килә, был феодаль дәүерҙең тамамланасағы тураһында һөйләй.

Эдо осорондағы япон сауҙагәре йортоноң интерьеры

Һөнәрселәргә килгәндә, уларҙың хәле сауҙагәрҙәр хәленә ҡарағанда ауырыраҡ булыуы менән айырылып тора. Әгәр сауҙагәрҙәр, иҡтисади ҡеүәтен арттыра барып, аҡрынлап сәйәси ваҡиғаларға йоғонто яһай башлаһа, һөнәрселәрҙең бойондороҡло хәле һаҡлана. Һөнәрселәр монополияға эйә булған, аныҡ иерархияға эйә булған һәм нәҫел буйынса профессиональ күнекмәләр биргән цехтарға ойошторолған. Хөкүмәт уларҙың эшмәкәрлегенә төрлө сикләүҙәр индергән, сығарылған продукцияны һәм уның баҙарға сығыуын ентекле күҙәткән.

Был осорҙа ҡала халҡында яңы ҡатлам-интеллигенция барлыҡҡа килә, ул юғары власть ҡатламының үҫешенә төрлө яҡлап ҡамасаулаған.

Элеккесә ҡаланың бойондороҡһоҙ статусы өсөн көрәш дауам итә. Япония ҡалалары үҙенең хоҡуҡи хәле буйынса өс категорияға бүленә, шуларҙың икәүһе-хужа була: хоҡуҡтары һәм иректәре хөкүмәт тарафынан бер ниндәй гарантияға ла эйә булмаған һәм төрлө осраҡта ла хөкүмәтткә буйһонғансегунат һәм кенәз биләмәләре. Японияла ирекле бер нисә генә ҡала булған. Уларға XVI быуатта уҡ тышҡы сауҙала үҫешкән һәм байыған Сакаи, Хаката ҡалалары һәм сит ил кешеләре менән һатыу иткән сауҙа үҙәге Нагасаки, шулай уҡ илдең "кухняһы" Осака ҡарай.. Әммә улар ҙа сегун чиновниктары контроле аҫтында була. Сауҙагәрҙәр һәм һөнәрселәр бындай ғәҙелһеҙлек менән көрәшергә тырыша, улар бергәләп сегунат власына ҡаршы торорға һәләтле ҡеүәт туплаған. Сауҙа-ростовщиклыҡ капиталының үҫә барыуы сегунды кабунакам статусын рәсми танырға, йәғни формалашып килгән буржуазияның артабанғы көсәйеүен танырға мәжбүр итә.

Мәҙәниәт, ижтимағи фекер һәм дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кабуки театры актерын һүрәтләгән укие-э гравюраһы.

Японияла Токугава власы урынлашыу менән фәйләсуф Чжу Си инпретацияһында конфуций идеялары киң таралыу ала. Был идея ғәмәлдәге тәртиптең тотороҡлоғон, кесе йәштәгеләрҙең өлкәндәргә мотлаҡ буйһоноуын һәм сегунат властарының ғәмәлдәрен аҡлаған башҡа идеалдарҙы яҡлай. Идара итеү режимы ярҙамында чжусианлыҡ тиҙҙән илдең рәсми дини тәғлимәте позицияларын биләй.

Дәүерҙең тағы ла бер тенденцияһы-милләтселек идеяларын үҫтереү. Әгәр башта был өлкәлә эҙләнеүҙәр тыныс характерҙа булһа һәм үҙ-үҙен милли идентификация эҙләүгә генә йүнәлтһә, һуңыраҡ улар япон өҫтөнлөгөнөң агрессив теорияһына әйләнә. Мәҫәлән, ярһыу милләтсе Һәм синтоист Ямаг Соконың хеҙмәттәрендә япон милләтенең айырмалығы, уның континенталь мәҙәниәттәрҙән, атап әйткәндә Ҡытайҙан, үҙаллылығы һәм бойондороҡһоҙлоғо асыҡ пропагандалана. Уның фекерләүҙәре япон милләтселәренең артабанғы тикшеренеүҙәренә йүнәлеш бирә.

Ҡалалар үҫеше һәм ҡала халҡының илдең ижтимағи тормошона йоғонтоһо көсәйеүе менән уларҙың идеологияһын формалаштырыу кәрәклеге барлыҡҡа килә. Практик этиканан торған сингаку тәғлимәтенең барлыҡҡа килеүен тап ошо билдәләй. Ярашлы сингаку үҙеңдең интеллектың, һаҡсыллыҡтың һәм эшһөйәрлектең ярҙамында байлыҡҡа һәм сәскә атыуға өлгәшергә мөмкин булды. Был ҡиммәттәр хәҙерге заман япондарының менталитетын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.

Ул ваҡыттағы мәктәптең тағы бер йәмәғәт фекеренең ағымы күк-гаку була. Был маҡсатта боронғо япон яҙмаһы ҡомартҡыларын өйрәнеү буйынса эш башҡарыла, унда илдең үҙенсәлекле үҫеш юлының үҙенсәлектәрен асыҡлау планлаштырыла. Был хәрәкәттең инициаторҙарының береһе Хирата Ацутанэ була, ул япон халҡының бөтә рухи ихтыяждарына тап килгән боронғо япон дине булараҡ синтоизм позицияларын әүҙем яҡлаған. Үҙенең «Ҡиммәтле ептәр» тигән хеҙмәтендә ул бөтә япондарҙың туғанлығын, уларҙың илаһи сығышын, тимәк, башҡа расаларҙан өҫтөн булыуын иғлан итә. Был тәғлимәт, идара итеүсе ҡатламдан башҡа, йәмғиәттең бөтә ҡатламдарында ла популяр була. Уның артабан таралыуына ҡамасаулау маҡсатында сегун илдең берҙән-бер дине итеп чжусиан динен иғлан итә, ә ҡалғандарын закондан тыш ҡуя. Әммә феодаль аң тарҡалыу һәм бөтә социаль ҡатламдар тарафынан бойондороҡһоҙлоҡ алыу процестарын туҡтатыу мөмкин булмай. Һөҙөмтәлә милләтселек идеяларының үҫеше Токугава йортоноң ҡолауын алдан билдәләгән факторҙарҙың береһе була.

Японияны изоляциялау (сикләү)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сюинсэн 1634 йыл. Европа елкәнле кәмәләре һәм руле ярҙамында идара ителгән, ҡоралында.6-8 пушка булған

Элекке хаким Тоетоми Хидэеси кеүек үк, Иэясу башҡа илдәр менән сауҙа итеүҙе хуплай, әммә сит ил кешеләренә бик шикләнеп ҡарай. Башта ул Эдоны төп порты, итергә уйлай әммә һуңыраҡ, европалылар Кюсю утрауындағы порттарға өҫтөнлөк биргәнде һәм Ҡытай уның рәсми сауҙа пландарын кире ҡаҡҡанын аңлағас, ул ғәмәлдәге сауҙаны контролдә тотоуҙы көсәйтергә ҡарар итә һәм аныҡ порттар аша ғына билдәле тауарҙар менән сауҙа итергә рөхсәт бирә (сакоку сәйәсәте). 1604 йылда Иэясу бойороғо буйынса көнбайыш дайме караптары һәм сит илдәрҙә сауҙа итеүсе Сакаи менән Нагасаки ҡалалары һатыу итеүселәре рәсми лицензия — ҡыҙыл мисәттәр менән грамоталар алырға тейеш була сюин (япон. 朱印?) уларҙың караптарын диңгеҙ пираттарының караптарынан айырылып торған. Лицензиялы караптар сюинсэн тип аталған һәм улар Тайвань, Макао һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның төрлө төбәктәрендә әүҙем рәүештә сауҙа итә алған. Сит илгә сығып, унда урынлашҡан япондар тәүге япон сауҙа колонияларын барлыҡҡа килтергән ниппон-мати (япон. 日本町«японские города»?). XVII быуат башына диңгеҙ аръяғы япондарының һаны яҡынса 10 000 кеше тәшкил итә. Улар араһында иң билдәлеһе Ямада Нагамаса була, уғаСиам короле юғары чиновник титулы биргән.

Дэдзима утрауында голландтар

Хөкүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эдо замогының Сакурадамон ҡапҡаһы, Токугава хөкүмәте резиденцияһы

Сегунат һәм провинциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1727 йылғы Япония картаһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]