Туп уйындары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Теннис туптары
Туплы хоккей уйнау өсөн туптар

Туп уйындарытуп ҡулланылған спорт һәм башҡа төр уйындар. Уларҙың күбеһендә тупты ҡаршы яҡ командала уйнаусылар туҡтата, тотоп ала алмаҫлыҡ итеп ташлау йә иһә уны кире һуғыу, башлыса ҡул һәм аяҡ йә ниндәйҙер уйын ҡоралдары ярҙамында тупты билдәле бер төрлө итеп йүнәлтеү, мәҫәлән баскетболда кәрзинкәгә ташлау, футбол һәм хоккейҙа ҡапҡаға индереү уйынсыларҙың төп маҡсаты итеп ҡуйыла.

Популяр туп уйындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйындарҙың ҡағиҙәләрендә билдәләнгән төп маҡсаттарға нигеҙләнеп, туп уйындарын бер йәки бер нисә категорияға индереп ҡарарға мөмкин. Бер-береһенә оҡшаш булғандар йыш ҡына боронғо бер үк уйындан килеп сыҡҡан була. Ошондай категорияҙы түбәндәге миҫалдар аныҡ күрһәтә:

  • Гол индерелергә тейешле уйындар — туп ҡапҡаға инергә йәки башҡа сәпкә тейергә тейеш. Бындай уйындар иҫәбенә, мәҫәлән, америка футболы, футбол, туплы хоккей, үләндә хоккей уйнау, һыуҙа туп уйнау (водное поло), поло (һыбай туп уйнау), баскетбол, гандбол һәм пушбол.
  • Тупты сетка аша ташларға кәрәт булған уйындар — туп ҡаршы ярышыусы яғына ул тота йә кире бәрә алмаҫлыҡ итеп ташланырға йә һуғылырға тейеш. Мәҫәлән, волейбол, теннис, өҫтәл теннисы.
  • Тупҡа таяҡ менән һуғыла йәки тупты таяҡ менән һуғып осора торған уйындар — һуғыусы ниндәйҙер билдәләнгән урынға (сәпкә) йүгереп барып етерлек итеп тупты һуғып осорорға тейеш. Мәҫәлән, бейсбол, крикет, ҡаҡма туп (лапта).
  • Һәр уйынсы тупты сәпкә тейҙерергә тейеш — туп сәпкә мөмкин тиклем аҙ һуғыу (бәреү) һөҙөмтәһендә тейергә йә бер һуғыуҙа мөмкин тиклем күберәк сәпкә тейергә тейеш. Мәҫәлән, гольф, боулинг.
  • Позицияның төгәллегенә өлгәшеү уйындары: мәҫәлән, петанк, боулз, бочче.
  • Еңеүселәр һәм еңелеүселәр булмаған уйындар. Улар бары тик рәхәтлек алыу, күңел асыу, мәрәкә һәм уйын-көлкө өсөн ойошторола. Миҫалдар — Бирмала популяр булған чинлон һәм Япониялағы кэмари уйындары. Түңәрәктә торған уйынсыларҙың маҡсаты — ҙур булмаған тупты башлыса аяҡтар менән типкеләп, уны ергә төшөрмәй, мөмкин тиклем күберәк ваҡыт һауала тотоу.

Туп шулай уҡ спорттың уйын булмаған төрҙәрендә лә, мәҫәлән, художестволы гимнастикала ҡулланыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туплы гимнастик уйын цивилизацияға күптән аяҡ баҫҡан халыҡтарҙа ла, шулай уҡ мәҙәни донъянан ситтәрәк ҡалған ваҡ халыҡтарҙа ла ( Төньяҡ Америка индеецтары, Австралияла йәшәүселәр) осрай. Үҙәк Америкала тлачтли тип йөрөтөлгән туп уйыны таралған булған. Уның улама тигән хәҙерге заман төрөн индеецтар әле лә әүҙем уйнай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]