Төньяҡ Америка тарихы
Төньяҡ Америка тарихы | |
Төньяҡ Америка тарихы Викимилектә |
Төньяҡ Америка тарихы унда йәшәгән халыҡ менән бәйле ваҡиғалар тураһында һөйләй. Африка, Европа һәм Азиянан айырмалы рәүештә, Төньяҡ Америка континентында ярайһы уҡ һуң — яҡынса 15 000 йыл элек йәшәй башлайҙар[1]. Бәлки, тәүге юл ярыусылар Беринг боғаҙы аша сығып, көньяҡтан (ацтектар, майя) төньяҡҡа табан ҙур территорияла төпләнгәндәр.Тәбиғи изоляция арҡаһында төрлө общиналар үҙ мәҙәниәттәрен булдыра.
Бөйөк географик асыштар дәүерендә европалылар Америка тураһында белеп ҡалалар һәм уның төньяҡ, шулай уҡ көньяҡ өлөшөнә баҫып ала башланылар. Юл ярыусы Христофор Колумб булып тора, ул Яңы донъяны яулау инициаторы була. Континент Бөйөк Британия, Франция һәм Испания мәнфәғәттәре киҫелешенә нигеҙ була. Ресурстар тирәһендәге конфликт бер нисә һуғышҡа һәм һөҙөмтәлә АҠШ менән Мексиканың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш барышында революцияларға килтерә. 1867 йылда Канада конфедерацияһы булдырыла һәм дөйөм алғанда континенттың хәҙерге сәйәси образы барлыҡҡа килә.
XIX быуаттан XX быуатҡа тиклем дәүләттәр берләшә: ирекле сауҙа, хәрби союздар, мексикандарҙың күсенеүе барлыҡҡа килә.
Континент булдырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америкаға күсенеү процесы бәхәстәр һәм тикшеренеүҙәр предметы булып тора. Бер версия буйынса, Америкаға беренсе кешеләр Берингия аша Себер менән Аляска араһында килә. АҠШ-та палео-һинд һәйкәлдәренең иң ҙур тупланмаһы Алабаманың төньяғында осрай. Был һәйкәлдәрҙән стратиграфик йәһәттән иң ҡыҙыҡлыһы — Стэнфилд-Уорли ҡая торлаҡтары, унда һуңғы Литиктан алып Миссисипи осорона тиклем ҡатламдар эҙмә-эҙлелеге күҙәтелә.[2].
Төньяҡ Америка Колумб осорона тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европалыларға тиклем Төньяҡ Америка ҡәбиләләренең күпселеге ҡәбилә-ырыу системаһының төрлө баҫҡыстарында торған[3].
Аляска штатындағы Севард ярымутрауында 1 мең йыллыҡ бронза һәм тимер артефакттар табыла, был көнсығыш азиаттарҙың Америка (Аляска) менән бәйләнешен күрһәтә[4][5][6].
Европалылар континентта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә бәйләнештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа менән Американы Атлантик океан айырғанға күрә, елкәнле караптар үҙләштереүгә тиклем үҙ-ара эш итеүе ауыр була. Легендаларҙың береһе буйынса, скандинав штурманы Лейф Эрикссон Америкалағы Баффин Ере районында булған[7].
Колонизациялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуат башында Төньяҡ Америка территорияһында европалылар разведка һәм сауҙа менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, Горн морононан Алып Нью-Мексикоға тиклем территорияға хужа булған Испания ҙур дивидендтар ала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ The Human Journey: Migration Routes . National Geographic Society. (1996–2008). Дата обращения: 6 октябрь 2014. Архивировано 18 октябрь 2014 года.
- ↑ Wolfgang Haberland Amerikanische Archäologie. — Darmstadt: Wissenschaftliche Buchgesellschaft, 1991. — ISBN 3-534-07839-X.
- ↑ Гуляев В. И. Америка и Старый Свет в доколумбову эпоху / Отв. ред. д-р ист. наук А. Л. Монгайт. Академия наук СССР.. — М.: Наука, 1968. — 184 с. — (Научно-популярная серия). — 25 000 экз.
- ↑ Evidence of Pre-Columbus Trade Found in Alaska House, 2015. Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано 29 декабрь 2019 года.
- ↑ Evidence of Eurasian metal alloys on the Alaskan coast in prehistory, 2016. Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано 29 декабрь 2019 года.
- ↑ Учёные: жители Азии знали об Америке за столетия до Колумба . Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано 13 август 2016 года.
- ↑ Сага о гренландцах . Дата обращения: 18 сентябрь 2014. Архивировано 26 ноябрь 2013 года.