Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улы
| Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1920 |
| Тыуған урыны | Сыңғыҙ ауылы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
| Вафат булған көнө | 1997 |
| Ерләнгән урыны | 1-се Эткол |
| Хәрби звание | рядовой |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улы (1920 йыл — 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны ҡылыссыһы[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоҙабай Лоҡман улы Ураҙбаев 1920 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында[1] тыуған. 1942 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия) дивизияһында хеҙмәт итә: 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы. Алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылда ике тапҡыр иң юғары хәрби һалдат наградаһы — «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Һуғыштан яраланғандан һуң 1944 йылда ҡайта.
1997 йылды Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында вафат була һәм шунда ерләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улының исеме Башҡортостандың Баймаҡ районы буйынса Хәтер китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- УРАЗБАЕВ (Разбаев) Кудабай (Худабай) Лукманович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Уразбаев Кудабай Лукманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)