Эстәлеккә күсергә

Факил (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Факил — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.

Факил исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе — депутат, вәкил[1]

Мырҙаҡаев Факил Сәлих улы (14 ноябрь, 1950, БАССР-ҙың Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылы) — яҙыусы, тәржемәсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Журналистар союзы ағзаһы (1979), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997).

Факил Миңнемөхәмәт улы Сафин — псевдоним Факил Әмәк, 1954 йыл. 2 ғинуар, Әмикәй ауылы, Мөслим районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, Рәсәй Совет Социалистик Республикаһы, СССР һәм Рәсәй, татар яҙыусыһы, шағир, журналист. Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2021)[2]

Әһлиуллин Факил Вәлиулла улы — урмансылыҡ белгесе, ауыл хуҗалығы фәндәре докторы (1983), профессор (1987), Мари Республикасының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урмансыһы (1999)[3]

Атаһының исемендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айытов Валерий Факил улы (26 ғинуар 1955, Ҡыҙыл Шишмә (Нуриман районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй педагог-методисы. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2006).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ