Эстәлеккә күсергә

Майкл Фарадей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фарадей Майкл битенән йүнәлтелде)
Майкл Фарадей
ингл. Michael Faraday
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]
Тыуған көнө 22 сентябрь 1791({{padleft:1791|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3][1][4][…]
Тыуған урыны Ньюингтон-Баттс[d], Саутуарк[d][5]
Вафат булған көнө 25 август 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[6][1][4][…] (75 йәш)
Вафат булған урыны Лондон, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d][7]
Ерләнгән урыны Хайгейтское кладбище[d][8]
Атаһы Джеймс Фарадей[d][3][5]
Әсәһе Margaret Hastwell[d][9]
Бер туғандары Robert Faraday[d]
Хәләл ефете Сара Барнард[d][8][5]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө физик, химик, уйлап табыусы, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө физика, химия, электромагнетизм[d][10] һәм discoveries and inventions[d][10]
Эш урыны Королевский институт[d]
Ғилми дәрәжә honoris causa[d][3] (1832)
Аспиранттар Джон Тиндаль[d]
Уҡыусылар Чарлз Джозеф Хюлльмандель[d]
Кемдә уҡыған Гемфри Дэви[d]
Әүҙемлек урыны Англия[10]
Архивы хранятся в Universiteitsbibliotheek Gent[d][11] һәм ETH Zurich University Archives[d][12]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d][3], Пруссия фәндәр академияһы[d], Леопольд Академияһы, Швеция король фәндәр академияһы[d], Француз фәндәр академияһы[d], Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d], Венгрия фәндәр академияһы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Нидерланд король фәндәр академияһы[d], Америка фәлсәфә йәмғиәте[d][13], Италия милли фәндәр академияһы[d], Парижская медицинская академия[d], Бавария фәндәр академияһы[d], АҠШ фәндәр милли академияһы[d], Турин фәндәр академияһы[d][7] һәм Австрийская академия наук[d][14]
Йоғонто яһаусы Гемфри Дэви[d] һәм Джейн Марсе[d][15]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Michael Faraday
 Майкл Фарадей Викимилектә
Фарадей асыҡ лекция үткәрә.

Майкл Фарадей (ингл. Michael Faraday [ˈfæ.rəˌdeɪ]; 22 сентябрь 1791 йыл — 25 август 1867 йыл) — инглиз физигы һәм химигы.

1824 йылдан донъялағы иң боронғо (1660 йылда ойошторолған) һәм Бөйөк Британияның төп фәнни ойошмаһы Лондон король йәмғиәте һәм башҡа күп ғилми ойошмалар, шул иҫәптән 1830 йылдан Рәсәй империяһының Санкт-Петербург Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы.

Хәҙерге заманда электрҙы сәнәғәт етештереүҙең һәм уны күп төрлө ҡулланыуҙың нигеҙен тәшкил иткән электромагнит индукцияһын нәҡ Майкл Фарадей аса. Шулай уҡ ул Электр двигателенең тәүге өлгөһөн эшләй. Ғалимдың башҡа асыштары исемлегендә — беренсе трансформатор, электр тогының химик тәьҫире, электролиз закондары, магнит яланының яҡтылыҡҡа тәьҫире (Фарадей эффекты), диамагнетизм. Электромагнит нурланышын алдан әйтеүсе лә ул була[16]. Ион, катод, анод, электролит, диэлектрик, диамагнетикттар һәм диамагнетизм, парамагнетиктар һәм парамагнетизм, шулай уҡ тағы ла ҡайһы бер башҡа төшөнсәләрҙе ғилми әйләнешкә Фарадей индерә[17].

Майкл Фарадей — электромагнит яланы тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы[16], уны һуңыраҡ математика күҙлегенән Джеймс Максвелл рәссмиләштерә һәм артабан үҫтерә. Электромагнитлы күренештәр физикаһына Фарадейҙың индергән теоретик өлөшө үҙенең милләттәш физигы Исаак Ньютон нигеҙләгән алыҫ һәм яҡын тәьҫир принцибынан баш тартыуҙан һәм физикала хәҙер киң ҡулланылған «физик ялан» — вектор яланының көс һыҙыҡтары менән тотошлайға тулған һәм матдә менән үҙ-ара тәьҫир итешкән арауыҡтың өҙлөкһөҙ өлкәһе — төшөнсәһен ғилми әйләнешкә индереүҙән ғибәрәт[18].

Майкл Фарадей 1791 йылдың 22 сентябрендә Ньюнгтон-Баттсе[19] (хәҙерге Ҙур Лондонда) тыуған.

Уның атаһы Лондон эргәһендәге биҫтәлә бай булмаған тимерсе булған. Өлкән ағаһы Роберт та тимерсе булып китә, Майклдың фәнгә ынтылышын хуплай һәм тәү осорҙа матди ярҙам итә. Фарадейҙың әсәһе, белем алмаған булһала, эшһөйәр аҡыллы ҡатын була, улы уңыштарға өлгәшеп танылыу алған көнгә тиклем йәшәй һәм уның хаҡды рәүештә менән ғорурлана. Ғаиләнең ҙур булмаған килеме Майклға урта мәктәпте тамамларға мөмкинлек бирмәй, 13 йәштән гәзит-китап таратыусы булып эшләй. 14 йәшендә китап кибетенә китап төпләүсе булып эшкә керә. Оҫтаханала ете йыл эшләү дәүере үҫмергә ҡосөргәнешле уҙаллы белем алыу йылдарына әйләнә. Был ваҡытта Фарадей үҙе төпләгән физика, химия буйынса фәнни хеҙмәттәрҙе, «Британ энциклопедияһы» быйынса мәҡәләләрҙе уҡып сығы, унда яҙылған эксперименттарҙы өйөндәге лабораторияла үзе эшләгән электростатик приборҙарҙа эшләп ҡарай.

Ҡала философия йәмғиәтендә физика һәм астрономия буйынса лекциялар тыңлау һәм бәхәстәрҙә ҡатнашыу Фарадей тормошонда мөһим этапҡа әйләнә. Аҡсаны (бер лекция өсөн бер шиллинг) ағаһынан ала. Лекцияларҙа Фарадей яяңы таныштар таба, артабан улар менән хат алыша. Һөйләү телмәрендә ҡыҫҡалыҡ һәм аҙ һүҙлелеккә ирешеү өсөн ораторлыҡ һөнәрен өйрәнә.

Короллек институтында эшләй башлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәш егеттең фәнгә ынтылышына иғтибар итеп, 1812 йылда китап төпләү өҫтаханаһына йомош менән килеүсе Лондон короллеге йәмғиәтенең ағзаһы Дено, күп химик элементтарҙы асыусы химик һәм физик Г. Дэви лекцияларына билет[20] бүләк итә. Майкл ҡыҙыҡһынып тыңлай, һәм дүрт лекцияны ентекләп яҙып, китап итеп төпләп, Короллек институтына эшкә алыуҙарына үтенес яҙыуы менән профессор Дэвиға ебәрә. Ошо «бәләкәй һәм ҡыйыу аҙым», Майкл һүҙҙәре буйынса уның яҙмышын хәл итә. Профессор йәш кешенең киң белеменә һайран ҡала. Инситутта буш урын булмай һәм уның үтенесе бер нисә айҙан ҡәнәғәтләндерелә.

1813 йылда Дэви Фарадейҙы химик лабораторияға эшкә ала. Ошо ваҡытта профессор һәм уның ҡатыны менән Европаның фәнни үҙәктәре буйлап сәйәхәт итә. Был сәйәхәттең мөһимлеге шунда: ул Дэви менән күп лаборатирияларҙа була һәм А. Ампер, М. Шеврель, Ж. Л. Гей-Люссак кеүек ғалимдар менән таныша. Ғалимдар йәш инглизлының һәләтенә иғтибар итәләр.

Тәүге үҙаллы тикшереүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фарадей лабораторияла һынау үткәрә

1815 йылда Короллек институтына әйләпеп ҡайтҡас Фарадей үҙаллы тикшереүзәр өҫтөндә эшләй. 1816 йылда физика һәм химия буйынса лекциядар уҡый, ошо уҡ йылда тәүге хеҙмәте нәшер ителә. 1820 йылда ҡорос менән никель иретмәһе буйынса бер нисә һынау үткәрә. Был эш тутыҡмай торған ҡорос уйлап табылды, тип билдәләнә һәм ул ваҡыттағы металлургтарҙы ҡыҙыҡһындыра.

1821 йылда токтың магнит тирәләй һәм магниттың ток тирәләй хәрәкәте тураһында хеҙмәттәрен нәшер итә һэм ғөмүмән 40-ҡа яҡын хеҙмәт яҙа.

1824 йылда шыйыҡ хәлдә хлор алыуға ирешә, ә 1825 йылда, XX быуатта төрлө инсектицидтарҙа файҙаланылған, гексохлоран синтезлай.

Әкренләп электромагнетизм менән мауыға башлай. 1820 йылда Х. Эрстед электр тогының магнит көсө барлығын асҡас, Фарадей электр һәм магнит менән мауыға. 1822 йылда көндәлегендә «магнитизмды электрға әйләндерергә» тигән яҙма барлыҡҡа килә. 1831 йылда электр үткәргес сым магнит майҙанында хәрәкәт иткәндә электр тогы барлыҡҡа килә, йәғни электромагнит индукцияһы тигән күренеште аса.

1832 йылда яңы фән бүеге электрохимия нигеҙендәге электрохимик закондарҙы аса.

Короллек йәмғиәтенә һайланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1824 йылда Дэви менән мөнәсәбәте боҙола, уның ҡаршылығына ҡарамаҫтан Фарадейҙы Короллек йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлайҙар. Шуға ҡарамаҫтан, Дэви иң әһәмиәтле асыш «Фаралей асышы» тип билдәләй, ә Фарадей Дэвины «бөйөк кеше» тип иҫәпләй. Бер йылдан һуң Короллек институтының лаборатория директоры итеп билдәләнә, 1827 йылда кафедра профессоры итеп тәғәйенләнә.

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118531921 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Гершун А. Л. Фарадей, Михаил (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXV. — С. 299—301.
  4. 4,0 4,1 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  5. 5,0 5,1 5,2 J. T-l. Faraday, Michael (ингл.) // Dictionary of National Biography / L. Stephen, S. LeeLondon: Smith, Elder & Co., 1885. — Vol. 18. — P. 190—202.
  6. Faraday, Michael (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911.
  7. 7,0 7,1 https://www.accademiadellescienze.it/accademia/soci/michael-faraday (итал.)
  8. 8,0 8,1 Oxford Dictionary of National Biography (ингл.) / C. MatthewOxford: OUP, 2004.
  9. Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  10. 10,0 10,1 10,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  11. http://www.archiefbank.be/dlnk/AE_6524
  12. http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/3957ccb80f7e48bd99d3c1673d65868a
  13. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  14. https://www.biodiversitylibrary.org/item/89120#page/227
  15. Faraday, Michael, 1791-1867 // Biodiversity Heritage Library — 2006.
  16. 16,0 16,1 Советский энциклопедический словарь. — 2-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1982. — С. 1392. — 1600 с.
  17. Цейтлин З., 1939, с. 296, 303
  18. Радовский М. И., 1936, с. 107—108
  19. Frank A. J. L. James, ‘Faraday, Michael (1791—1867)’, Oxford Dictionary of National Biography, Oxford University Press, Sept 2004; Jan 2008
  20. http://www.krugosvet.ru/enc/nauka_i_tehnika/fizika/FARADE_MAKL.html

Хеҙмәттәре

  • Фарадей М. Силы материи и их взаимоотношения. М.: ГАИЗ, 1940.
  • Фарадей М. Экспериментальные исследования по электричеству. В 3 т. М.: Изд. АН СССР, 1947, 1951, 1959.