Эстәлеккә күсергә

Фараджов Фаяз Гасым улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фараджов Фаяз Гасым улы
Fərəcov Fəyyaz Qasım oğlu, Фәрәҹов Фәјјаз Гасым оғлу
Тыуған ваҡыты

1921

Тыуған урыны

Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Масаллы районы, Гасымлы ауылы

Үлгән ваҡыты

19 май 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Вафат урыны

Әзербайжан, Масаллы районы, Гасымлы ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

19411945

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Фараджов Фаяз Гасым улы (әзерб. Fərəcov Fəyyaz Qasım oğlu , 1921 йыл — 19 май 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, һуғыш ветераны.[1]. Дин тәғлимәтен өйрәнеүсе һәм таратыусы.

Фараджов Фаяз Гасым улы 1921 йылда, Әзербайжан ССР-ы, Ленкоран өйәҙенең Гасымлы ауылында тыуған. 1941 йылда Масаллы районы хәрби комиссариаты тарафынан Совет Армияһы сафына саҡырыла. Ростов өлкәһенең Прохладный ҡалаһында урынлашҡан хәрби часта хеҙмәт итә башлай. 1941 йылда Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша. 1942 йылда Харьков эргәһендәге Изюм ҡалаһы өсөн алыштарҙа башы ҡаты яраланып, әсирлеккә эләгә. Әсирлектә Сталино һәм Штранц ҡалаларындағы лагерҙарҙа була. Уларҙа 4-5 ай тотолғандан һуң Италияға оҙатыла. 1944 йылдың 14 ноябрендә СССР Хөкүмәтенең 10-сы ҡарарына ярашлы, Инглиз командованиеһы тарафынан илгә ҡайтарыла һәм 21 ноябрҙә Алыҫ Көнсығышҡа эшкә ебәрелә. Унда 1947 йылдың апреленә тиклем эшләй. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтып дин буйынса уҡыта башлай, Ҡөрьән дәрестәре бирә. Әзербайжан, урыҫ һәм ғәрәп телдәрен яҡшы белә. Оҙайлы ауырыуҙан һуң 1998 йылдың 19 майында Әзербайжан Республикаһы, Масалли районы, Гасымлы ауылында вафат була. Ауыл зыяратында ерләнгән.[2]. [3].

  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы,
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы,
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл» миҙалы,
  • II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены.[4],[5],[6]
  1. Фараджев Фаяз Касым-оглы. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 февраль 2018. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  2. “Almanlar öz ordusunun sirrini satan sovet əsgərlərini güllələyirdi” (әзерб.). [1]. Дата обращения: 8 май 2019. Архивировано 8 май 2019 года. 2019 йыл 27 май архивланған.
  3. Rəşadətli döyüş yolu keçən azərbaycanlı (әзерб.). [2]. Дата обращения: 6 сентябрь 2019. Архивировано 6 сентябрь 2019 года. 2019 йыл 7 сентябрь архивланған.
  4. Məmmədağa Şiriyev. «Masallıdan qələbəyədək». Masallı 2018. 147—148 səh.
  5. II Dünya müharibəsindən 80 il ötür... (әзерб.). [3]. Дата обращения: 21 апрель 2019. Архивировано 2019-21-04 года.
  6. Dərbənd qəzeti (әзерб.). [4]. Дата обращения: 21 июнь 2019. Архивировано 2019-21-06 года.(недоступная ссылка)