Эстәлеккә күсергә

Фатиха (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фатиха — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән мосолман ҡатын-ҡыҙ исеме.

Фатиха — асыусы, башлаусы мәғәнәһенә эйә; еңеүсе, хәйер-доға; ҡөрьәндең беренсе сүрәһе исеме[1].

Фатиха Абузова (19 июнь 1934 йыл) — инженер-механик, нефть һәм газ технологиялары өлкәһендә ғалим, техник фәндәре докторы (1977 йыл), профессор (1979 йыл), РСФСР‑ҙың (1985), Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Фатиха Аитова, Фатиха Ғәбделвәли ҡыҙы Аитова (Яушева) (1866 йыл1942 йыл) — хәйриәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Ҡазанда мосолман ҡыҙҙары өсөн үҙ аҡсаһына донъяуи мәктәп асыусы һәм етәксе (1907 йыл — 1918 йыл).

Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Әминевтың «Фатиха» тигән китабы. Өфө, «Китап» Унда яҙыусының һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм юморескалары тупланған

Әсхәл Әхмәт-Хужа «Фәтиха» шиғыры

Баймаҡ районы Ишбирҙе Мәҙәниәт йортоноң «Фәтиха» йыр һәм фольклор ансамбле[2]

Әл-Фатиха сүрәһе — Ҡөрьән Кәримдең 1 сүрәһе. Мәккәлә бишенсе булып һәм бар аяттары ла бер ваҡытта иңгән беренсе сүрә. 7 аяттан, 29 һүҙҙән, 139 / 142 өндән (хәреф) тора. Китапты асыу ), башҡорт телендә Әл-Фәтихә. Иң киң таралған сүрә, һәр намаҙҙа мотлаҡ уҡыла.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ