Федулёв Иван Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Федулёв Иван Петрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1737
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Уральск
Вафат булған көнө 23 декабрь 1803 (4 ғинуар 1804)
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Лифлянд губернаһы, Пярну[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Иван Петрович Федулев (1737 йыл — 11 (23) декабрь 1803 йыл) — Яйыҡ казагы, Пугачев полковнигы, Е. И. Пугачёвты властарға тотоп биреүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе.

Ихтилалға 1774 йылдың ғинуарынан ҡушыла. Апрель уртаһына тиклем Яйыҡ ҡаласығында гарнизон башлығы подполковник Симонов һәм капитан Крылов етәкселегендә һаҡланған Михаил-Архангел соборын ҡамауҙа ҡатнаша. Баш күтәреүселәр 1774 йылдың 15 апрелендә Быковка йылғаһы эргәһендәге алышта генерал Мансуров бригадаһынан еңелгәндән һуң, атаман Овчинников, каратель экспедицияһы эҙәрлекләүенән ҡасып, Федулев та булған казактар отрядын Ырымбур далалары һәм Көньяҡ Урал тау алдарынан үткәреп, 7 майҙа Магнит ҡәлғәһе эргәһендә Пугачевҡа алып барып ҡуша. Шул ваҡыттан ул баш күтәреүселәр ғәскәре менән Урал, Кама һәм Волга буйлап походтарҙа ҡатнаша. Июлдә Пугачевтан полковник дәрәжәһе ала[1].

1774 йылдың август уртаһында Федулев баш күтәреүселәр полковниктары Ф. Чумаков һәм И. Творогов менән бергә Пугачевҡа ҡаршы заговор ойоштора башлай. 25 августа Ҡара Ярҙа Солеников ватагаһы эргәһендәге алышта еңелгәндән һуң, Волганы аша сыҡҡан казактарҙың ваҡ отрядтарға бүленеүенән файҙаланып, заговорсылар 8 сентябрҙә Оло Үҙән йылғаһы янында Пугачевты бәйләй һәм бер аҙнанан һуң уны Яйыҡ ҡалаһына алып килә. Ноябрҙә башҡа казактар менән бергә генераль тәфтиш үтеү өсөн Мәскәүгә килтерә. Судтың хөкөм ҡарары менән 1775 йылдың 9 ғинуарында Лифляндия губернаһына ғүмерлек һөргөнгә ебәрелә һәм шунда 1803 йылдың 11 (23) дпекабрендә вафат була[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]