Эстәлеккә күсергә

Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Флүзә Хәйруллина битенән йүнәлтелде)
Флүзә Хәйруллина
Исеме

Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы

Тыуған көнө

7 февраль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баҡалы районы Яңы Ҡорос ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРЭстония Эстония

Эшмәкәрлеге

«Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе

Наградалары һәм премиялары
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)
Салауат Юлаев ордены

Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы (7 февраль 1960 йыл) — журналист, педагог, йәмәғәтсе. Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда эшләп килеүсе «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).

Эстониялағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе Флүзә Хәйруллина улы Илнур менән

Сығышы менән Башҡортостандың Баҡалы районы Яңы Ҡорос ауылынын, Ҡазан дәүләт университетының татар журналистикаһы факультетын тамамлаған[1].

Флүзәнең ире моряк була, Советтар Союзы заманында, 1986 йылда улар Эстония диңгеҙ пароходсылығына йүнәлтмә буйынса эшкә китә. Бында Хәйруллиндарҙың ҡыҙҙары Эльвира һәм улдары Илнур тыуа. Ғаилә башлығы эше барышында хәбәрһеҙ юғалғас, тол ҡалған ҡатын балаларын яңғыҙы тәрбиәләй. Эльвира, Оксфорд колледжын тамамлап, университета уҡый.

Алған һөнәре буйынса эшкә урынлашырға мөмкинлек булмағанлыҡтан, Флүзә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Тиҙ арала эстон телен өйрәнә һәм русса һөйләшкән тәрбиәләнеүселәрен эстонсаға өйрәтә башлай. Артабан тырыш ханым инглиз, немец һәм ғәрәп телдәре буйынса үҙенең һөйләшеү оҫталығын камиллаштыра.

Эстония башҡалаһында беренсе татар мәктәбен ойоштороусы[1].

Флүзә өҙҙөрөп баянда уйнай һәм матур итеп йырлай. Эстонияла бер генә башҡорт саралары ла Флүзәһеҙ үтмәй[2].

Уның балалары эстон телен белә. Улы Илнур хисле итеп ҡурайҙа уйнай.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылда, башҡорт халҡының милли батыры, сирек быуат ғүмерен Эстонияның Рогервик (хәҙерге Палдиски ҡалаһында каторгала үткәргән Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, тынғыһыҙ Флүзәлә Эстонияның профессиональ йырсыларынан башҡорт телендә йырҙар йырлатыу теләге тыуа. Халҡыбыҙҙың тынғыһыҙ вәкиле эстон йырсыһы Виллу Валдмааны башҡортса йырларға күндерә һәм уны быға яҡшылап өйрәтә. Һөҙөмтәлә, эстон егете башҡорт телендәге бер нисә йырҙы ныҡлап үҙләштерә һәм, Башҡортостанға килеп, үҙебеҙҙә һирәгерәк башҡарылған халыҡ йырҙарын сәхнәнән яңғыратып, тамашасыларҙы хайран итә. Был ғына түгел, Виллу Валдмаа Флүзә Хайруллина менән Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың Фәриҙә Ҡудашева исемендәге халыҡ-ара «Дуҫлыҡ моңо» конкурсында бер нисә тапҡыр ҡатнашып, махсус призға лайыҡ була. Флүзә Хәйруллина тәҡдиме менән Башҡорт дәүләт филармонияһының хор капеллаһы үҙ сиратында эстон йырҙарын даими репертуарына индерә.

«Ағиҙел» мәҙәни ойошмаһы һәм уның етәксеһе Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы башланғысы менән милли батырыбыҙҙың тыуыуына 206 йыл тулыу айҡанлы Таллинда «Эстония помнит: Салават Юлаев» тигән китап нәшер ителде. Баҫмаға яугир шағирҙың бер шәлкем әҫәре индерелгән. «Уралым» шиғыры башҡортса, ә ҡалғандары эстон һәм рус телдәрендә. Ғалимдар Инга Гвоздикова менән Виктор Сидоровтың тарихи хеҙмәттәренән, «1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы», «Пугачев ихтилалы» китаптарынан өҙөктәр, Эстонияның Тарту ҡалаһы милли архивының батыр һәм уның атаһы Юлай Аҙналинға ҡағылышлы документтар күсермәләре урын алған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» драмаһы эстон һәм рус телдәрендә баҫылған. Уны эстонсаға Таллин университетының эстон филологияһы факультетында уҡыған Илнур Хәйруллин тәржемәләгән. Йыйынтыҡты шулай уҡ Эстонияла Салауат батыр рухына арнап үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙан фотоһүрәттәр биҙәгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошондай күп яҡлы һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөн 2007 йылда Флүзә Хәйруллина «Башҡортостандаң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, ә 2015 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[4][5].