Эстәлеккә күсергә

Фәйзрахман (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Фәйзрахман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Фәйзрахман исеме бар.

Фәйзрахман ғәрәп теленән ингән, Фәйез + Рахман һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем. Шәфҡәтле, мәрхәмәтле тигәнде аңлата[1].

Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (24 март 1955 йыл) — рәссам, 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).

Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы (2 декабрь 1925 йыл — 1998 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил районы комитетының беренсе секретары, 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. КПСС-тың XXIV (1971) һәм XXV (1976) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының 7-11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашыусы.

Ярышев Фәйзрахман Абдрахман улы (28 июль 1941 йыл — 7 февраль 2005 йыл) — режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).

Ибраһимов Фәйзрахман Хөсәйен улы (1900 йыл — 10 ноябрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.

Фәйезов Фәйзрахман Вәлетдин улы (16 декабрь 1921 йыл — 19 октябрь 1998 йыл) — БАССР-ҙың Шишмә районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Бөйөк Ватан һуғышы яугире.

Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы (1925 йыл — 2009 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, сержант, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған. Һөнәре — агроном.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ