Эстәлеккә күсергә

Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хакимьян Ахметгалин битенән йүнәлтелде)
Әхмәтғәлин Хәкимйән
Рәхимйән улы
Тыуған ваҡыты

15 июнь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Тамъян-Ҡатай кантоны, Сәфәр ауылы

Үлгән ваҡыты

19 июль 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (21 йәш)

Вафат урыны

Латвия, Лудза крайы, Рунданы ҡасабаһы янында

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

19421944

Хәрби звание
Өлкән сержант
Өлкән сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Дан ордены
Дан ордены
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы (15 июнь 1923 йыл — 19 июль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яугиры, Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1945).

1923 йылдың 15 июнендә (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 1924 йылдың 10 майында[1]) Башҡортостан АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Сәфәр ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Тулы булмаған урта белемле.

Учалы районы «Октябрь» колхозында тракторсы булып эшләй.

1942 йылдан Ҡыҙыл Армияла, Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә. Курск дуғаһында, Смоленщинала, Прибалтикала алыштарҙа ҡатнашҡан.

1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Өлкән сержант Хәкимйән Әхмәтғәлин 2-се Прибалтика фронты 3-сө удар армияһы 219-сы Идрица уҡсылар дивизияһы 375-се уҡсылар полкы 1-се уҡсылар ротаһында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 10 июленән взвод командиры булып китә. Әхмәтғәлин взводының яугирҙары, командование бойороғон үтәп, бер нисә тапҡыр дошмандың тылын үткән һәм совет артиллерияһы утын радио аша төҙәткән. Шундай бер алыш барышында, взвод Псков өлкәһе территорияһындағы оборона өсөн уңайлы булған бейеклекте (убаны) биләй һәм һаны 50 кешенән ашыу немец подразделениеһының бер нисә контрһөжүмен кире ҡаҡҡан. Әхмәтғәлин взводының яугирҙары немецтарҙың күбеһен юҡ иткән һәм 18 дошман һалдатын әсирлеккә алған. 15 июлдә взвод тағы бер мөһим бейеклекте биләгән һәм дошмандың бер нисә контрһөжүмен кире ҡаҡҡан, бейеклектең барлыҡ битләүҙәре немец һалдаттарының үле кәүҙәләре менән ҡапланған, Әхмәтғәлин взводының яугирҙары убаны һаҡлап ҡалыуға ирешкән[2].

1944 йылдың 17 июлендә батальонға немец частары тупланған Латвияның Рунданы (Рундены) ҡасабаһын алыу заданиеһы бирелә. Дивизия командиры полковник Коваленко өлкән сержант Әхмәтғәлинға, взводы менән фронт һыҙығы аша үтеп, Сунуплява бейеклегендә нығынып, совет артиллерияһының иҫке костел янында тупланған немец ғәскәрҙәренә, техникаһына һәм сигенеүсе дошманды ут аҫтында тотоу заданиеһын ҙур ышаныс менән йөкмәткән. Хәким Әхмәтғәлин командалығындағы разведчиктар отделениеһы, фронт һыҙығы аша үтеп, Савино ауылы янынан артабан урман һәм һаҙлыҡ аша тәғәйенләнгән бейеклек битләүенә килеп еткән һәм, уны һаҡлаусы пулемётсыны юҡ иткәс, Сунуплява (144,0) бейеклегенә менгән. Бынан бөтә тирә-яҡ яҡшы күренгән һәм развечиктар рация аша немецтарҙың дислокациялау урынын штабҡа хәбәр иткән. Тиҙҙән совет артиллерияһы билдәләнгән урын буйынса дошманға ҡаршы ут асҡан, һөҙөмтәлә немецтарҙың техникаһы һәм һалдаттары юҡ ителгән. Был ваҡытта дошмандар, улар артынан күҙәтеп, мәғлүмәт биреүсе разведчиктарҙың 144,0 бейеклегендә урынлашыуын аңлағандар. Немецтар бер туҡтауһыҙ миномёт һәм артиллерия уты менән бейеклекте штурмлай башлаған. Хәким Әхмәтғәлин ҡаты алыш булырын аңлаған, шунлыҡтан разведчиктар взводы составында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — радист Зина Кувалдинаны фронт аша үҙ ғәскәрҙәре яғына ҡайтарып ебәргән. Отрядҡа төп көстәр килгәнсе бейеклекте һаҡларға бойоролған, сөнки уны алып немецтар совет ғәскәрҙәре һөжүменә ҡәтғи ҡамасаулай алған. Көслө ут аҫтында тығыҙ сылбыр барлыҡҡа килтереп, немецтар бейеклеккә һөжүмгә күскән, әммә шунда уҡ уларҙы пулемёт уты туҡтатҡан. Бер-бер артлы һөжүмдәр кире ҡағылған. Убаның битләүе үле немец һалдаттары һәм офицерҙарының кәүҙәләре менән ҡапланған, һәм совет артиллерияһы сигенеүсе дошманға туп-тура атыуын дауам иткән. Үлтерелгән немец пулемётсыһының траншеяһын Урун Абдулаев биләгән, артабаныраҡ Фёдор Ашмаров һәм Василий Андронов урынлашҡан. Түбә янындағы йәш имән янында Пётр Сыроежкин менән Матвей Чернов, ә көнбайыш битләүҙәрҙә Михаил Шкураков менән Яков Шакуров оборона тотҡан. Тукубай Тайгараев бәләкәй күлдән йөҙ метр алыҫлыҡтағы уңайлы позицияны биләгән. Чутак Уразов немецтарға крәҫтиән кәртәһенән атҡан. Ә етеҙ өлкән сержант Хәкимйән Әхмәтғәлин йә унда йә бында йөрөп үҙенең һалдаттарын дәртләндергән, бер минутҡа ла туҡтамаған алыш менән оҫта һәм аныҡ етәкселек иткән. Яҡындағы Сунуплява ауылының йорттары янған, ҙур юғалтыуҙар менән немец һалдаттары төркөмө Чутак Уразов урынлашҡан крәҫтиән кәртәһенә яҡынлаша алған, уны ҡамап алып үлтергәндәр. Ике аяғы яраланған Михаил Шкураковты шулай уҡ дошман автоматсылары ҡамаған, шулай ҙа үлер алдынан ул йүгереп килгән немецҡа атып өлгөргән. Тигеҙ булмаған алыштың беренсе көнө аҙағында взвод командиры Хәким Әхмәтғәлин мина ярсығы менән үлемесле яраланған. Күп ҡан ҡойған разведчиктарҙың командиры йәш имәнгә шыуышып барып еткән һәм үҙенең һалдаттарына үлер алдынан былай тип әйткән: «Бирешмәгеҙ, ныҡ тороғоҙ, ҡәрҙәштәр, тиҙҙән беҙҙекеләр киләсәк…». Пётр Сыроежкин һуңғы тын алышына, һуңғы патронына тиклем дошман менән һуғышырға вәғәҙә иткән. Шулай итеп 144,0 бейеклеге өсөн алыштың беренсе көнө тамамланған. Взвод составында 7 кеше иҫән ҡалған, шуларҙың тик алтыһы һуғыша алған. Дүрт яра алған Василий Андронов хәрәкәт итә алмаған. Патрондар бөтөп барыуына ҡарамаҫтан, яугирҙар икенсе көндө лә уба өсөн көрәште дауам иткән. Немецтар йәнә бер туҡтауһыҙ һөжүм иткән, әммә бейеклекте алыуға ирешә алмаған. Дошман снайперы Матвей Черновты атып үлтергән, һәм көнбайыш битләүҙә немецтарға Пётр Сыроежкин бер үҙе ҡаршы торған, үткәрмәгән. Фёдор Ашмаров мина ярсығынан һәләк булған. Төшкә ҡарай тик дүрт һалдат иҫән булған. Сунуплява күле яғынан бер нисә тиҫтә немец һөжүмгә күскән, һәм бер нисә яра алған Тукубай Тайгараев улар менән алышҡа ингән. Патрондары бөткәс, ул граната тотоп дошмандар ҡаршыһына битләү буйлап аҫҡа ҡарай йүгергән. Граната шартлағандан һуң бер нисә немец һәм Тайгараев үҙе һәләк булған. Хәҙер бейеклекте тик өс кеше генә һаҡлаған, уларҙың патрондары бөтөп барған. Урун Абдулаев менән Яков Шакуров, үлгән дошман һалдаттары һәм офицерҙарының ҡоралы менән патрондарын алыр өсөн, алғараҡ барған, уларҙы автоматтан ҡыҫҡа сиратлы атыуҙар менән Пётр Сыроежкин ҡаплаған. Немецтар артиллериянан атҡан, снарядтарҙың береһе Шакуров менән Абдулаев араһына эләккән, ул Шакуровты шунда уҡ үлтергән, ә Абдулаев контузия алып битләүҙә иҫһеҙ ятҡан. Немецтар инде убаны тик бер генә кеше һаҡлай икәненә төшөнмәгән, Пётр Сыроежкиндың бер грантаһы менән өс патроны ғына ҡалған, был тағы ла бер нисә немецты үлтерергә мөмкинлек биргән. Сунуплява бейеклегенең түбәһендә мина шартлаған, һөҙөмтәлә Сыроежкин һәләк булған. Шулай итеп, сержант Хәкимйән Әхмәтғәлиндың разведчиктар взводы үҙ ғүмерҙәрен аямай командование приказын үтәгән. 119-сы дивизияның яугирҙары развечиктарҙы ҡотҡарыу өсөн күп көс түккән, әммә ярҙам бик һуңлап килгән. Немецтар тик төн етеү алдынан ғына убаға менгән, әммә инде һуң булған: сөнки совет ғәскәрҙәре бик тиҙ яҡынлашҡан. Һөҙөмтәлә немец командованиеһы Рунданы улусынан сигенеү тураһында бойороҡ сығарған[3].

1945 йылдың 24 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы, өлкән сержант Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улына, үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы званиеһы бирелгән. Ошо уҡ юғары звание уның взводы составында Сунуплява бейеклеген һаҡлаған төрлө милләттәге 10 яугирға бирелгән: Андронов Василий Антонович (урыҫ), Сыроежкин Пётр Константинович (урыҫ йәки украин), Чернов Матвей Степанович (сыуаш), Ашмаров Фёдор Иванович (сыуаш), Уразов Чутак (үзбәк йәки тажик), Тайгараев Тукубай (ҡырғыҙ), Абдулаев Урунбай (ҡараҡалпаҡ йәки үзбәк), Шакуров Яков Савельевич (керәшен татары), Шкураков Михаил Ермилович (урыҫ), Ҡарабаев Тишебай (үзбәк). Шуларҙың өсәүһе иҫән ҡалған. Ҡаты яраланған Андроновты икенсе часть санитарҙары тапҡан. Яраланған һәм контузияланған Абдуллаев немецтарға әсиргә эләккән һәм тик 16 йыл үткәс уға бүләктәрен ҡайтарғандар. Ҡарабаев алыштың киҫкен ваҡытында ҡурҡҡан һәм әсирлеккә бирелгән, шул сәбәп менән 1952 йылдың 28 июнендә уның званиеһын тартып алғандар.

Сунуплява бейеклегендә һәләк булғандар яу яланында ерләнгәндәр, ә 1947 йылда уларҙың ҡалдыҡтары Лудза ҡала паркында күсерелеп ерләнелгән[4].

Өлкән сержант Хәкимйән Әхмәтғәлин отделениеһының ҡаһарманлығы тураһында совет һалдаттары фронт гәзите аша белгәндәр[5].

  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[6][7]
  • Ленин ордены (24.03.1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (03.08.1944)[8]
  • III дәрәжә Дан ордены (16.03.1944)[9]
  • Ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (31.01.1943[10]; 17.07.1943[11]; 03.12.1943[12])
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (13.10.1943[13])
  • Учалы ҡалаһы (Хәкимйән Әхмәтғәлин урамы), Сәфәр һәм Учалы ауылдарының урамдары уның исемен йөрөтә.
  • Учалы районы Сәфәр ауылында бюст (авторы — З. Р. Басиров һәм мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[14][15].
  • Латвияның Лудза ҡала паркында мемориал — Хәкимйән Әхмәтғәлин ерләнгән урын[16]. Туғыҙ Советтар Союзы ерләнгән ҡәрҙәштәр ҡәбере өҫтөнә ҡурған өйөлгән һәм 1963 йылда «Ҡайғылы әсә» һәйкәле (скульпторы — Я. Зариньш, архитекторы — В. Айзупиете) ҡуйылған. Һәйкәл нигеҙендә ерләнгән яугирҙарҙың исемдәре яҙылған иҫтәлекле плиталар урынлаштырылған[17]
  • Латвияның Лудза крайы Рунданы ҡасабаһы янында Икенсе донъя һуғышында Сунуплява бейеклегендә төрлө милләттәге 11 герой иҫтәлегенә мемориаль ансамбль ҡуйылған (авторы — А. Дрипе)[18].
  1. http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/17654-khm-t-lin-kh-kimj-n-r-khimj-n-uly(недоступная ссылка) Башҡорт энциклопедияһы)
  2. Шендрик В. Память героев — бессмертна. — Рига: Лиесма, 1975.
  3. Маршал Советского Союза Ерёменко А. И. Годы возмездия. 1943—1945. — М.: «Финансы и статистика», 1985. — С. 256—261.
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  5. Фронт гәзите ошолай билдәләп үткән:

    «Отвага сержантов и бойцов не знает предела. Только советские люди, воспитанные партией, могут совершить подвиг, равный подвигу десяти героев из роты старшего лейтенанта Павла Новайдарского. Получив приказ отрезать противнику путь отхода, эта горстка храбрецов под командованием старшего сержанта Ахметгалина и сержанта Сыроежкина проникла далеко во вражеский тыл, захватила высоту, контролировавшую перекрёсток дорог, по которым отходили немцы, и не пропустила врага. Десять героев отразили бесчисленное количество атак, уничтожили более двухсот фашистов и перепутали все планы отхода немцев на этом участке фронта»

  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  11. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  12. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  13. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  14. Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Герои страны» сайты.
  15. Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Герои страны» сайты.
  16. Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Герои страны» сайты.
  17. Воинская братская могила в парке города Лудзы // Русское Общество в Латвии.
  18. Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы. «Герои страны» сайты.
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа, 1965—1985. — Т. в 5 кн..