Эстәлеккә күсергә

Фәйзуллин Хисаметдин Шәрип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хисаметдин Фәйзуллин битенән йүнәлтелде)
Хисаметдин Шәрип улы Фәйзуллин
Тыуған көнө

1890({{padleft:1890|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы) Атйетәр ауылы

Вафат булған көнө

1 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Тормош иптәше

Е. В. Фәйзуллина

Наградалары һәм премиялары

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Фәйзуллин Хисаметдин Шәрип улы (1890 — 1 март 1938) — хәрби эшмәкәр. Сәйәси золом ҡорбаны.

Хисаметдин Шәрип улы Фәйзуллин 1890 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы) Атйетәр ауылында тыуған[1]. Милләте башҡорт[2].

Йәш сағынан Троицк ҡалаһында ялланып эшләй. Троицкиҙағы рус мәктәбенең өс синыфын тамамлай. Әрмегә алынып, Ырымбур казак полкында хеҙмәт итә[1].

Граждандар һуғышы башланғас, Башҡорт армияһына мобилизациялана. 1919 йылдың февралендә тиф менән ауырып китә. 1919 йылдың йәйендә йәнә башҡорт ғәскәре составында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт запас частарында хеҙмәт итә башлай[1].

1920 йылдың йәйендә Совет-поляк һуғышында ҡатнашҡан Муса Мортазиндың кавалерия бригадаһына ебәрелә. Бында 27-се Башҡорт кавалерия полкы командирының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә, һуңыраҡ ошо кавалерия полкы менән командалыҡ итә башлай. 1920 йылдың көҙөндә Семен Петлюраның ғәскәрен ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Волочиск янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була[1].

Һуғыш тамамланғас, 2-се Башҡорт кавалерия полкы менән етәкселек итә. 1921 йылдың мартында яңы ойошторолған 17-се башҡорт эскадроны командиры итеп тәғәйенләнә. 1921 йылдың ноябренә тиклем Румыния сигендә хеҙмәт итә. 1921 йылдың көҙөнән 7-се Червонный казак кавалерия полкы командирының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].

1926—1927 йылдарҙа Ленинградта Юғары кавалерия мәктәбендә уҡый, һуңынан Куйбышев ҡалаһында Ҡыҙыл Армияның команда составы курстарын тамамлай. Новочеркасск ҡалаһында полк мәктәбе начальнигы булып хеҙмәт итә. Башҡорт АССР-ы Осоавиахимында (хәҙерге РОСТО) хәрби әҙерлек начальнигы вазифаһын башҡара[1].

1937 йылдың 9 октябрендә ҡулға алына, 1938 йылдың 1 мартында атыла. 1957 йылдың 18 февралендә аҡлана[2].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — С. 200–202. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
  2. 2,0 2,1 Файзуллин Хисаметдин. Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан.
  • Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — 105 бит. — 39-41 биттәр.