Хожув

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хожув
пол. Chorzów
ФлагГерб
POL Chorzów flag.svgChorzów herb.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1257
Рәсми атамаһы Chorzów
Дәүләт Польша
Административ-территориаль берәмек Силезское воеводство[d]
Халыҡ һаны 111 536 кеше (2013)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 352 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d] һәм UTC+02:00[d]
Туғандаш ҡала Изерлон һәм Термоли
Милке Stadion Ruchu[d]
Сиктәш Катовице, Свентохловице[d], Руда-Слёнская[d], Бытом[d], Семяновице-Слёнске[d] һәм Пекары-Слёнске[d]
Майҙан 33 240 000 квадратный метр
Почта индексы 41-500 ... 41-506
Рәсми сайт chorzow.um.gov.pl
Категория с картами на Викискладе Maps of Chorzów
Commons-logo.svg Хожув Викимилектә

Хожув (пол. Chorzów [ˈxɔʐuf], сил. Chorzůw, 1799-1884 йылдар һәм 1939-1945 йылдарҙаКёнигсхютте (нем. Königshütte [ˈkøːnɪçshʏtə]), 1884-1922 йылдарҙаКёнигсхютте-Обершлезиен, 1922-1934 — Крулевска-Хута) — Польшаның Силезия воеводствоһындағы ҡала. Илдең Чехия менән сигенең төньяғына табан 50 км-ҙа,Катовицаның төньяҡ-көнсығышында 6 км-ҙа Силезия ҡалҡыулығында, Үрге Силезия күмер бассейны сиктәрендә урынлашҡан. Сәнәғәт һәм тимер юл узелы үҙәге. Хожув Үрге Силезия башҡала союзындағы үҙәкрайондарҙың береһе. Был мегаполиста 2 миллион кеше йәшәй. Ул Силезия ҡалҡыулығында Раво (Висла йылғаһы ҡушылдығы) йылғаһы янында урынлашҡан.

Wolka.jpg

Хожувтағы Силези сстадионының 100 километр арауығында туғыҙ миллион кеше йәшәй 600 км. Алты Европа илдәренең баш ҡалалары: Берлин, Вена, Прага, Братислава, Будапешт һәм Варшава- унан 600 км-ҙа тора.

Халҡы — 113,7 мең кеше (2008).

Сәнәғәтендә ҡара металлургия, машиналар эшләү, химия, быяла, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тармаҡтар бар

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хожув 1934—1939 йылдарҙа Хожув, Крулеска Хута, Нове Хайдуки һәм Хайдуки Вельки ҡалаларының бергә ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән. Иң иҫке ҡала атамаһы берләшкән яңы ҡалаға бирелә[1].

Исеменең этимологияһы билдәһеҙ. Хожув атамаһы беренсе тапҡыр 1136 йылда Папа Иннокентий II тарафынан Зуерстар документында крәҫтиән ауылы сифатында телгә алына, был ауылда ике көмөш сығарыу шахтаһы һәм ике ҡунаҡхана булған. Тағы бер урында Хожув — Кокша йәки Коча тип атала һәм ул 1198 йылда Иерусалим Патриархы документында телгә алына[1].

Хожув ауылынан 1797 йылда көньяҡ-көнбайышта төҙөлгән сәнәғәт һәм торлаҡ биләмәһе поляктар тарафынан Полювск-Хут йәки немецтар тарафынан Хожув (Königshütte) тип аталған, ике исем дә «Король тимер эштәре» тигәнде аңлата. Шул тиклем тиҙ үҫешкәнлеге арҡаһында 1868 йылда ауылға ҡала статусы бирелә. Бөгөн был район Хожув I йәки был Хожув-Място тип атала, йәғни Хожувский үҙәге тигәнде аңлата[2].

Хайдук киэтимологияһы немец телендә: Хайде үлеме) йәки һаҙлыҡ тигәнде аңлата, полякса бандиттар мәғәнәһен аңлата. 1627 йылда беренсе тапҡыр телгә алына һәм «Обер Хайдук» һәм «Нидер-Хайдук» булараҡ 18-се быуатта картала күрһәтелә[3]. Һуңғараҡ барлыҡҡа килгән Хайдуки Вельки һәм Новей Хайдуки бөйөк һәм яңы тигәнде аңлата. 1903 йылда ике ауыл берләшә һәм Бисмарк металлургия заводы хөрмәтенә Бисмаркхютте тип атала. Артабан илдәрҙең сиктәре үҙгәргәс. Бисмарк исеме поляк короле Батори исеменә алмаштырыла. Баштағы «Б» хәрефе илдең иҡтисади яҡтан мөһим сауҙа маркаһын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулланыла. Бөгөн был ҡала бүлексәһе Хожув IV йәки Хожув-Батори тип йөрөтөлә[4].

12-сы быуаттан алып Беренсе донъя һуғышына тиклем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Хожув ауылы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

12 быуатта Бытома кстелланияһы, шул иҫәптән Хожув өлкәһе менән бергә, Краков провинцияһына ҡарай. 1179 йылда герцогКазимир Справедливый тарафынан герцог Ополегә бүләккә бирелә, шул саҡтан алып Хожув тарихы Үрге Силезия (Ополе Герцоглығы) менән бәйле. Ҡаланың иң иҫке өлөшө, Хожув ауылы, хәҙерге Иҫке Хожув тип йөрөтөлгән өлөшө, 1257 йылда Иерусалимдағы Хоҙай табутының Аттар орденына ҡараған була[5] Был ваҡытта уҡ инде ҡурғаш һәм көмөш мәғдәне миналана . ь Был турала 16-сы быуат документтары һөйләй.[6].

1327 йылдан алып Үрге Силезия герцоглығы Пяст герцог династияһы идаралығында була һәм Богемия ороллегенә буйһона[7][8]Богемия тажы поляк-литва Ягеллон королдәре итеп 1471 йылда һайлай, ә 1526 йылдан Австрияның Габсбургтар королен ҡуя[9].1742 йылда район Пруссияның Гогенцоллерҙары тарафынан баҫып алына һәм Пруссия сәнәғәтен үҫтереүгә ныҡ булышлыҡ итә. Пруссия, ә һуңынан немец осоро 180 йыл самаһы ваҡыт дауам итә һәм немец сәнәғәтен индустриалләштереү осоронда дауам итә.

Король тимер заводы, күмер шахталары һәм химия технологиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуатта битуминозлы күмер ятҡылығы асылғандан һуң урындағы сәнәғәт ныҡ үҫешә, сәнәғәттең яңы секторҙары барлыҡҡа килә. 1791—1797 йылдарҙа Пруссия дәүләт король күмер шахтаһы (Копалния-Криль, Кенигсгрубе) барлыҡҡа килә. 1799 йылда Король металлургия заводында (Huta Królewska, Königshütte) беренсе тапҡыр суйын сығарыла. Ул ваҡыттағы континенталь Европа өсөн бындай сәнәғәт учреждениеһы ҙур яңылыҡ булып тора. 1819 йылда заводта 4 домна мейесе була, уларҙа йылына 1400 тонна суйын етештерелә. 1800 йылдарҙа был районға заманса эшләүсе Лидогниа цинк эштәре заводы өҫтәлә.1871 йылда тимер эштәре заводы Британия һәм Laurahütte AG атамаһы аҫтында эшләүсе холдингы ҡулына эләгә. Ул булған заводтарға ҡорос ҡойоу заводын, тимер юл заводын һәм төрлө оҫтаханаларҙы ҡуша. 1870 йылда Король күмер ятҡылығында Графиня Лаура шахтаһы асыла, ә күмер сығарыу 1913-1914 йылдарҙа 1 миллион тоннаға тиклем арта.

1898 йылда йылылыҡ электр станцияһы сафҡа индерелә. 1898-1930-сы йылдарҙа уның ҡеүәте 100 мвт тәшкил итә һәм Польшаның иң эре сәнәғәт предприятиеһы булып тора. Бөгөн ул «ELCHO» сифатында эшләп тора. 1915 йылда азот химик заводы шартлаусы матдәләр һәм удобрениелар эшләп сығара. Әлеге ваҡыттағы «SA Azotowe Zakłady» сифатында эшләй[10][11].

Польша (1922—1939 йылдарҙа)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрге Силезияла плебисцит үткәрелеү сәбәпле, һайлауҙар ваҡытында халыҡтың 31 864 кешеһе Германия составында ҡалырға , ә 10 764 кешеһе Польша өсөн тауыш бирә. 1922 йылдарҙағы өс Силезия ихтилалынан һуң Силезияның көнсығыш өлөшө, шул иҫәптән Хожув һәм Крулевка Хута Германиянан айырыла һәм Польшаға бирелә. 1934 йылда Хожув, Крулеска Хута һәм Новей Хайдуки сәнәғәт общиналары муниципалитетҡа берләшерелә, унда 81 000 кеше йәшәй. Ҡалаға Хожув ҡасабаһының боронғо исеме бирелә. 1939 йылдың апрелендә Хожувҡа 30 00 халҡы булған Хайдуки Велькала ҡушыла[12].

1920 йылдарҙа немец-поляк сауҙа һуғышы барғанлыҡтан, Хожув ҡалаһы индустрияһының үҫеше 1933 йылдарға тиклем туҡталып тора. 1927 йылда Пилсудский Хутаның бүлексәһе вагондар етештереү, тимер юл, трамвай һәм күпер төҙөү тармаҡтарына айырыла. Әлеге ваҡытта ул Alstom-Konstal сифатында эшләй. Дәүләт азот заводтары берләшмәһе (Związków Azotowych Państwowa Fabryka) 1933 йылда Тарнов-Мошицаның шундай уҡ заводы менән берләшә.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында немецтар осоро (1939—1945)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Икенсе донъя һуғышы башланған көндө1939 йылдың сентябрендә, Хожув нацист Германияһы тарафынан баҫып алына. Көсһөҙ даими булмаған поляк көстәре немец ғәскәрҙәренә барлығы өс көн генә ҡаршылыҡ күрһәтә һәм немец даими ғәскәрҙәре тарафынан селпәрәмә ҡыйратыла, уларҙың күбеһе атып үлтерелә. Поляк милекте тартып алына һәм Хожув Германия Силезияһына (Provinz Preußische Schlesien, Oberschlesien 1941) әүерелә; Үрге Силезия сәнәғәте нацистик Германия сәнәғәтенең төп таяныстарының береһе булып тора. Хожувта мәжбүри хеҙмәт лагеры ойошторола, 1944—1945 йылдарҙа — Аушвиц концентрацион лагерының ике бүлеге барлыҡҡа килә. 1945 йылдың ғинуарында Хожув Совет Ҡыҙыл армиыһы тарафынан немец оккупацияһынан азат ителә[13].

1945 йылдан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағында Хожув ҡайтанан Польшаға бирелә. Ҡағиҙә булараҡ, Хожув сәнәғәте Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ҙур зыян кисерә-ул союздаштар бомба ташлауына эләгә. Был һуғыштан һаҡланып ҡалған сәнәғәте Польшаны индустриялаштырыуҙа хәл иткес роль уйнай. 1989 йылға тиклем һәм һуғыштан һуң предприятиелар национализациялана. 100 000 кеше Силезиянан Украинаның Донбасына депортациялана. «Коммунизм емерелгәс» 1989 йылда Хожув көрсөккә төшә. 1989 йылдан һуң уның ауыр сәнәғәте башҡа төр иҡтисады менән алмаштырыла.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хожув Польшаның Үрге Силезия сәнәғәт зонаһындағы иң мөһим һәм эре поляк иҡтисады үҙәге булып тора, унда күмер сығарыла, ҡорос ҡойола, унда энергетика һәм етештереү предприятиелары күп. Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә Хожувтың күп кенә ауыр сәнәғәт учреждениелары ябыла, был тиҫтә йыл дауамында инвестициялар булмауы сәбәтәре һәм экология сәбәптәре менән бәйле була. Ҡайһы бер предприятиелар реструктуризациялана, камиллаштырыла, яңы заманға ярашлы үҙгәртеп ҡорола. Халыҡ һаны кәмей. Ҡала иҡтисады үҫешенең характеры үҙгәрә, унда халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү предприятилары ҙур урын биләй. Эшһеҙлек кимәле юғары тора.

Төп сәнәғәт предприятиелары:

  • Huta Batory — ҡорос
  • Huta Kościuszko SA — ҡорос
  • Хожув электр станцияһы
  • Hajduki Zakłady Chemiczne SA — карбохимия
  • Zakłady Azotowe SA — метан һәм азот нығытыу
  • Alstom-Konstal — транспорт һәм төҙөлөш
  • Wirek KWK Polska, rejon Prezydent — күмер шахтаһы
  • ProLogis — логистика
  • Messer — техник газ

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [ Хожув] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә