Хәмзин Хәбибрахман Лотфрахман улы
Хәбибрахман Лотфрахман улы Хәмзин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Стәрлетамаҡ районы Үрге Уҫылы ауылы |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Педагог |
Наградалары һәм премиялары | |
Хәмзин Хәбибрахман Лотфрахман улы (12 ноябрь 1885 йыл — 1976 йыл) — уҡытыусы һәм йәмәғәтсе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948) кавалеры. Милләте — башҡорт.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәбибрахман Лотфрахман улы Хәмзин 1885 йылдың 12 ноябрендә Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Үрге Уҫылы ауылында хәлле генә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде атаһынан ала һәм ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Артабан ата-әсәһенең риза булмауына ҡарамаҫтан, йәш егет Троицк ҡалаһына, «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға китә. Уның белем алыуға дәрте көслө булһа ла, матди хәленең мөшкөллөгө дәрестән буш ваҡытта, ял көндәрендә тимер юлда йөк тейәү һәм бушатыу кеүек эштәр башҡарырға мәжбүр итә, шәкерт йәй көндәрендә байҙарға ялсы булып йөрөй, шулай ҙа уҡыуын дауам итә.
Мәҙрәсәлә уҡытылған предметтарҙың күбеһе Х. Л. Хәмзинды ҡәнәғәтләндермәй, сөнки дини һабаҡтарға ҙурыраҡ иғтибар бирелә. Математика, физика, әҙәбиәт буйынса төплө белем алыу теләге шәкертте Ҡазанға алып бара.
Х. Л. Хәмзин Ҡазандың данлыҡлы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә, ләкин оҙаҡ уҡый алмай. 1905—1907 йылдарҙағы беренсе рус революцияһы тәьҫирендә шәкерттәр араһында сыуалыштар башлана.
Ҡаҙанға килеп уҡый башлағас, мин ошо революцион йәштәр араһына инеп киттем, тип хәтерләй торғайны Хәбибрахман ағай. — Минең бүлмәмдә йәшерен листовкалар, тыйылған китаптар һаҡлана ине. Жандармдар тентеү яһағанда уларҙы таптылар, ҡайһы бер уҡыусы йәштәрҙе, шул иҫәптән мине лә, Ҡаҙандан ҡыуҙылар.
Ҡазаңдан сығып киткәс, төрлө осраҡлы эштәр менән шөғөлләнгәндә лә Х. Хәмзиндың күңелендә артабан уҡыу теләге бер ҡасан да һүнмәй. 1907 йылдың көҙөндә ул яңынан Ҡаҙанға барып, уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә.
Х. Л. Хәмзин ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, уларға белем һәм тәрбиә биреү серҙәрен үҙләштерә. 1909 йылда ул Өфөгә килеп, рус теле уҡытыусылары әҙерләү курсында уҡый. 1910 йылдан 1925 йылға ҡәҙәр тыуған ауылы мәктәбендә балалар уҡыта, Октябрь революцияһынан һуң йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ата-әсәләргә яңы тормош төҙөү бурыстарын аңлата, уларҙың наҙанлығын бөтөрөү, мәҙәни-ағартыу эштәре менән шөғөлләнә. 1918 йылда Стәрлетамаҡҡа Советтарҙың беренсе өйәҙ съезына делегат булып бара.
1926—1928 йылдарҙа X. Хәмзин Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡып, белемен күтәрә. 1928 йылда тәжрибә туплаған әҙерлекле мөғәллим Ишембай районы Сәлих мәктәбенә эшкә килә. Бында Хәбибрахман Хәмзиндың педагог таланты тулыһы менән асыла. Уның башланғыс синыфтарында уҡыған балалар урта һәм юғары синыфтарҙа яҡшы уҡый, әүҙем, тәртипле булыуҙары менән айырылып тора.
Х. Л. Хәмзин — уҡытыу-тәрбиә эшенә йәне-тәне менән бирелгән, үҙ хеҙмәтен көн һайын ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән башҡарған намыҫлы уҡытыусыларҙың береһе. Ул ата-әсәләр менән дә күп эштәр алып бара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, унан һуң да уҡытыусының йәштәргә хас дәрте, илһамы һүнмәй, яратҡан эшен ғүмер буйы рухланып дауам итә.
Талантлы педагог Хәбибрахман Лотфрахман улы Хәмзин 1948 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Төрлө йылдарҙа ике миҙалға һәм Маҡтау грамоталарына лайыҡ була, 1952 йылда 67 йәшендә генә хаҡлы ялға сыға.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.