Эстәлеккә күсергә

Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәмзә Дәүләтшин битенән йүнәлтелде)
Хәмзә Ғәббәс улы Дәүләтшин
Тыуған көнө

9 сентябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны

Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе Ташбулат-Күстән ауылы
хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Глушица районы

Вафат көнө

16 июль 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны

Ҡаҙағстан, Алматы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (9 сентябрь 1912 йыл — 16 июль 1999 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре докторы (1964), профессор (1965).

Хәмзә Ғәббәс улы Дәүләтшин 1912 йылдың 9 сентябрендә Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Глушица районы) Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Атаһы Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы — башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

1932 йылда Урал төҫлө металлдар институтына керә, ә 1933 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтына уҡырға күсә[1].

1937 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын «нефть промыслары ҡоролмалары буйынса инженер-механик» һөнәре алып тамамлай.

1937 йылдан Ишембайҙа һөнәре буйынса эшләй[1].

1938 йылда Үзбәк ССР-ының Ташкент ҡалаһына эшкә йүнәлтеү ала. Бында 1939 йылда «Чирчикстрой» электрохимик комбинатының эксперименталь-конструктор бюроһының начальнигы булып эшләй, тәрәндәге насостарҙың сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдим яһай. Нефть сәнәғәте Наркоматы был рационализаторлыҡ тәҡдимде ҡабул иткәндән һуң, уны Мәскәүгә «Гипронефтемаш» нефть машиналар төҙөү дәүләт институтына баш инженер-конструктор булып эшкә ебәрелә[1].

1943 йылдың ноябрендә Мәскәү нефть институтының аспирантураһына уҡырға инә, бер үк ваҡытта институтта Нефть промыслары механикаһы кафедраһында ассистент, 1945 йылдан — уҡытыусы булып эшләй һәм Бөтә Союз фәнни-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып тора[1].

1948 йылда техник фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. 1950 йылда доцент ғилми исеме бирелә[2].

1949—1954 һәм 1957—1964 йылдарҙа Өфө нефть институтының нефть промыслаһы механикаһы кафедраһы мөдире вазифаһын үтәй, 1950—1954 йылдарҙа бер үк ваҡытта тау һәм нефть факультеты деканы булып тора[3].

1964 йылда техник фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен ала.

1964—1968 йылдарҙа Пермь политехник институтында уҡыта, бер үк ваҡытта 1965 йылдан институттың Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын сығарыу кафедраһын етәкләй. 1968—1974 йылдарҙа Алматыла Ҡаҙаҡ политехник институтында эшләй.

1974—1976 йылдарҙа Төмән индустриаль институтында «Нефть һәм газ сәнәғәтенең машиналары һәм ҡоролмалары» кафедраһының мөдире вазифаһын башҡара.

1976—1979 йылдарҙа Фрунзе политехник институтында эшләй[3].

  • Глубиннонасосная добыча нефти. — М., 1966.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советының почёт грамотаһы
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Хисамитов У. А. Становление и развитие научно-исследовательских работ по защите металлов от коррозии в высших учебных заведениях (На примере Уфимского государственного нефтяного технического университета) : Дис. … канд. техн. наук : 07.00.10 — Уфа, 2005. — 147 с.
  2. Давлетшин Хамза Габбасович //Сайт научной библиотеки Пермского национального исследовательского политехнического университета.
  3. 3,0 3,1 Дәүләтшина С. Н. Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Профессора и доктора наук Пермского национального исследовательского политехнического университета / Пермский национальный исследовательский политехнический университет; Сост. А. А. Ташкинов. — Пермь : Кн. площадь, 2013.