Хөсәйен Күсәрбаев
Хөсәйен Күсәрбаев | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Бикбирҙе ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1797—? |
Хәрби звание |
хорунжий |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Күсәрбаев Хөсәйен Абзан улы (Хөсәйен Күсәрбаев; 1777—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйен Күсәрбаев Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Бикбирҙе ауылында йәшәгән.
1797 йылдың 10 майынан казак булып хеҙмәт итә башлай. 1799 йылда башҡорт полкы составында Кавказ сигендәге яуҙарҙа ҡатнаша[1].
1807 йылдың 14 февралендә зауряд-есаул званиеһын ала.
1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның составында Хөсәйен Күсәрбаев хеҙмәт итә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].
1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә — Гродно, 2 августта — Смоленск (Красный), 3-5 сентябрендә — Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә алышҡа инә[4].
1-се Башҡорт атлы полкы составында 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа, 1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].
1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[5].
1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].
1814 йылдың 18 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[4].
1826 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә[1].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 4-се дәрәжә изге Анна ордены (24.09.1812)
- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Туйбикә; ҡыҙҙары — Фатима[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 110. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н. 1-й Башкирский полк в Отечественной войне 1812 года // Бородино и наполеоновские войны. Битвы. Поля сражений. Материалы II Международной научной конференции, посвященной 195-летию Бородинского сражения (Бородино, 3-5 сентября 2007 г.) / Сост. А.В. Горбунов. — Можайск, 2008. — 408 с..
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфатуллин С. Г., 2000, с. 116
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1777 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Ҡыуандыҡ районында тыуғандар
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- 1812 йылғы Смоленск алышында ҡатнашыусылар
- Малоярославец янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Лейпциг янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Дрезден янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар