Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хөсәйен Мәжитов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 19 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны, Стәрлетамаҡ
Вафат булған көнө 3 ноябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]

Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы (19 апрель 1928 йыл3 ноябрь 1989 йыл) — башҡорт йырсыһы (баритон). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хөсәйен Йәләй улы Мәжитов 1928 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Ишембай нефть ятҡылығы асылғас, Мәжитовтар ғаиләһе Стәрлетамаҡтан Иҫке Ишембай ауылына күсенеп килә. Хөсәйен Мәжитов 3-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында) уҡый.

Хеҙмәт юлын шофёр булараҡ башлаған. 1948 йылда Ишембай шоферы сәнғәт юлына баҫа[1]. Үҙешмәкәр коллективтарҙың республика смотрында ҡатнашҡан Хөсәйен Мәжитов һәләтле йәштәрҙе эҙләп Мәскәүҙән килгән комиссия тәҡдиме менән 78 кандидат араһынан һайлап алынған 16 егет һәм ҡыҙ иҫәбендә П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының вокал бүлегенә ҡабул ителә.

Е. В. Кузьмина класын 1953 йылда тамамлай. Хөсәйен Мәжитовтың диплом эше — Н. Римский-Корсаковтың «Снегурочка» операһында Мизгирь һәм Д. Перголезиҙың «Служанка-госпожа» операһында Умберто. Улар өсөн йәш йырсы «бик яҡшы» билдәһе ала, ә комиссия рәйесе, Ҙур театрҙың данлыҡлы басы Иван Петров: «Һеҙ опера өсөн тыуғанһығыҙ!» ти[1]

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1953—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1978—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.

Башҡорт дәүләт опера һәм балеты театрында эшләгән дәүерҙә Жермон (Дж. Вердиҙың «Травиата»һында), Валентина (Ш.Гуноның "Фауст"ында), Багров, Ильяс партияларын (Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев», «Ҡоҙаса»һында) башҡара. Тамашасылар уның опера йырсыһы булараҡ үҙенсәлекле көслө тауышы менән һоҡлана, шул уҡ ваҡытта артистың драматик башҡарыу һәләтен дә юғары баһалай. Артисты йәштән яҡшы белгән тамашасылар уның һәр бер ролендә ауылдашарының, үҙе танып-белгән кешеләрҙең холоҡ-фиғелен сағылдырғанын күреп, кинәнес ала . Мәҫәлән, тыуған ҡалаһы Ишембайҙа «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Яппар ҡарт ролендә сәхәнәгә сығыуы була, халыҡ:"Ҡорбан бабай!", тип ихлас көлөп, дәррәү ҡул саба .

1978 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күскәс, Хөсәйен Мәжитов Башҡортостан буйлап йөрөп, бик күп концерттар ҡуя. Ижадының сәскә атҡан мәлендә уның репертураында 300-ҙән артыҡ йыр һәм романс була. Хөсәйен Мәжитов — башҡорт композиторҙарының бик күп йырҙарын, романстарын тәүге башҡарыусы . Композиторҙар Нариман Сабитов, Хөсәйен Әхмәтов, Рафиҡ Сәлмәнов менән мәшһүр йырсыны оҙаҡ йылдар бәрәктәле ижади дуҫлыҡ бәйләй. Йәш саҡта йөк машинаһы шоферы булып эшләгән дуҫына арнап, Рафиҡ Сәлмәнов Рәми Ғарипов һүҙҙәренә «Шофер йыры»н яҙа. Уныбик ярата һәм концерттарҙа «Хушлашыу», «Хеҙмәт йыры» кеүек әҫәрҙәр менән бергә йыш башҡара.

Хөсәйен Әхмәтовтың «Һинһеҙ йәшәү мөмкин түгел» (Назар Нәжми һүҙҙәре), «Башҡорт ҡымыҙы» (Ҡадир Даян һүҙҙәре) һәм башҡа лирик йырҙарын иң беренсе башҡарыусыһы Хөсәйен Мәжитов була. Таһир Кәримовтың «Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!» (Ҡадир Даян һүҙҙәре) йырын иң оҫта башҡарыусы булараҡ халыҡ хәтерендә мәңгелеккә ҡала.

Интервью[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Һеҙҙең ижад юлығыҙ ниҙән башланды? — Халыҡ йырҙарынан. Улар минең өсөн һаман да иң яратҡан йырҙар булып ҡала. Халыҡ йырҙары мине иң ауыр саҡта- һуғыш йылдарында ҡотҡарҙы, балалыҡтан сығып бөтмәгән килеш, Ишембай районының ватылып-ҡырылып бөткән юлдарында йөк машинаһының «баранкаһын» борғосларға тура килде. Һуңынан йыр миңә дуҫтар табырға ярҙам итте, улар менән ошо йырҙарҙы мин һыуыҡ мәҙәниәт йортонда йырланым; өшөмәҫ өсөн беҙ : «Әннә-гиҙер-геннә-гиҙер…», тип йырлап, бейешкән була инек[1] .

Мәжитов был интервьюла йәш сағында, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 14 йәштән 20 йәшкәсә «Ишембайнефть» тресында шофёр булып эшләгәнен иҫкә ала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Валеева А. А. «Добрый свет. Хусаин Мазитов на сцене и в жизни». Уфа Китап 2009 г. 128 с. обложка Увеличенный формат. ISBN 978-5-295-04722-0

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]