Эстәлеккә күсергә

Цербер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цербер
Κέρβερος

Цербер. Антик скульптура фрагменты. Ираклион археологик музейы

Мифология

боронғо грек мифологияһы

Латинса яҙылышы

Cerberus

Заты

арлан

Шөғөлө

үлеләр батшалығын һаҡлаусы

Атаһы

Тифон

Әсәһе

Ехидна

Туғандары

Немей арыҫланы, Орф, Лерней гидраһы, Химера

Бәйле ваҡиғалар

Гераклдың 12-се батырлығы

Башҡа мәҙәниәттә

герман-скандинав мифологияһында

 Цербер Викимилектә

Кербер[1] (боронғо грек телендә Κέρβερος) йәки Це́рбер (лат. Cerberus) — өс башлы эт, үлеләр батшалығынан Аидтан сығыу юлын һаҡлай; Тифон һәм Ехиднанан тыуған. Ул үлгәндәргә тереләр донъяһына кире ҡайтырға, ә тереләргә үлгәндәрҙе күрергә рөхсәт итмәй. Мифтарҙың береһендә этте ҡатыны Евридика артынан Аидҡа төшкән Орфейҙың йыры таң ҡалдыра. Церберҙы урлау Гераклдың һуңғы батырлығы була. Герой үлеләр батшалығына төшә, ер аҫты донъяһы аллаларынан, яланғас ҡулдары менән уны еңә алһа, өс башлы эт сығарырға рөхсәт ала. Геракл Церберҙы буйһондора ала һәм Еврисфей янына алып китә. Микен батшаһына күрһәткәс, этте үлеләр донъяһына алып баралар.

Был исемдең этиологияһы асыҡланмаған. Бер нисә версия бар. Уларҙың береһе буйынса, ул алла Яманың (Яма) эттәренең береһе менән бәйле[2].

Икенсе этимологияны Брюс Линкольн тәҡдим итә. Ул Керберҙы скандинав мифологияһы буйынса билдәле һаҡсы-эт Гарм исеме менән бәйләй. Брюс Линкольн ике исемде лә боронғо һинд-европа тамырҙарына бәйләй *ger- «рычать» (бәлки, суффикстар менән -*m/*b һәм -*r)[3].

Антик яҙыусылар һүҙҙең килеп сығышын «creoboros» (ит ашаусы)[4], «Ker berethrou» [5], Κῆρες (үлгәндәрҙең йәндәре) һәм βιβρώσκω (ашайым) тигән һңҙҙәр, «хәүеф» һүҙенең синонимы[1] һ. б. менән бәйләп аңлата. Ләкин хәҙерге лингвистар уны раҫламай.

Сығышы, тышҡы ҡиәфәте, функциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Флоренцияла Медичи-Риккарди палаццоһында Лука Джордано фрескаһы

Аид эте тураһында беренсе тапҡыр боронғо грек әҙәбиәтендәГомерҙың «Илиада»һында телгә алына[6][7]. Уның исеме тәүге тапҡыр Гесиодтың Теогонияһында телгә алына. Унда ул — Ехидна менән Тифондың улы, илле башлы ҡот осҡос эт[8]. Антик сығанаҡтарҙа баштарҙың һаны берҙән йөҙгә тиклем, шулай уҡ Церберҙың ҡиәфәте лә үҙгәреп торорға мөмкин[9]. Иң боронғо һүрәттәрҙә ул башлы[10]. Уның образына йыландар өҫтәлергә мөмкин. Антиклыҡтың һуңғы осорҙарында Цербер өс башлы эт тигән фекере нығына, ә уртаһындағы арыҫлан башы булыуы ихтимал[11].

Цербер тамуҡ ҡапҡаһын һаҡлай. Үлгәндәрҙе ул сығармай, ә тереләрҙе индермәй[12][13]. Боронғо Грецияла үлеләр донъяһы тураһында бындай ҡараш ерләү үҙенсәлектәренә лә йоғонто яһай. Ерләү алдынан үлгәндәрҙең ҡулына Цербер өсөн баллы ҡамыр һалалар.

«Орфей Аидта», Херри мет де Блес, XVI быуаттың беренсе яртыһы. Де Янг музейы, Сан-Франциско

Грек-рим мифологияһында яҡынса 15 персонаж Аидҡа килә һәм иҫән-һау сыға ала[14]. Антик яҙыусылар уларҙың Цербер менән осрашыуының ике осрағын һүрәтләй. Орфей, Эвридиканы ҡотҡарырға уйлап, үлеләр батшалығына төшә. Үҙенең йырлауы менән ул Стикс йылғаһы аша сығарыусы Харонды, Церберҙы, судьяларҙы һәм алла Аидтың үҙен хайран ҡалдыра[15].

Энейҙы Аида батшалығына алып барыусы ролен үтәгән Кум сивиллаһы өс башлы Церберға йоҡо дарыуы һалынған көлсә бирә. Эт йоҡлап киткәндән һуң, улар артабан китә[16].

Гераклдың батырлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Геркулес һәм Цербер», П. Рубенс, 1636. Прадо милли музейы, Мадрид

Гераклдың Аид Церберын буйһондороуы Гесперид алмаһын ҡулға төшөрөүҙән[17] алдағы һәм Евресфейҙың бойороғо буйынса башҡарылған һуңғы батырлыҡ тип ҡабул ителә[18][7].

Геракл ер аҫты батшалығына төшә. Грецияла, урындағы мифтар буйынса, Геркулес ер аҫты донъяһына инеп сыҡҡан бер нисә урын булған. Страбон Пелопоннестың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Тенарон моронондағы ер аҫты батшалығы менән бәйле мәмерйәнең урынлашыуы тураһында версияны еткерә[19]. Павсаний шундай ике урынды тасуирлай — Эрмиониҙағы Хтония ғибәҙәтханаһы артында[20] һәм Беотиялағы Коронияла[21]. Ксенофонт мәмерйәнең Кесе Азияла урынлашыуы тураһында версия килтерә[22].

Аидҡа ингән урынға барып еткәс, ул бығауланған Тесейҙы һәм Пирифояны күрә, улар азат итеүҙе үтенә. Геракл тик Тесейҙы ғына азат итә ала. Ул Аидты күреп, уға Церберҙы биреүҙе һорай. Ул, әгәр Геркулес яланғас ҡулдары менән этте еңһә, алырға рөхсәт итә. Геркулесты немей арыҫланының тиреһе һаҡлай, ул ҡулдары менән эттең муйынын һыға һәм үҙенә буйһондора[23].

Цербер ҡояш яҡтылығын күргәс, тарҡылаша башлай. Өс башлы эттең күбегенән ағыулы үлән — айыутабан үҫкән. Һуңынан уны Медея ағыу әҙерләү өсөн ҡуллана[24]. Геракл, Еврисфейға йыртҡысты күрһәтеп, Церберҙы кире Аидҡа алып бара[23][25].

  1. 1,0 1,1 Николай Петрович Обнорский. Цербер, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Mallory, 2006, p. 439
  3. Lincoln, 1991, p. 96—97
  4. Ogden, 2013
  5. Room, 2003
  6. Ҡалып:Книга:Гомер:Илиада
  7. 7,0 7,1 Roscher, 1890—1894, Kerberos
  8. Гесиод, 2001, Теогония 310—312, с. 30
  9. Гораций, 1993, Оды. Книга вторая. 12 32—33
  10. Клейн, 1998, с. 351
  11. Николай Петрович Обнорский. Цербер, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  12. Гесиод, 2001, Теогония 770—774, с. 43—44
  13. Cerberus (ингл.). Encyclopaedia Britannica. Дата обращения: 8 август 2019.
  14. Гигин Мифы, 2000, 251. Кто соизволением парок вернулся из подземного царства
  15. Грейвс, 1992, Орфей (c), с. 70
  16. Вергилий, 1979, Энеида Книга VI 417—423
  17. Софокл, 1988, Трахинянки 1103—1106
  18. Еврипид, 1999, Геракл 24—26
  19. Страбон, 1994, Книга VIII V (1), с. 345
  20. Павсаний, 1996, Книга II, 35 (11)
  21. Павсаний, 1996, Книга IX, 34 (5)
  22. Ксенофонт Анабасис, 1951, Книга VI. Глава II, 2
  23. 23,0 23,1 Аполлодор, 1972, Книга II. V (12)
  24. Овидий Метаморфозы, 1977, Книга VII 406—419
  25. Грейвс, 1992, Двенадцатый подвиг: пленение Кербера
  • Браво Б., Випшицкая-Браво Е. / Науч. ред. М. В. Белкин. — СПб.: Лань, 1999. — 448 с. — (Мир культуры). — 3000 экз. — ISBN 5811401043.