Черненко Николай Власович
Черненко Николай Власович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1924 |
Тыуған урыны | Успенка[d], Q16433669?, Бурлинский район[d], Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе[d], СССР |
Вафат булған көнө | 27 сентябрь 2006 (81 йәш) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Николай Власович Черненко (25 декабрь 1924 йыл — 27 сентябрь 2006 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 2-се эскадронының пулемёт расчёты командиры. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Власович Черненко 1924 йылдың 25 декабрендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса украин. Ырымбур өлкәһенең Илек ауылында йәшәй. 8 класс тамамлай. Янғын һүндереү командаһының ҡарауыл начальнигы булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияһына 1942 йылдың авгусында саҡырыла һәм пулемёт училищеһына уҡыуға йүнәлтелә.
1942 йылдың декабренән — фронтта. Сталинград алышында яралана. Госпиталдән һуң кавалерия полкына эләгә, яңынан яралана һәм контузия ала. 1945 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Уның хәрби эштәре тураһында листовка баҫтырыла:
«Немец илбаҫарҙары менән алышта гвардия сержанты Черненконың пулемёт расчеты бик яҡшы эш итә, унда наводчик — комсомолец Колесников. Уларҙың пудеметы һәр ваҡыт төҙөк, һуғышҡа һәм дошман контратакаларын кире ҡағыуға әҙер була. Черненконың пулемёт расчеты булған ерҙә немецтар үтә алмай».
Гомель, Чернигов, Владимир-Волынский, Ковель ҡалаларын азат итеү өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Польшаны азат итеү өсөн һуғыша, Берлин тирәһендәге Бранденбург ҡалаһы өсөн алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
1945 йылдың 26-28 апрелендә Черненконың расчеты алғы отряд составында Зилов каналы аша сыға һәм үҙенең полкы подразделениеларына һыу кәртәһе аша сығыуҙа булышлыҡ итә. Черненко, яңғыҙы ҡалғас та, төп көстәрҙең килеүенә тиклем, бер нисә дошман контратакаһын кире ҡаға.
Николай Черненконың хәтирәләренән[1]:
«Берлинды яулаған саҡта кавалерия әүҙем ҡатнашты, сөнки кавалерия бик хәрәкәтсән һәм маневрлы ғәскәр төрө. Ҡайҙа техника, пехота үтмәй, аттар үтә. Командование бурыс ҡуйҙы: эре сәнәғәт үҙәге Бранденбургты яуларға. Был плацдарм стратегик яҡтан бик мөһим ине. Унда ҡамауҙа ҡалған немец частары бар ине һәм беҙ уларға Көнсығыштағы Берлин гарнизоны менән осрашырға бирмәҫкә тейеш инек. Немецтар бик ныҡ ҡаршылашалар ине, сөнки союздаштарға — американ һәм инглиздәргә — бик теләп биреләләр ине. Беҙ Бранденбургка тимер юл вокзалы яғынан, күпер эргәһендәге немецтар шартлатҡан суднолар йөрөй торған каналы аша, килдек. Беҙгә ошо канал аша сығырға ҡуштылар. Бүрәнәләр таптыҡ, һаҙ әтмәләнек, уның өҫтөнә пулемётты һәм башҡа йөктө урынлаштырҙыҡ. Яугирҙар ҡаршы ярға йөҙөп барҙылар. .Ә каналдың ярҙары бетондан, бейек, ярай әле, беҙҙе разведчиктар бауҙары менән көтөп торалар ине. Беҙҙең төп бурыс — немецтарҙы складтарға яҡынлатмаҫҡа. Һуңынан асыҡланыуынса, унда фашист баш командованиеһының аҙыҡ-түлек резервы һаҡланған. Бөтә ерҙә асфальт, бетон, ҡаҙынып ятырға урын да юҡ. Яҡын ғына бер вагон тора ине, беҙ уның аҫтына инеп яттыҡ һәм бөтә территорияны ут аҫтында тотабыҙ. Һуңынан ҡараһам: мин яңғыҙ ҡалғанмын, бөтә иптәштәрем һәләк булған. Өҫтәүенә, минең үҙемдең дә ҡаш яраланғанмын, ҡан маңлай буйлап күҙҙәремә ағып төшә, бәйләп алырға ваҡыт юҡ. Өҫтәмә көс бирмәйҙәр. Мин кискә тиклем немецтарҙы пулемёттан ҡырҙым. Шунан миңә алмаш ебәрҙеләр. Бункерҙа йоҡлап киткәнмен, генерал Белов телефонға саҡыра тигәс кенә, уяндым. Ул миңә рәхмәт белдерҙе һәм командование мине юғары хөкүмәт наградаһына тәҡдим итергә уйлай тине. Шунан мин тағы ла йоҡлап киттем, ә иртәнсәк быларҙың бөтәһен дә төшөмдә күргәнмен тип уйланым. Өҫтәмә көс килде, алыштар дауам итте»…
Һуғыштан һуң демобилизациялана. Илек ауылына әйләнеп ҡайта, унда ул район комсомол комитетының беренсе секретары, партия район комитетында пропагандист булып эшләй. Һуңыраҡ Орск ҡалаһында йәшәй, "Южуралникель"к омбинатында эшләй.
1987 йылдан алып Һамар өлкәһендәге Тольятти ҡалаһында йәшәй. 2006 йылдың 27 сентябрендә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (31.05. 1945)
- Ленин ордены (31.05.1945)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. В. Черненконың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
- 2010 йылдың 16 апрелендә Тольяттиҙә Герй йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды (Октябрҙең 70 йыллығы урамы, 9)[2][3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Я думал, что мне это всё приснилось… // Панорама Тольятти : газета. — Тольятти, 2 мая 2006.
- ↑ Состоится открытие мемориальной доски.
- ↑ В 17 квартале открыта мемориальная доска в память о герое Советского Союза(недоступная ссылка).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза — казахстанцы. — Алма-Ата, 1968. — Т. Книга 2.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Оренбуржцы в боях за Родину. — Челябинск: Южно-Уральское изд, 1978.
- Секрет М. Г. Золотые Звёзды Орчан. — Орск, 1973.
- Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Черненко . «Герои страны» сайты.
- Стране нужны Герои? // Городские ведомости : газета. — Тольятти, 10 октября 2003 года. — № 39 (245).
- Дмитрий Блинов Добавили на лекарства // Площадь свободы : газета. — Тольятти, 12 июля 2006. — № 125.
- Оренбуржская биографическая энциклопедия. Кто есть кто: Ч (неопр.) (недоступная ссылка). Дата обращения 2 апреля 2008. Архивировано 28 сентября 2007 года.
- Черненко Николай Власович — командир пулемётного расчёта 2-го эскадрона 60-го гвардейского кавполка 16 ГЧКД на сайте «112 Башкирская (16 гвардейская) Черниговская кавалерийская».
- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 27 сентябрҙә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- КПСС ағзалары
- Сталинград алышында ҡатнашыусылар
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы