Эстәлеккә күсергә

Чиаурели Михаил Эдишерович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михаил Чиаурели
груз. მიხეილ ჭიაურელი
Исеме

Михаил Эдишерович Чиаурели

Тыуған көнө

25 ғинуар (6 февраль) 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Вафат көнө

31 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (80 йәш)

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы,
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәре

актёр, кинорежиссёр, театр режиссёры, сценарист,
Ҡалып:Режиссёр-мультипликатор,
рәссам[[Категория:Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел быуат рәссамдары]]-Ҡалып:Мультипликатор, Ҡалып:Театральный художник, педагог, скульптор

Наградалары
Ленин ордены — 1935Ленин ордены — 1950Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1939
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Ҡалып:Орден Белого льва 2 степени
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1948Сталин премияһы — 1941Сталин премияһы — 1943Сталин премияһы — 1946Сталин премияһы — 1947Сталин премияһы — 1950
IMDb

ID 0157102

Михаил Эдишерович Чиауре́ли (груз. მიხეილ ჭიაურელი; 25 января [6 февраля1894, Тифлис, Рәсәй империяһы — 31 октябрь 1974, Тбилиси, СССР) —совет, грузин киноактёры, театр, кино, мультипликация режиссёры, рәссам-мультипликатор, сценарист, скульптор, педагог; СССР-ҙың халыҡ артисы (1948). Биш Сталин премияһы лауреаты (1941, 1943, 1946, 1947, 1950).

1894 йылдың 25 ғинуарында (6 февраль) Тифлиста (хәҙерге Тбилиси, Грузия) тыуған.

1909 йылда Тифлис һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1912 йылда Тифлис һынлы сәнғәт һәм скульптура мәктәбен тамамлай (хәҙерге Тбилиси сәнғәт академияһы), Яков Николадзеның уҡыусыһы. 1915 йылдан Тифлис, Кутаиси һәм Батуми театрҙарында актёр, режиссёр һәм рәссам булып эшләй.

1917 йылда шағир-футурист менән бергә Илья Зданевич, рәссамдар Ладо Гудиашвили һәм Димитрий Шеварднадзе менән, тарихсы Эквтиме Такаишвили етәкселегендә Грузияның көньяҡ райондарында (Төркиә территорияһы) буйлап экспедицияла була. Археологик саралар Ишхан, Ошки һәм Хахули[1]сиркәүҙәрендә үтә.

1921 йылда РОСТА-ның Грузия бүлексәһе эргәһендә Революцион сатира театры ойоштороуҙа ҡатнаша.

1922—1924 йылдарҙа Германияла йәшәй, унда скульптура оҫтаханаларында шөғөлләнә, шунан һуң 1924—1926 йылдарҙа Тифлиста скульптор булып эшләй (Грузияла беренсе В. Ленин скульптураһы авторы).

1926—1928 йылдарҙа — Пролеткульт ҡарамағындағы «Эшсе театры», «Ҡыҙыл театр» актёры һәм режиссёры.

1926—1941 йылдарҙа — 1926 йылдан бирле эшләгән «Кооптеатр» күсмә музыкаль-драма театры нигеҙендә 1934 йылда Давид Дзнеладзе менән берлектә ойошторған Василий Абашидзе исемендәге грузин музыкаль комедия театрының режиссёры һәм художество етәксеһе.

Мтацминда Пантеонында ирле-ҡатынлы Чиаурели һәм Анджапаридзе ҡәберҙәре

1928 йылдан — «Госкинопром Грузии» акционерҙар йәмғиәте тресы (1938 йылдан — Тбилиси киностудияһы, хәҙерге — «Грузия-фильм») режиссёры, 1940 йылдан — ошо студияның художество етәксеһе.

1946—1955 йылдарҙа — «Мосфильм» киностудияһы, 1955—1957 йылдарҙа — Свердловск киностудияһы режиссёры.

Тбилиси киностудияһы эргәһендәге киноактёрҙар мәктәбендә уҡыта, 1950—1960 йылдарҙа — С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты (ВГИК, Мәскәү) педагогы (1951 йылдан профессор).

1940 йылдан (ВКП б) ағзаһы. 13-сө саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты 1937—1954)

1974 йылдың 31 октябрендә 81-се йәшендә Тбилиси ҡалаһында вафат була. Мтацминда тауындағы Грузин мәҙәниәте эшмәкәрҙәре пантеонында ерләнгән.

  • Ҡатыны — Верико Ивлиановна Анджапаридзе (1897—1987), театр һәм кино артисы, театр режиссёры, педагог. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979), СССР-ҙың халыҡ артисы (1950).
  • Ҡыҙы — Софико Чиаурели (1937—2008), театр һәм кино артисы, Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1976) һәм Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1979).
  • Улы — Отар Чиаурели (1915—1964).
  • Улы — Рамаз Чиаурели (радио алып барыусыһы, актёр һәм шоумен — Рамаз Михайлович Чиаурелиҙың олатаһы).
  • Ҡатынының туғанының улы — Георгий Николаевич Данелия (19302019), кинорежиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1989).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1921 — Арсен Джорджиашвили (фильм) — Арсен Джорджиашвили
  • 1922 — Сурамская крепость — Осман
  • 1924 — Пропавшие сокровища
  • 1925 — Ценою тысяч — Гарун
  • 1925 — Кошмары прошлого — Гаруни
  • 1926 — Натэлла (Тимерсе Микава) — Джондо
  • 1926 — Ханума — Дито

Фильмдар режиссёры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1928 — Первый корнет Стрешнев (Дзиган Ефим Львович менән бергә)
  • 1929 — В последний час (ҡыҫҡа метражлы)
  • 1929 — Саба
  • 1931 — Хабарда!
  • 1934 — Последний маскарад
  • 1937 — Арсен
  • 1938 — Великое зарево
  • 1943 — Георгий Саакадзе
  • 1946 — Клятва
  • 1949 — Падение Берлина
  • 1952 — Незабываемый 1919 год
  • 1957 — Отарова вдова
  • 1960 — Повесть об одной девушке
  • 1963 — Генерал и маргаритки
  • 1967 — Иные нынче времена
  • 1926 — Баку
  • 1953 — Великое прощание (С. А. Герасимов, И. П. Копалин, Е. И. Свилова, Г. В. Александров, И. Ф. Сеткина менән берлектә)
  • 1956 — Подвиг народа
  • 1967 — Певец Зари (йәнһүрәт)
  • 1969 — Сико и Сако
  • 1969 — Как мыши кота хоронили
  • 1970 — Петух-хирург
  • 1971 — Блоха и муравей (Г. Сванидзе менән берлектә)
  • 1972 — Кувшин масла (Разбитые мечты) (Г. Сванидзе менән берлектә)
  • 1973 — Находчивый заяц (Г. Сванидзе менән берлектә)
  • 1974 — Дом (О. Андроникашвили менән берлектә)
  • 1930 — Хабарда! (шағир Третьяков Сергей Михайлович менән берлектә)
  • 1934 — Последний маскарад (фильм)
  • 1937 — Арсен (Шаншиашвили Сандро Ильич менән берлектә)
  • 1938 — Великое зарево (Цагарели Георгий Константинович менән берлектә)
  • 1946 — Клятва (Пётр Павленко менән берлектә)
  • 1949 — Падение Берлина (П. Павленко менән берлектә)
  • 1952 — Незабываемый 1919 год (Всеволод Вишневский, Филимонов Александр Александрович менән берлектә)
  • 1957 — Отарова вдова (Акакий Белиашвили менән берлектә, грузин яҙыусыһы Чавчавадзе Илья Григорьевичтың повесы буйынса)
  • 1960 — Повесть об одной девушке (Агранович Леонид Данилович, Эбралидзе Резо Семёнович менән берлектә)
  • 1963 — Генерал и маргаритки (А. Филимонов, Шпанов Николай Николаевич менән берлектә)
  • 1965 — Иные нынче времена (Н. Цулейскири менән берлектә)
  • 1967 — Певец Зари (йәнһүрәт) (А. Махарадзе менән берлектә)
  • 1969 — Как мыши кота хоронили (Мераб Саралидзе менән берлектә)
  • 1970 — Петух-хирург (Г. Сванидзе менән берлектә)
  • 1971 — Блоха и муравей (Г. Сванидзе менән берлектә)
  • 1972 — Кувшин масла (Разбитые мечты) (Г. Сванидзе менән берлектә)
  • 1973 — Находчивый заяц (Г. Сванидзе менән берлектә)
  1. Л. Ш. Гагуа (составитель). Ладо Гудиашвили: Книга воспоминаний. Статьи. Из переписки. Современники о художнике. — Москва: Советский художник, 1987. — С. 23, 30. — 336 с. — 10 тыс. экз.
  2. Чиаурели Михаил — Биография — Актёры советского и российского кино
  3. Михаил Едишерович Чиаурели. Дата обращения: 22 март 2013. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.