Эстәлеккә күсергә

Төхвәтуллин Шакир Динислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шакир Төхвәтуллин битенән йүнәлтелде)
Шакир Динислам улы Төхвәтуллин
Шакир Динислам улы Төхвәтуллин
 
Тыуған: 16 декабрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Мырҙалар улусы, Арҡауыл ауылы[1]
Үлгән: 7 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (42 йәш)
билдәһеҙ
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Ғәлиә мәҙрәсәһе

Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (16 декабрь 1894 йыл7 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡарма комитеты рәйесе (1918), Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы халыҡ комиссары.

Шакир (Мөхәмәтшакир) Динислам улы Төхвәтуллин Өфө губернаһы 1894 йылдың 16 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Арҡауыл ауылында тыуған. Милләте башҡорт[2].

Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала. Артабан Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Һуңынан ярты йыл дауамында батша армияһында хеҙмәт итә.

1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1918 йылда Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡармаһы рәйесе, кантондың хәрби башлығының ярҙамсыһы вазифаларын башҡара. Ирекле отрядтар ойоштороуҙа ҡатнаша, башҡорт регуляр частарына халыҡты мобилизациялау менән шөғөлләнә[3].

1919 йылдың ғинуарынан Башҡорт хөкүмәтендә эшләй. 1919 йылдың 16 февралендә Башҡорт корпусының штабы Шакир Төхвәтуллинды махсус уполномоченный булараҡ 5-се Башҡорт уҡсылар полкына башҡорт командованиеһының Ҡыҙылдар яғына күсеү тураһындағы приказды иғлан итеү өсөн ебәрә. 5-се полк һалдаттары уны I Бөтә Башҡорт хәрби съезына делегат итеп һайлай.

1919 йылдың февраленән Башревкомдың агитацион-мәғлүмәти бүлеге мөдире Сәйетгәрәй Мағазовтың урынбаҫары вазифаһын башҡара. Март айында Аллабирҙе Йәғәфәров менән бергә Өфөлә көнсығыш фронттың аҙыҡ-түлек буйынса баш комиссары ҡарамағында эшләй, республика халҡын икмәк менән тәьмин итеү эше менән шөғөлләнә[3].

1919 йылдың авгусында Дыуан кантоны хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә һәм кантревком ағзаһы итеп һайлана. 1920 йылдың ғинуарынан Арғаяш кантоны хәрби комиссары вазифаһын үтәй. 1920 йылдың майында РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Президиумы ағзалығына кандидат итеп һайлана.

1920 йылдың 19 майында Мәскәү үҙәк властары бер яҡлы ҡабул иткəн «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дəүлəт ҡоролошо тураһында» ҡарары менән риза булмауын белдерə һәм башҡа хөкүмәт ағзалары менән берлектә отставкаға китә. 1920 йылдың июнендә Төркөстанға юллана.

1921 йылда Башҡортостанға ҡайта, АСБР Халыҡ мәғарифы комиссариатында эшләй. Һуңынан Мәскәүҙә Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатында (Наркомнац) Башҡортостан вәкиленең урынбаҫары вазифаһында була. 1924—1925 йылдарҙа ВЦИК Президиумы янындағы АСБР вәкиленең урынбаҫары булып эшләй[3].

1925 йылдың Башҡортостанға эшкә ҡайта, Башҡорт АССР-ының ауылхужалығы халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. Әммә тиҙҙән Вәлидов хөкүмәтендә аҡтар яғындағы эшмәкәрлеге өсөн РКП(б)-нан сығарыла. Һуңынан «Башкоопхлебсоюз» ойошмаһында элемтә бюроһы сәркәтибе булып эшләй башлай.

1930 йылдың 19 ғинуарында ҡулға алына, 58-13 статья буйынса ғәйепләнеп 5 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1991 йылдың 14 февралендә аҡлана[2].

1937 йылдың 19 октябрендә йәнә ҡулға алына. 58-2, 58-6, 58-7, 58-8, 58-10, 58-11 статьялар буйынса ғәйепләнә һәм 1937 йылдың 7 декабрендә атыла. 1956 йылдың 30 июнендә аҡлана[2].

  1. Хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы.
  2. 2,0 2,1 2,2 Тухватуллин Шакир Динисламович // Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 5. — Уфа, 2005. — С. 106.
  3. 3,0 3,1 3,2 Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 110–112. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.