Шаповалов Иосиф Миронович
Шаповалов Иосиф Миронович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1904 |
Тыуған урыны | Козятын, Казатинская волость[d], Бердичевский уезд[d], Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1978 |
Вафат булған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | железнодорожник |
Уҡыу йорто | Киевский политехнический институт[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шаповалов Иосиф Миронович (24 октябрь 1904 йыл — 1978 йыл) — СССР-ҙың хәрби тимер юл эшмәкәре, полковник, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иосиф Миронович Шаповалов 1904 йылдың 24 октябрендә Казатин (Козятині) ҡалаһында[1] тимер юлсылар ғаиләһендә тыуған. Тыуған ҡалаһында өс класс тамамлай. Бала сағынан һыу һурҙыртыу станцияһында эшләгән атаһына ярҙам итә, ун алты йәшендә Казатин депоһының слесарҙар әҙерләү курсында өйрәнсек булып эш башлай. Киев-1 локомотив депоһында слесарь ярҙамсыһы булып эшләй, шунда уҡ 1924 йылдың май айында поезд паровозы кочегары булып эшкә урынлаша.
Депола эшләгән мәлендә үк белемен даими тулыландырыу менән шөғөлләнә, 1924 йылда Киевта киске мәктәптә ике курсты тамамлағас, бер үк ваҡытта механик эшен дә үҙләштерә. 1925 йылдың авгусынан Иосиф Миронович — пассажир локомотивы машинисы ярҙамсыһы. Өс йылдан һуң уға үҙенең депоһында паровозға идара итеүҙе ышанып тапшыралар. Ул эшсе факультетын тамамлай, ә 1932 йылда — Киев политехник институтының күпер факультетын. Помошная станцияһы янында Ташлыҡ йылғаһы аша плотина урынлаштырыуҙа прораб булып эшләй, артабан Белокоровичи станцияһында юл хеҙмәте начальнигы урынбаҫары була.
1933 йылдың ноябрь айында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Урал хәрби округы 13-сө корпусының артиллерия полкы команда составын әҙерләү буйынса бер йыллыҡ курстарына ебәрелә. Бында уның һөнәре буйынса күпер төҙөүсе булыуын иҫәпкә алып, Киев хәрби округының 6-сы тимер юл полкына күсерәләр, унда ул штабтың өлкән технигы булып хеҙмәт итә. 1934 йылда ВКП(б)/КПСС сафтарына инә. 1939 йылдың ғинуарынан — Уҡыу-тәжрибә тимер юл полкының күпер батальоны командиры ярҙамсыһы. 1939 йылдың аҙағында, Финляндия менән һуғыш ваҡытында, ул Төньяҡ-көнбайыш фронтта Петрозаводск — Суоярви тимер юл линиһы төҙөлөшөнөң көнбайыш участкаһының өлкән инженеры. Фронт һыҙығы эргәһендә, үтә алмаҫлыҡ ҡара урман, ҙур-ҙур һарыҡташтар, Карелия һаҙлыҡтары аша юл һалырға тура килә уларға. Тимер юл ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлә, уның буйынса бронепоездар йөрөй башлай.
Капитан Шаповалов Бөйөк Ватан һуғышын 7-се айырым күпер тимер юлы батальоны командиры посында ҡаршылай. Төньяҡ- көнбайыш һәм Волхов фронттарында дошмандан һаҡланыу ҡоролмаларын эшләү менән мәшғүл була. Тимер юлсыларғаМәскәү янында Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Калинин фронттарында контрһөжүм башлар алдынан дошмандан азат ителгән территорияларҙа тимер юлдарҙы аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Шаповалов куперселәре 1941—1942 йылдар ҡышында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Волга аша һалынған ике юллы күперҙе сафҡа индерә. Был күпер билдәләнгән ваҡыттан бик күп алда хәрби эшелондарҙы үткәреүгә яраҡлы була. Был операция өсөн батальон командиры Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
1942 йылдың мартында 4-се күпер тимер юлы полкы командиры итеп тәғәйенләнә. 1943 йылдың ғинуарында майор Шаповаловтың полкы Воронеж фронтына күсерелә. Һуғыш кәрәк-яраҡтарын һәм азат ителгән Сталинград янынан Дон фронты частарын ашығыс рәүештә күсереүҙе тәьмин итеү өсөн һөжүм итеү һыҙатындағы күперҙәрҙе тиҙ арала файҙаланыуға тапшырыу талап ителә.
Лиски ҡалаһы янында Дон йылғаһы аша һалынған күпер майор Шаповаловтың полкы тергеҙгән тәүге объект була. Тап ошо күпер аша Поворино — Валуйки тура тимер юлы үтә, һәм Сталинград янындағы совет ғәскәрҙәрен ошо тимер юлы буйлап күсереү планлаштырыла. Ошо эште башҡарғанда майор Шаповалов һәм 3-сө ранг хәрби инженеры Шитников етәкселегендә үҙенсәлекле рамлы-блок таяуҙарын ҡулланыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Яңы ысул Дон күперен тергеҙеүҙә ҡулланыла һәм артабан тимер юл ғәскәрҙәренең башҡа частарында ла ҡулланыла башлай. Элек Шаповалов ҙур булмаған күперҙәрҙе тергеҙең буйынса проектын тәҡдим иткән була.
Лискиндан Ростовҡа йүнәлешендәге ике юллы күпер тулыһынса емертелгән була, ә Валуйки йүнәлешендәгеһенең 12 пролеттың тик юишәүһе генә һаҡланған була. 300-ә тонналы пролет ҡоролмаларын бер урындан икенсе урынға күсереү һәм ремонтлап урынлаштырыу — иң яуапы һәм бик ҡатмарлы эш. Полк яугирҙәренең оҫта эш итә белеүе арҡаһында Лискин күпере планлаштырылғандан күпкә алда файҙаланыуға тапшырыла.
Бары тик 1944 йылдың йәйендә Шаповаловҡа Кремлдә бер юлы ике Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
Һуғыштан һуң тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен дауам итә. Черкассы янында Днепр аша капиталь күперҙе тергеҙеүҙә ҡатнаша.
Ләкин 1950 йылда уға ышанып тапшырылған часта булған ғәҙәттән тыш хәл Шаповаловтың яҙмышына төҙәтмәләр индерә. Ул вазифаһынан бушатыла, партия сафынан сығарыла. Мәскәү хәрби округының Хәрби трибуналының 1950 йылың 19 июлендәге ҡарары менән Шаповалов 25 йылға иркенән мәхрүм ителә. Юғары Судтың Хәрби коллегияһы приговорҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдыра, һәм 1951 йылдың 21 авгусында уны бөтә хәрби наградаларынан һәм Герой исеменән мәхрүм итәләр.
1953 йылдың апрелендә СССР Генераль прокуроры протесы буйынса Юғары Суд пленумы Шаповаловҡа ҡарата ҡулланылған язаны 10 йылға тиклем кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ йылда ул амнистия буйынса азат ителә.
Тимер ғәскәре сафтарына кире ҡайта. Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторҙан алып Монголия-Ҡытай сигендә урынлашҡан Дзамын-Удэ станцияһына тиклем һалынған Трансмонгол тимер юл магистрале төҙөлөшөндә фиҙәҡәр эшләй. Төҙөлөштөң производство бүлеге начальнигы була. 1955 йылдың декабрендә магистрале даими файҙаланыуға тапшырыла. Уның хеҙмәте Монголияла хеҙмәте «Хеҙмәттәге ҡыйыулығы өсөн» миҙалы һәм Монголия ордены менән билдәләнә. 1960 йылда йәнә КПСС сафына алына.
1962 йылдың майында полковник Шаповалов, ауырыу сәбәпле, запасҡа сыға. Киевта йәшәй. Оҙаҡ йылдар хәрби частарҙың береһендә хеҙмәт итә. Тик 1968 йылдың 29 майында ғына СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме һәм хәрби наградаларға хоҡуғы кире ҡайтарыла.
1978 йылда вафат була. Киев ҡалаһының Байково зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы
- Ике Ленин ордены
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар
- Монголия ордены
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список железнодорожников — Героев Социалистического Труда
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ныне Винницкой области Украины
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаповалов Иосиф Миронович . «Герои страны» сайты.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воронежская энциклопедия. — Воронеж, 2008.
- Герои стальных магистралей. Кн. 2. М. 2003
- Герои труда военных лет 1941—1945. М. 2001
- Золотые звезды железнодорожных войск. Ленинград, 1985
- Кабанов П. А. Стальные перегоны. М.: Воениздат, 1973.
- 24 октябрҙә тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Киев губернаһында тыуғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Почётлы тимер юлсылары
- КПСС ағзалары
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр