Эстәлеккә күсергә

Шинкель Карл Фридрих

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шинкель Карл Фридрих
нем. Karl Friedrich Schinkel
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Пруссия
Тыуған көнө 13 март 1781({{padleft:1781|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1][4][5][…]
Тыуған урыны Нойруппин[d], Восточный Пригниц-Руппин[d], Бранденбург, Германия[3][6]
Вафат булған көнө 9 октябрь 1841({{padleft:1841|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][1][4][…] (60 йәш)
Вафат булған урыны Берлин, Пруссия[3][7][6]
Ерләнгән урыны Доротеенштадтское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Cuno Christian Schinkel[d]
Хәләл ефете Susanne Schinkel[d]
Балалары Elisabeth von Wolzogen[d]
Һөнәр төрө архитектор, рәссам, градостроитель, университет уҡытыусыһы, генеральный подрядчик, художник-график, рәссәм, дизайнер, дизайнер мебели
Эшмәкәрлек төрө архитектура
Уҡыу йорто Берлинская академия архитектуры[d]
Евангелическая гимназия Серого монастыря[d]
Уҡыусылар Людвиг Персиус[d], Дитлев Мартенс[d] һәм Адольф Лозе[d]
Кемдә уҡыған Жилли, Фридрих Давид[d] һәм Давид Жилли[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1840[8]
Сәнғәт йүнәлеше неогреческий стиль[d]
Ойошма ағзаһы Германский археологический институт[d], Академия Святого Луки[d], Национальная академия дизайна[d], Королевский институт британских архитекторов[d], Вена һынлы сәнғәт академияһы[d], Император художество академияһы, Королевская художественная академия[d], Прусская академия художеств[d] һәм Академия изящных искусств[d]
Йоғонто яһаусы Давид Жилли[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Красного орла 3-го класса командор ордена Спасителя орден Белого сокола рыцарь 1-го класса ордена Полярной звезды командор ордена Данеброг орден Красного орла 2-го класса
Тасуирлау биттәре arch-pavouk.cz/index.php…
schinkel.smb.museum/inde…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
digiporta.net/index.php?…
Изображение памятной доски
Изображается на Q97757215?
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей Бойманса-ван Бёнингена[d], Миннеаполис сәнғәт институты[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Милли һынлы сәнғәт музейы[d], Сент-Луисский художественный музей[d], Старая национальная галерея[d], Architekturmuseum der TU Berlin[d], Государственные музеи Берлина[d] һәм Print Collection[d][9]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Karl Friedrich Schinkel
 Шинкель Карл Фридрих Викимилектә

Шинкель Карл Фридрих (нем. Karl Friedrich Schinkel; 13 март 1781 йыл, Нойруппин — 9 октябрь 1841 йыл, Берлин) — немец архитекторы, рәссам, һүрәт төшөрөүсе, театр рәссамы. Немец төҙөлөш сәнғәтендә «романтик тарихилыҡтың» лидеры һәм пруссия эллинизмы архитектура стиленең төп вәкиле.

Карл Фридрих Шинкель лютеран сиркәүе архидиаконы (нем. Archidiakon) ғаиләһендә тыуған. 1795 йылда атаһының вафатынан һуң Берлинға күсә, унда 1799 йылда өлкән Ф. Д. Жилин етәкселеге аҫтында яңы ойошторолған Архитектура академияһында (1798 йылдан 1800 йылға тиклем) архитектура өйрәнә, бер үк ваҡытта фарфор фабрикаһында рәссам булып эшләй. 18031805 йылдарҙа]] һәм 1820 йылда Италияла, һуңыраҡ Францияла эшләй, 1826 йылда Англияла була.

Башта Шинкель рәсем сәнғәте менән шөғөлләнә: пейзаждар, тарихи күренештәрҙе яҙа, ландшафт диаромаһы һәм панорамаларҙы байтаҡ яҙа. Музыка менән мауыға, урта быуат немец сәнғәтен өйрәнә. 1811 йылда беренсе немец литографы була. Каспар Давид Фридрих йоғонтоһо аҫтында уның һүрәттәрендә һәм картиналарында классицизм принциптары романтик рух менән аралаша; тарихи-антик тема милли урта быуат мотивтар менән берләшә. Шинкелдың типик картиналары араһында — «Собор над городом» (1813, Бавария дәүләт йыйылышы, Мюнхен), «Взгляд на Грецию цветущей поры» (1825, Боронғо милли галерея, Берлин). Шинкель 18151832 йылдарҙа Берлин король театрҙарының спектаклдәре өсөн эскиздар эшләп, немец романтизмының сәхнә биҙәлешенә ҙур өлөш индерә (гуашь өсөнВ. А. Моцарттың «Волшебная флейта» постановкаһына гуашь, 1815, Дәүләт музейҙарының графика йыйылмаһы, Берлин; һ. б.). Тантаналы церемонияларҙы биҙәй (Йыр академияһында Дюрерҙың юбилей байрамы, 1828; Потсдамда һарай яны «Аҡ роза байрамы», 1829[11]).

Шинкель 1810 йылда Вильгельм фон Гумбольд тәҡдиме буйынса Пруссия төҙөлөш депутацияһының асессоры булып тәғәйенләнгәндән һуң төҙөлөш сәнғәте менән етди шөғөлләнә башлай. Хеҙмәт баҫҡысы буйлап әҙмә-эҙлекле үрләп, Шинкель короллектә мөһим төҙөлөш эштәрен контролдә тота. Һуңғы ампир классицизмының боронғо сығанаҡтарын археологик яҡтан асыҡлап, уны формалаштыра, ә икенсе яҡтан уға иреклерәк, һығылмалыраҡ вариативлыҡ бирә. К. Ф. Шинкель Пруссия императоры Фридрих Вильгельм III башҡа рәссамдары: архитектор К. Г. Лангханс һәм скульптор Готтфрид фон Шадов менән бергә пруссия эллинизмы (Preußischer Hellenismus) тип аталған үҙенсәлекле неоклассик стиль ижад итә (Hellenismus Preußischer)[12]. Был неостилдең төп патриотик идеяһы Пруссияның яңы сәнғәтенең Наполеон Бонапарт экспансияһы ваҡытының яуыз француз ампирына ҡаршы ҡуйылышында тора (Пруссия Рәсәй, Австрия, Англия Наполеонға ҡаршы коалицияға инә һәм 1815 йылда Ватерлоо янында Бонапартты тар-мар итеүҙә мөһим роль уйнай)

Пруссия эллинизмы стилендә башҡарылған Шинкелдың иң мөһим ҡоролмалары иҫәбенә (помпей һәм неогрек) ҡарай:

Петергофта готик капелла
Кёнигсбергта Альтштадт сиркәүе
  • Берлинда яңы гауптвахта (18161818);
  • Дрезден ҡалаһында яңы гауптвахта (18301832);
  • Берлинда Шарлоттенбург паркында Шинкель павильоны (Кесе һарай) (1824);
  • Берлинда драма театры (18181821);
  • Берлинда Һарай күпере (скульптуралар менән Шинкель эскизы буйынса) 18191823);
  • Көнсығыш Пруссияның Нагорное ҡасабаһында фельдмаршал Барклай де Толли үлгән урында обелиск (элекке Штилитцен) — 1821;
  • Берлинда иҫке музей (18221830)
  • Потсдамда Шарлоттенхоф һарайы (18261829) һәм Рим мунсалары (18281840;
  • Потсдамда Николаикирхе ҡорамы (18301837).

Инглиз тәьҫире йоғонтоһо аҫтында герман готикаһы менән ҡыҙыҡһынып, Шинкель неоготик юҫыҡта төҙөй:

  • Берлин янындағы Гранзеела королева Луизаға суйын һәйкәл, 1811
  • Кенигсбергта Альштадт сиркәүе, 1825—1828;
  • Берлинда Фридрихсвердер сиркәүе, 1824—1831;
  • Петергофтың «Александрия» паркында готик капелла проекты (Александр Невский хөрмәтенә сиркәү, 1829 йылғы проект, капелла архитекторҙар А.Менельсон һәм И. И. Шарлеман тарафынан 18831—1833 йылдарҙа төҙөлгән.
  • Потсдам янында Бабельсберг һарайы, 1831—1833;

Шинкель етәкселеге аҫтында (1817 һәм 1833 йыл пландары буйынса) Берлиндың планировкаһы яңыртыла (ҡала үҙәгендә яңы урамдар һәм бульварҙар булдырыла; ҡайһы бер районды ҡушыу иҫәбенә уның тирә-яҡ территорияһы киңәйә). Шинкель урындағы сәнғәт сәнәғәте үҫешенә ҙур өлөш индерә, ул йыһаздар проектын, шул иҫәптән суйындан баҡса йыһаздары, яҡтыртҡыс һәм витраждар. Реставрация эштәре менән әүҙем шөғөлләнеп (шул иҫәптән Кёльн соборы төҙөлөшөн күҙәтеп), архитектруа ҡомартҡыларын һаҡлауҙы киң дәүләт нигеҙенә ҡуя: уның инициативаһы менән (1815 йылдан) тейешле хеҙмәттәр бөтә Пруссия буйынса ойошторола. Шинкелдың үҙ әҫәрҙәре араһында 1830 йылғы фекерҙәре айырым урынды биләй (китапхана, магазин проекттары), шулай уҡ Төҙөлөш академияһы бинаһы (18311835; әлеге ваҡытта тергеҙелә), унда ул ниндәйҙер тарихи стилизацияларҙан баш тарта, протофункционализмдың новаторлыҡ өлгөләрен булдыра. Үҙенең неоготик һәм эллинистик проекттарына Шинкель башҡа стилдәрҙе лә: помпей, мысыр һәм мавритан мотивтарын индерә. Үҙенең ижады менән бик күп рәссамдарҙың ижадына йоғонто яһай, шул иҫәптән оҫтахана буйынса бергә уҡыған Жилли, архитектор Лео фон Кленце, инглиз архитекторы Р. Смеркҡа. Шинкель архитектура дәреслектәре өҫтөндә эшләй (Das Architektonische Lehrbuch). 1840 йылдан уның һүрәттәре, юл һыҙмалары, акварель һәм архитектура проекттары 28 томлыҡ гравюрала баҫылып сыға[13].

Карл Фридрих Шинкель XIX быуатта Рәсәйҙәге архитектураны үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай. Берлинға йыш килгән император Николай I заказы буйынса Петергофта Александрия паркында готика сиркәүенең (1829) проектын төҙөй. Императрица Александра Федоровнаның Ореандала, Ҡырымдағы резиденцияһы проектын шулай уҡ Шинкель эшләй (1838). Ул ҙур бина —ҡаянан ҡалҡып сыҡҡан кеүек итеп Яңы Акрополь төҙөргә тәҡдим итә. Эске бүлмәләре помпея виллалары стилендә биҙәлергә тейеш була. Стеналарының бай биҙәлеше, галереяларҙа төрлө мәрмәр төрҙәренән скульптуралар, фонтандар, ихаталағы тропик йәшеллек архитектор фекере буйынса император резиденцияһының ғәҙәти булмауын һәм зиннәтлеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға тейеш була. Проект бик ҡыйбат була һәм уны архитектор А. И. Штакеншнейдерға тапшыралар. Шинкелдың күп проекттарын император бойороғо буйынса Штакеншнейдер Санкт-Петербургта һарай яны заказдарын тормошҡа ашырыу өсөн ҡуллана.

Санкт-Петербургтағы Аничков күперенең наяд һәм һыу кеҫәрткеләре менән биҙәлгән суйын ҡоймаһы император Николай I заказы буйынса 1824 йылда Берлинда Шинкель төҙөгән Һарай күперенең яндауырҙарынан күсереп алынған.

1806 йылда Швальбенберг тауында йөҙөүҙең хәүефһеҙлеге өсөн (хәҙер — Прохладная тауы) Пиллау (хәҙерге Балтийск) ҡала-порты янында Шинкель проекты буйынса махсус тамға ҡуйыла, ул быуаттан ашыу навигация ориентиры булып хеҙмәт итә. Ҡыҙыл таштан яһалған асылған китап рәүешендәге силуэт диңгеҙҙә алыҫтан күренә. 1816 йылда Пиллауҙа төҙөлгән маяк проектының авторы тип ҡайһы берәүҙәр Шинкелды һанай[14]. Шинкель тулыһынса король Фридрих Вильгельм III тәҡдим иткән батырлыҡ өсөн хәрби награда вариантын — Тимер тәрене биҙәй, уның менән, башлыса Германияла Азатлыҡ һуғышында ҡатнашҡан немец-рус легионы ағзалары бүләкләнә[15]

Шинкель 1841 йылда Берлинда вафат була, шунда уҡ ерләнә. Берлин халҡы үҙенең күренекле рәссам һәм архитекторын хөрмәт итә. Берлин үҙәгендә ул төҙөгән неоготик сиркәүҙә (Friedrichswerdersche Kirche, 1824—1831) 1987 йылда реставрациянан һуң К. Ф. Шинкель музейы асыла.

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. (unspecified title) — 2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118607782 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Karl Friedrich Schinkel (нидерл.)
  5. Karl Friedrich Schinkel // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  6. 6,0 6,1 https://hdl.handle.net/21.12141/id/people.B89699AD-CAE2-4B78-99F8-115A740C14E8
  7. Шинкель Карл Фридрих // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  8. RKDartists (нидерл.)
  9. https://web.archive.org/web/http://wallachprintsandphotos.nypl.org/catalog/516760
  10. https://data.performing-arts.ch/a/0c88f570-55d4-4a49-8a49-bf70a150e849 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  11. Илатовская Т. А., Пахомова-Гёрес В. А. Волшебство Белой Розы. — СПб.: Эрмитаж, 2000. — С. 27
  12. Власов В. Г.. Прусский эллинизм // Власов В. Г. Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. VII, 2007. — С. 845—851
  13. Власов В. Г.. Стили в искусстве. В 3-х т. Т. 3. Словарь имен. СПб.: Кольна, 1997. С. 521
  14. Довоенная история Пиллау
  15. Reinhard Pözorny(Hg)Deutsches National-Lexikon- DSZ-Verlag. 1992. ISBN 3-925924-09-4