Эстәлеккә күсергә

Шлезингер Тереза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шлезингер Тереза
нем. Therese Schlesinger-Eckstein
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Австрия
Тыуған көнө 6 июнь 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Вена, Австрия империяһы[1][3]
Вафат булған көнө 5 июнь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2] (76 йәш)
Вафат булған урыны Блуа[d][1][3]
Бер туғандары Фридрих Экштейн[d], Экштейн Эмма һәм Густав Экштейн[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, яҙыусы, деятель феминизма
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[4], Феминизм[4] һәм әҙәби эшмәкәрлек[d][4]
Биләгән вазифаһы член Национального совета Австрии[d], член Федерального совета Австрии[d], член Национального совета Австрии[d][5] һәм член Федерального совета Австрии[d][5]
Әүҙемлек урыны Вена
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социал-демократическая партия Австрии[d]
 Шлезингер Тереза Викимилектә

Шлезингер Тереза (нем. Therese Schlesinger, ҡыҙ фамилияһы — Eckstein; 1863 йыл1940 йыл) — Австрия сәйәсмәне, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлыусы, яҙыусы-социалист[6].

Беренсе Австрия республикаһы парламентына беренсе булып һайланған социал-демократ ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.

1863 йылдың 6 июнендә Вена ҡалаһында тыуа. Либераль йәһүд сәнәғәтсеһе ғаиләһендә үҫә, ағалары һәм апалары: Экштейн Эмма, Фридрих Экштейн һәм Густав Экштейн.

Тереза юғары белем ала алмай, әммә үҙ аллы шөғөлләнә һәм шәхси дәрестәр ала. 1894 йылда, феминизм менән таныштырған әхирәте Мари Ланг аша Allgemeine Österreichischen Frauenverein (AÖFV) ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһына ҡушыла. Тиҙҙән, Августа Фикерт даирәһенә инә һәм уның тәҡдиме буйынса гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙа башлай. Ул Кронаветер Фердинандтың Volksstimme аҙналыҡ гәзитенең ҡатын-ҡыҙҙар бүлегенә яҙа һәм тиҙҙән AÖFV-тың вице-президенты булып китә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары белем алыу һәм тауыш биреү хоҡуғы өсөн көрәшә.

1896 йылда Тереза Шлезингер Роза Майредер менән бергә AÖFV-тан Ethischen Gesellschaft Wien конференцияһына вәкил итеп һайлана. Унда улар Вена эшселәренең хәле тикшерелә һәм Тереза социал-демократтар менән тәүге бәйләнеш урынлаштыра. Шул уҡ йылда ул Берлинда (Frauenkongress Internationalen) Австия ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенә арналған тәүге халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында сығыш яһай. Ул социал-демократияның теоретик нигеҙҙәрен өйрәнә һәм Вена университетында социаль этика буйынса Эмиль Райхтың лекцияларын тыңлай. 1897 йылдың көҙөндә Австрия социал-демократик эшселәр партияһы ағзаһы булып китә. 1901 йылда ул Vereins sozialdemokratischer Frauen und Mädchen ассоциацияһын ойоштороусыларҙың береһе була. Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙар проблемалары буйынса китаптар яҙа, лекциялар уҡый һәм социал-демократик айлыҡ «Der Kampf», «Arbeiter-Zeitung» һәм «Die Unzufriedene» баҫмаларынжа мәҡәләләр баҫтыра. Беренсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында Виктор Адлерҙың һәм һуңыраҡ Бауэр Оттоуның етәкләгән партияның һул ҡаантында алдынғы фигура була.

Тереза Шлезингер уңдан икенсе парта артына. Милли ойоштороу йыйылышы, 1919 йыл.

1918 йылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы индерелгәс, Тереза Шлезингер һәм Адельхайд Попп ҡатын-ҡыҙ беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша һәм тауыш бирә алған Милли ойоштороу йыйылышына һайлауҙар алдынан (Konstituierende Nationalversammlung), «Die Vählerin» аҙналыҡ баҫмаһын сығара. Адельхайд Попп, Анна Бошек, Габриэла Профт, Мария Туш һәм Амалия Зайдель менән бергә ул Милли ойоштороу йыйылышы депутаттарының беренсе ҡатын-ҡыҙ социал-демократ-депутаттары иҫәбенә инә. 1919—1923 йылдарҙа — Австрияның Милли советы, һуңынан 1930 йылға тиклем Австрия Федераль советы ағзаһы була. 1933 йылда Тереза Шлезингер партия етәкселегенән сыға, 1934 йылда партия законһыҙ тип таныла.

1938 йылда Австрия берләшкәс, Тереза Шлезингерға, йәһүд булыуы арҡаһында, хәүеф янай һәм ул Францияға ҡаса. Ҡалған ғүмерен Блуа ҡалаһында шифаханала үткәрә, һәм унда 1940 йылдың 5 июнендә вафат була.

1949 йылда Йозефштадт районындағы Wickenburggasse 8 / 14 Schlösselgasse адресы буйынса торлаҡ комплексы «Тереза-Шлезингер-Хоф» (Therese-Schlesinger-Hof) тип атала. 2006 йылда уның хөрмәтенә Веналағы бер майҙанға Schlesingerplatz атамаһы бирелә.

1888 йылда Тереза Экштейн банк хеҙмәткәре Виктор Шлезингерға кейәүгә сыға (Victor Schlesinger). 1890 йылда уларҙың ҡыҙҙары Анна тыуа. Тереза бала табыу ваҡытында биҙгәк йоҡтора һәм ике йыл ауырығандан һуң, инвалид коляскаһында һәм ҡултыҡ таяғы менән генә йөрөй. Ул ауырыған ваҡытта, 1891 йылдың 23 ғинуарында, ире туберкулездан вафат була. Берҙән-бер ҡыҙы Анна адвокат Джозеф Фрейға (Josef Frey) кейәүгә сыға, 1920 йылда үҙ-үҙенә ҡул һала.

  • Jutta Dick, Marina Sassenberg. Jüdische Frauen im 19. und 20. Jahrhundert. Lexikon zu Leben und Werk. Rowohlt, Reinbek 1993, ISBN 3-499-16344-6.
  • Gabriella Hauch. Schlesinger, Therese. In: Brigitta Keintzel, Ilse Korotin (Hrsg.): Wissenschafterinnen in und aus Österreich : Leben — Werk — Wirken. Wien : Böhlau, 2002 ISBN 3-205-99467-1, S. 650—655.