Йозеф Шумпетер
Йозеф Шумпетер | |
Joseph Schumpeter | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Таконик, Коннектикут, США |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Гарвард университеты |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
Философия докторы (Ph.D.) |
Ғилми етәксеһе | |
Ниндәй өлкәлә танылған | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Йозеф Алоиз Шумпетер (нем. Joseph Alois Schumpeter; 8 февраль 1883 йыл — 8 ғинуар 1950 йыл) — Австрия һәм Американың иҡтисадсыһы, политолог, социолог һәм иҡтисади фекерҙәге тарихсы. Иҡтисади теорияла «ижади емерелеү» һәм политологияла «элита демократияһы» терминдарын популярлаштырған ғалим.
1986 йылда ғалимдың ҡаҙаныштары хөрмәтенә һәм уның ижадын өйрәнеү өсөн « Йозеф Шумпетер халыҡ-ара йәмғиәте» төҙөлгән; 2001 йылда Берлинда Шумпетер Институты асыла. Шәхси китапханаһының бер өлөшө Токионың Хитоцубаши университетында (Шумпетер китапханаһы) һаҡлана.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йозеф Шумпетер 1883 йылдың 8 февралендә ҙур булмаған Моравияла Тршешть ҡалаһында тыуған. Ул ваҡытта Моравия Австро-Венгрия империяһы составында булған. Ғаиләһе - немец, әммә Шумпетер Йозефтың ике өләсәһе, ҡатын-ҡыҙи яғынан булған башҡа ҡайһы бер ата-бабалары чех сығышлы булғандар . Йозефтың атаһы, шулай уҡ Йозеф, туҡыма етештереү буйынса ҙур булмаған фабриканы биләгән. Ул Шумпетерға дүрт йәш сағында мәрхүм була.[5]. 1893 йылда әсәһе Йоганна Шумпетер ( ҡыҙ фамилияһы Грюнер) менән бергә Венаға күсеп киләләр[6]. Бер аҙҙан әсәһе фельдмаршал-лейтенант Зигмунд фон Келерға кейәүгә сыға. Зигмунд Йозефтың әсәһенән 33 йәшкә өлкән була. Әсәһенең юғары дәрәжәле хәрби менән никахлашыуы Шумпетерға Венаның иң элаталы Терезианум мәктәбенә уҡырға инергә мөмкинселек бирә.[7]. Терезианумда Шумпетер боронғо грек, латин, француз, инглиз һәм итальян телдәре буйынса яҡшы белем ала. Тел белеме уға киләсәктә бик ныҡ ярҙам итә[8].
Урта мәктәпте тамамлағас,1901 йылда ул Вена университетының юридик факультетҡа уҡырға инә. Уның уҡытыусылары араһында Австрия иҡтисади мәктәбенә нигеҙ һалыусылар Фридрих фон Визер һәм Бём-Баверк,Ойген фон[8] булалар. 1906 йылда хоҡуҡ докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлаған.
Вена университетын тамамлағандан һуң, уҡыуын Берлинда дауам итә, унда Густав фон Шмоллер лекцияларын тыңлай., ә аҙаҡ Лондонда уҡый. 1907 йылда англичанка Глэдис Сиверға (инглизса Seavers) өйләнә. Никах уңышһыҙ була, 1920 йылда Шумпетер ҡатыны менән айырылышҡан. 1907-1908 йылдарҙа Ҡаһирә ҡалаһында адвокат булып эшләй.
1908 йылда Лейпциг ҡалаһында уның тәүге ҙур монографияһы «Сущность и основное содержание теоретической национальной экономии» баҫылып сыға. Китап немец һәм австрия иҡтисадсылары яғынан һалҡын ҡабул ителә. Ул ваҡытта ике фәнни мәктәп араһында — тарихи һәм австрия — бик көсөргәнешле дискуссия тарихҡа «спор о методах».булып инеп ҡалған. Һөҙөмтәлә дәүләт кимәлендә Австрия вәкилдәренә Герман империяһының университеттарында уҡытыу тыйылған[9]. Шумпетерҙың эше маржиналистарҙың теоритик ҡаҙаныштарын һүрәтләүҙән тора. Ул иҡтисади анализда математик алымдар кеүек үк австрия мәктәптәренең вәкилдәре тарафынан инҡар ителә. Һөҙөмтәлә Шумпетер Вена университетында урын ала алмай.[8].
Ҡаһирәнән ҡайтҡас, Австро-Венгрия империяһының Вена университетында приват-доцент, һуңынан 1909 йылда — Черновцы университетында сәйәси иҡтисад профессоры вазифаһын ала. 1911 йылда Грацский университетында сәйәси иҡтисад посын ала. Был вазифаны уҡытыусыһы фәндәр академияһы президенты, экс-финанс министры Бём-Баверк ярҙамында ғына ала, сөнки уның кандидатураһына факультет ҡаршы тауыш биргән була[8].
1913-1914 йылдарҙа Нью-Йорктың Колумбия университетында алмашыу буйынса эшләй.. 1916 йылда ғилми журнал «Архив социальной науки и социальной политики (нем.)баш.» (нем. Archiv für Sozialwissenschaft und Sozialpolitik) баҫмаһын әҙерләүҙә ҡатнаша. Шул уҡ йылда Грац университетының юридик факультетына декан итеп һайлана. С 1917 йылдан I бөтә донъя һуғышы 1918 йылда тамамланыуға тиклем һуғыш ваҡытының комиссариат хеҙмәткәре булып эшләЙ (нем. Generalkommissariats für Kriegs- und Übergangswirtschaft).
1919 йылдың 15 мартынан алып 17 октябренә тиклем Австрияның финанс буйынса министры вазифаһын биләй. Был вазифала декретҡа ҡул ҡуя, уға ярашлы һуғышҡа тиклемге бурыстар, закон буйынса осһоҙланған крондар һаны менән тигеҙләшеп түләнергә тейеш тиелгән. Был, иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты Хайек Фридрих Август фон иҫтәлеге буйынса, бик популяр булмай. Финанс министры президент вазифаһынан киткәндән һуң бер банктың президенты була, банк тәүҙә уңышлы эшләй, әммә тиҙ арала банкротҡа сыға[10].
1925 йылда Анна Жозефина Райзингерға өйләнә. Шулай уҡ Шумпетерҙың икенсе никахы ла оҙаҡҡа бармай. Уның ҡатыны туйҙың икенсе йылында вафат була. 1937 йылда Шумпетер өсөнсө тапҡыр иҡтисад тарихсыһы Элизабет Фирускийгә өйләнгән.
Һуңынан Рейн (Бонн, 1925-1932) һәм Гарвард университеттарының (1932 йылдан ) профессор вазифаһын биләй. АҠШ-та ғалимдың хеҙмәте юғары баһалана. Ул төрлө йылдарҙа эконометрик йәмғиәтенең (1940-1941) президент посын билй һәм 1948 йылда Америка ассоциацияһы иҡтисады президенты була.
Фәнни ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йозеф Шумпетерҙың иғтибар үҙәгендә Баҙар системаһының үҫеше динамикаһы проблемалары, иҡтисади үҫеш һәм алға китеш тәьмин иткән факторҙар тора. Ғалим беренсе тапҡыр иҡтисади динамиканы неоклассик йүнәлештәге вәкилдәрҙең статистик анализына ҡаршы ҡуйып өйрәнә башлай.[11].
Инновациялар, яңылыҡтар, эшҡыуар функцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнәғәт революциялары даими рәүештә яңылыҡҡа ынтылыш тыуҙырып, системаларҙы үҙгәртеп тора.Шумпетер фекеренсә, иҡтисади динамика хужалыҡ тормошоноң төрлө өлкәләрендә инновация таратыуға нигеҙләнгән. Инновацияның һөҙөмтәһе иҡтисади процесҡа йәки продукцияға туранан-тура йоғонто яһау булып тора [11].
Иҡтисади новаторлыҡ — индивидтар функцияһы, уларҙы Шумпетер эшҡыуарҙар тип атай. Эшҡыуарлыҡ — хужалыҡ итеү субъекттары, уның функцияһы туранан-тура яңы комбинацияларҙы тормошҡа ашырыу һәм был процестың әүҙем элементы булып тора Эшҡыуарҙың иҡтисади функцияһы даими түгел, комбинация иҫкергәнгә тиклем генә башҡарыла. Эшҡыуарлыҡ һөнәр була алмай. Шумпетер эшҡыуарҙың новаторлыҡ функцияһын капиталист функцияһынан айыра, сөнки эшҡыуарға мөлкәт хоҡуғына эйә булыу мотлаҡ түгел. Хәүеф аҫтында аҡса биргән капиталистар булыра мөмкин. Эшҡыуар шулай уҡ уйлап табылған түгел. Бары тик уларҙы эш һөҙөмтәһен тормошҡа ашыра. Шулай уҡ эшҡыуарҙарҙы менеджерҙарҙан айыра белергә кәрәк. Һатыусылар яңылыҡты тормошҡа ашырмай, иҫкергән эште башҡара.[12].
Эшҡыуарлыҡ ғәҙәти «ағым ыңғайынан» китеп, ижади ҡараш талап итә, шуға күрә эшҡыуарҙың шәхес үҙенсәлектәре менән бәйле. Шумпетер үҙенсәлекле мотивацияны билдәләй, ул тиҙ ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүҙе талап итеүҙә түгел, ә предприятиенең әүҙем эшмәкәрлеген төҙөү, көндәштәрҙе еңеү, килеп тыуған ауырлыҡтарҙан сыға белеү. Быға көслө ихтыяр, үҫешкән интуиция һәм алдан күрә белеүсәнлек нигеҙендә ирешергә мөмкин. Яңылыҡҡа ынтылыу, үҙ көсөңә ышаныу, тәүәккәллек, үҙеңде үҙ аллы тойоу — был эшҡыуар шәхесте ҡылыҡһырлаған һыҙаттар уны синфи һәм социаль бәйлелектән азат итә. Шул уҡ ваҡытта Шумпетер эшҡыуары, мотлаҡ, көслө интеллектҡа эйә түгел, оҙаҡ уйлап һәм төрлө варианттарҙы сағыштырып, ҡарар ҡабул итәлмәҫкә лә мөмкин [13].
Иҡтисади концепциялар циклы динамикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Циклдың динамика концепцияһы тип цикллылыҡ иҡтисади үҫеш законы ҡарала, инновациялар индереүгә бәйле төп капиталға инвестициялар үҫеше этәргес көс булыуын таный. Яңылыҡты тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу һәм өҫтәмә капитал йәлеп итеү, кредит барлыҡҡа килтерә.Теория циклы төҙөүҙән тыш, Шумпетер хәҙерге замандағы иҡтисадтар циклдар классификацияһының авторы булып тора, уға ярашлы, «оҙон тулҡын» Кондратьев (55 й. тиклем), урта Жюгляр сәнәғәт циклдары (10 йылға тиклем), бәләкәй (аҡса) Китчин циклдары 3-4 йыл оҙайлығында[11].
Һөҙөмтәлә Шумпетер парадокс һығымтаға килгән: тотороҡһоҙландырыу факторҙары тип һаналған — монополия, иҡтисади циклдар, конкурентлы көрәш — ысынында прогресс тиҙләтеүҙе күрһәтеүсе факторҙар булып торалар. Ғалим фекеренсә, көслө конкуренция, йоғонто өсөн көрәш, фирмаларҙың сикләнгән эшмәкәрлеге (реклама, патент) прогресты тотҡарламай , ә оҙайлы үҫеш процесын тиҙләтә[11].
Шумпетер үҙенең тәғлимәтендә иҡтисад моделендә камил конкуренция өҫтөнлөгөнән баш тарта, сөнки ул тигеҙлеккә килтерә һәм табыш килтермәй, динамик файҙа ҡарашына. Шумпетер гипотезаһын раҫлаусы билдә булып шул тора: әгәр эшҡыуар төп этәргес мотив булып килем хеҙмәт итә, тип һанай икән, ул үҙен новатор итеп күрһәтә. Ғалим элек өҫтөнлөк иткән Вальрас Леон тигеҙлек баҙар теорияһын, эшҡыуарлыҡ буйынса ла айырым мәғәнәгә эйә. булмаған, теорияны кире ҡаға. «Шумпетер эшҡыуары» үҙенә табыш алыу өсөн шарттар булдыра, етештерелгән һәм һатылған продукция процесын үҙгәртә, һәм шул рәүешле үҫеш шарты тәьмин итә[14].
Шумпетер беренсе иҡтисадсы була. Ул индергән төшөнсәләр «яңылыҡ» һәм «инновация» һәм уларҙы иҡтисади үҫеш темпы менән бәйләй. Микроэкономик кимәлдә яңылыҡтар килем алыуҙы тәьмин итәләр һәм инновацион процеста әүҙем ҡатнашыу арҡаһында тормошҡа ашырыла. Был макроиҡтисади — дөйөм иҡтисади үҫешкә йоғонто яһай һәм иҡтисади үҫеше [11]нигеҙендә ята.
Ижади емерелеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шумпетер өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе — капитализм ниндәй ысул менән даими рәүештә иҫкергән элеметтарҙы бөтөрә һәм иҡтисади структураһын яңырта ала. Иҡтисади системаның башланғыс хәле булып тигеҙләнеш хәле тора. Үҫеш сығанағы булып эске процестар хеҙмәт итә. Производство ресурстарының яңы комбинациялары инновациялар индереүгә килтерә. Тигеҙлек эшҡыуар-новаторҙың .эш-хәлдәре менән боҙола. Ул инновацияларҙы индереү өсөн «иҫке» компанияларҙан һәм фирмаларҙан кредит ала. Инвенстициялар яңы өлкәләргә йүнәлтелә, аҡрынлап яңы ҡатнашыусылар йәлеп ителә. Тупланыу даими һәм өҙлөкһөҙ процесс була алмай. Киреһенсә, Шумпетерға ярашлы, үҫеш процесы һикерешле барлыҡҡа килә, сөнки ул яңы техник яңылыҡтарҙы һәм яңы инвестиция проекттарын үҙләштереү менән билдәләнә[11].
Башта бер нисә йәки бер эшҡыуар яңы формаларҙы һәм килем алыу юлдарын файҙалана, ваҡыт үтеү менән уларҙың миҫалын башҡалар ҡабатлай башлай.. Й. Шумпетер иҫәпләүенсә , берәүҙең уңышы башҡаларҙы йәлеп итә, һөҙөмтәлә иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу процесы барлыҡҡа килә. Табыш иһә яңылыҡтың бүләге булып тора, сөнки яңы комбинациялар сығымды кәметергә мөмкинлек бирә. Килемде шул ала, кем алдан яңылыҡтар ҡуллана. Шуға ярашлы, килем категория була - ул барлыҡҡа килә лә һәм юғала ла. Яңылыҡтар таралғанда етештереү сығымдары тигеҙләшә, ә килем алыу ҡыйынлаша. Табыш алыу өсөн хаҡ йәки сифат конкуренцияһы хәл иткес була алмай, ә яңы продукция, яңы технологиялар, яңы сығанаҡтар менән тәьмин итеү, яңы формалар өйоштороу конкуренциялары тора.[15]
Нәтижәлә уйлап табылғандарҙы, яңы асыштарҙы һәм яңылыҡтарҙы ҡулланыу, система тигеҙлек торошонан китә башлай, икенсе техник база кимәлендә тағы ла яңы тигеҙләнешкә ынтыла. Иҫке продукттар һәм алдағы ойоштороу формалары ҡыҫырыҡлап сығарыла, «ижади емереү» процесы барлыҡҡа килә. Экономик системаның яңы торошо формалаша, фирмалар уға яраҡлаша, ә иҡтисад үҫеше дөйөм алғанда, циклик характер ала.[11]
Китап «Капитализм, социализм һәм демократия»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мин иҫбат итергә тырышҡан тезис шунан тора, капиталистик система иҡтисади емерелеүҙән юҡҡа сыҡмай, ләкин уңышы үҙе уны яҡлаусы йәмғиәт институттарын емерә, «кисекмәҫтән» артабан ул йәшәй алмаҫлыҡ шарттар тыуҙырасаҡ һәм социализмға урын бирәсәк. Шулай итеп, минең аҙҙаҡҡы һөҙөмтәм,күпселек социалистар,шулай уҡ марксистар яҙғандан айырылмай, шулай ҙа минең аргументтар бөтөнләй уларҙыҡына оҡшамаған. Бынан мине социалист тигән һығымта яһауҙың кәрәге юҡ.Минең күҙаллау (прогноз) шундай ваҡиғалар үҫешен хуплай тигәнде аңлатмай. Әгәр ҙә табип ауырыу үлә тип әйтә икән,был уның шундай нәтижә теләй тигәнде аңлатмай.Социализмды күрә алмаҫҡа була, ахыры сиктә уға һалҡын тәнҡит менән ҡарарға мөмкин, ләкин уның килерен күрә
Тезис, который я постараюсь доказать, заключается в том, что капиталистическая система не погибает от экономического краха, но зато сам её успех подрывает защищающие её общественные институты и "неизбежно" создаст условия, в которых она не сможет выжить и уступит место социализму. Таким образом, мой конечный вывод не отличается от того, что пишут большинство социалистов и, в частности, все марксисты, хотя моя аргументация совсем не такая, как у них. Но из этого вовсе не следует, что я социалист. Мой прогноз не подразумевает, что я приветствую такое развитие событий. Если врач говорит, что больной умирает, это не значит, что он желает такого исхода. Можно ненавидеть социализм или, по крайней мере, относиться к нему с холодным критицизмом, но все же предвидеть его приход[16].
белергә кәрәк [17].
Биш бүлектән торған китап.
Беренсе бүлек. Марксистик тәғлимәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңыраҡ китаптың маркиситик тәғлимәткә арналған беренсе бүлеге «Десять великих экономистов» китабына ингән.
Шумпетер марксизмды ысын тормошта ожмах вәғәҙә иткән диндең яһалмаһы,тип атай.. Марксизмдың уңышы шундай шарт менән сикләнә: унда насар йәшәгәндәргә иррациональ өмөттәр рационалистик тендиция эпохалары менән яраштырып ғилми анализ менән аңлатыла.
Икенсе бүлек. Капитализм иҫән ҡала алырмы?
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Капитализм иҫән ҡала алырмы?» һорауына Шумпетер кире яуап бирә. Капитализмдың үҙ-үҙен емереү идеяһын ул капитализм мөнәсәбәттәренең уңышлы үҫеш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тендициялар менән дәлилләй[11].
Капиталистик система ҙур бизнес барлыҡҡа килтерә. Әммә ул шәхси инициативаға ҡурҡыныс янай. Шәхси инициатива капиталистик система үҫешенең иң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Акционерҙар йәмғиәте формалашыуы шәхси милекселәр класын юҡ итә, сөнки менеджерҙар ҙа, акционерҙар ҙа предприятиеның ысын хужаһы түгел. Шул уҡ ваҡытта шәхси милек производство факторҙарына капитализм билдәһе булып тора. Улай ғына ла түгел, йәмғиәттең ҡатламдарға бүленеүе һәм урта синыфтың юғалыуы , (ул капитализмды «һаҡлай») , социаль көсөргәнешле атмосфера формалашыуға килтерә һәм «радикалдар интеллектуалдар» барлыҡҡа килә.[11]. Был үҙ сиратында потенциаль конфликтҡа нигеҙ һала, Ул конфликт йә революция, йә капитализм яғынан ташламалар менән хәл ителәсәк. Ваҡыт үтеү менән социалистик йәмғиәттең формалашыу процесы менән тамамланасаҡ.. «Социалистик йәмғиәт ойошмаһы ул шундай уҡ капиталистик йәмғиәттең ҡотолғоһоҙ тарҡалыу процесынан ҡотолғоһоҙ үҫеп сығасаҡ », — тип яҙа Шумпетер[18].
Маркс теорияһына тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шумпетер марксизмдың иң сағыу тәнҡитселәренең береһе О. Бём фон-Баверктың уҡыусыһы була.. Австрия иҡтисади мәктәбе тәғлимәте Карл Маркс тәғлимәте менән иделогик ҡапма-ҡаршылыҡтар менән характерлана һәм социализмды ҡабул итмәй. Был иҡтисади фекер йүнәлешенең иң күренекле вәкилдәренең береһе Нобель премияһы лауреаты . Хайек Фридрих фон үҙенең «Дорога к рабству» эшендә совет коммунистар һәм националь-социалистик системалар араһында тигеҙлек билдәһе ҡуя. Үҙ коллегаларынан айырмалы рәүештә, Шумпетер тәнҡит менән бер рәттән, марксизмдың ыңғай һыҙаттарын да күрһәтә.. Шуға ҡарамаҫтан, «Капитализм, социализм һәм демократия» китабы (беренсе бүлеге Маркс тәғлимәтен тикшереүгә бағышланған) СССР-ҙа киң публика өсөн ябыҡ була. Ул китапханаларҙың «махсус һаҡлағысында» ята.[8].
Беренсе бүлектә «Маркс - әүлиә» Шумпетер марксизмды религия тип атай. «Капитал» авторы миллионлаған кешеләр йөрәгенә ысын тормошта уҡ социалистик ожмах тураһында тәғлимәт бирҙе. Диндән яҙған кешеләр өсөн яңы йүнәлеш яҡтылыҡ нуры һәм йәшәү мәғәнәһе булды [19]
Рәсәй революцияһына ҡарашы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылда Вена кафеһы «Ландманда» немец социологы Макс Вебер менән Йозеф Шумпетер һәм билдәле Вена банкиры Феликс Зомари осрашалар һәм улар араһында бәхәс ҡыҙа. Феликс Зомариға беҙ бурыслыбыҙ, сөнки ул был бәхәстең ҡиммәтле шаһиты. Һүҙ урыҫ революцияһы тураһында бара. Йозеф Шумпетер шатланып: "Ниһайәт, социализм «ҡағыҙ дискуссия » булыуҙан туҡтаны һәм хәҙер үҙенең йәшәү һәләтлеген иҫбат итергә мәжбүр,"- тип хәбәр итә.М.Вебер Рәсәйгә социализм индереү,уның иҡтисади кимәлен иҫәпләгәндә, ысын мәғәнәлә, был енйәт һәм был уны һәләкәткә килтерә, тип ҡаршы төшә. Ф.Зомари хәтерләүенсә, Й.Шумпетер һалҡын ғына был шулай булырға ла мөмкин,ти, ләкин Рәсәй үҙен «бик яҡшы лаборатория» итеп күрһәтә,тип билдәләй. Яуапты ишеткәс, М.Вебер бик ҡыҙа һәм:«Тау өйөмө мәйеттәр менән лаборатория» Й.Шумпетер: «Шулай анатомия театры кеүек»,- ти[20].
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шумпетер 1950 йылда Коннектикут штатындағы ҙур булмаған ҡалала вафат була..
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1986 йылда төҙөлгән халыҡ-ара иҡтисади ойошмаға ғалим хөрмәтенә Й.Шумпетер исеме бирелә. Ғалим уҡыған Бонн ҡалаһында бер аллеяға уның исемен бирәләр.
2004 йылда иҡтисадсы тыуған йортта ( Тршешть ҡалаһы) Чехия президенты В. Клаус тарафынан Шумпетер музейы асыла (J. A. dům Rodný Schumpetera).
2009 йылда The Economist баҫмаһы Шумпетер хөрмәтенә бер колонкаһын атай. Унда бизнес һәм менеджмент мәсьәләләр мәсьәләләре тикшерелә[21].
2010 йылда Рәсәйҙә халыҡ-ара фәнни-практик конференциялар «Шумпетеров уҡыуҙаы» проект серияһы Пермь милли тикшеренеү политехник университетының кафедра мөдире профессор А. В. Молодчик еткселегендә асыла. Уҡыу ҡатнашыусылар араһында РАН академигы И. Татаркин, ағза-корреспондент РАН Е. В. Попов, РАН иҡтисад Институтының ғилми хеҙмәткәре О. С. Сухарев.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. с. Автономов «Несвоевременный» мысли Йозефа Шумпетера. — В кн.: Шумпетер Й. Капитализм, социализм и демократик: пер. с ингл. / . Предисл. в һәм с автономов общ. ред. — М.: Иҡтисад, 1995. — ISBN 5-282-01415-7.
- Базилевич В. Д. 12. 1. 2 Неортодаксальна теорія Й. А. Шумпетера // Історія економічних учень: У 2 ч.. — 3-е издание. — К.: Знання, 2006. — Т. 2. — С. 312—324. — 575 с. — ISBN 966-346-150-0.
- Блауг М. Шумпетер, Йозеф А. // 100 великих экономистов до Кейнса = Great Economists before Keynes: An introduction to the lives & works of one hundred great economists of the past. — СПб.: Экономикус, 2008. — С. 332—335. — 352 с. — (Библиотека «Экономической школы», вып. 42). — 1500 экз. — ISBN 978-5-903816-01-9.
- Р. Нуриев М. Й. А. Шумпетер: схоластиканы тарихындағы роле иҡтисади анализ // вестник экономики Ростов дәүләт университетында уҡый. — 2005. — 3-сө том. — № 4. — 20-27 с.
- Селигмен Б. Йозеф А. Шумпетер и его новатор // Основные течения современной экономической мысли. — М.: Прогресс, 1968. — 600 с.
- Хайек Ф. А. Глава 5. Джозеф Шумпетер (1883—1950). Методологический индивидуализм // Судьбы либерализма в XX веке. — М.: ИРИСЭН, 2009. — 337 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-91066-028-5.
- Чаган — Экс-ле-Бен. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — 640 с. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 29).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hedtke, U. Alois Schumpeter Joseph – Kurzbiographie (нем.) (недоступная ссылка). schumpeter.info. Мөрәжәғәт ваҡыты: 22 ғинуар, 2013. Көндө-төнгә 7 март 2013 йыл.
- [mirslovarei.com/content_eco/IOZEF-ALOIZ-SHUMPETER-32273.html Иҡтисади һүҙлеге: АЛОИЗ ШУМПЕТЕР ИОЗЕФ].
- В. Черковец «Йыры. Шумпетер хеҙмәт һәм үрнәк».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118611682 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Joseph Schumpeter // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Шумпетер Йозеф // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Reisman D. Schumpeter's Market: Enterprise and Evolution. — Cheltenham, UK: Edward Elgar, 2004. — P. 4. — 249 p. — ISBN 1-84376-164-5.
- ↑ Shionoya Y. Shumpeter and his surroundings: on overview // Schumpeter and the Idea of Social Science: A Metatheoretical Study. — Cambridge: Cambridge University Press, 2007. — P. 14. — 354 p. — ISBN 978-0-521-43034-0.
- ↑ Shionoya, 2007
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Шумпетер Й. Предисловие В. С. Автономова "Несвоевременные" мысли Йозефа Шумпетера // Капитализм, социализм и демократия / Предисл. и общ. ред. В. С. Автономова. — М.: Экономика, 1995. — 540 с. — ISBN 5-282-01415-7.
- ↑ Селигмен Б. Менгер, фон Визер и возникновение австрийской школы // Основные течения современной экономической мысли. — М.: Прогресс, 1968. — 600 с.
- ↑ Хайек Ф. А. 2. Пролог. Экономическая теория 1920-х годов: взгляд из Вены // Судьбы либерализма в XX веке. — М.: ИРИСЭН, 2009. — 337 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-91066-028-5.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 11,7 11,8 Базилевич, 2006
- ↑ Базилевич, 2006, с. 317—318
- ↑ Базилевич, 2006, с. 318
- ↑ Базилевич, 2006, с. 320
- ↑ Базилевич, 2006, с. 319
- ↑ Шумпетер Й. Часть вторая. Может ли капитализм выжить? Пролог // Капитализм, социализм и демократия / Предисл. и общ. ред. В.С. Автономова. — М.: Экономика, 1995. — 540 с. — ISBN 5-282-01415-7.
- ↑ Шумпетер Й. Часть вторая. Может ли капитализм выжить? Пролог // Капитализм, социализм и демократия / Предисл. и общ. ред. В.С. Автономова. — М.: Экономика, 1995. — 540 с. — ISBN 5-282-01415-7.
- ↑ Шумпетер Й. Предисловие // Капитализм, Социализм и Демократия = Capitalism, Socialism and Democracy / Предисл. и общ. ред. В.С. Автономова. — М.: Экономика, 1996.
- ↑ Шумпетер Й. Глава I. Маркс — пророк // Капитализм, Социализм и Демократия = Capitalism, Socialism and Democracy / Предисл. и общ. ред. В.С. Автономова. — М.: Экономика, 1996. — 540 с. — (Экономическое наследие). — 5000 экз. — ISBN 5-282-01415-7.
- ↑ Дмитриев Т. А. Оспаривая либеральную демократию: Ян-Вернер Мюллер о политическом опыте Европы XX века
- ↑ The Economist
- ↑ Шумпетер Й. Das Wesen und Hauptinhalt der theoretischen Nationalökonomie. — Лейпциг: Verlag von Duncker & Humblot, 1908.
- ↑ Methodological Individualism (ингл.). mises.org. Дата обращения: 9 апрель 2013.
- ↑ Шумпетер Й. On the Concept of Social Value (инг.) // Quarterly Journal of Economics. — 1908. — Vol. 23. — P. 213—232.
- ↑ Шумпетер Й. {{{заглавие}}} // Vorträge und Abhandlungen; hrsg. vom Sozialwissenschaftlichen akademischen Vereine in Czernowitz. — Czernowitz, 1910. — В. 2.
- ↑ Шумпетер Й. Marie Esprit Leon Walras (нем.). — Zeitschrift für Volkswirtschaft, Sozialpolitik und Verwaltung, 1910. — Т. 19. — С. 397—402.
- ↑ Шумпетер Й. Marie Esprit Leon Walras (нем.). — Zeitschrift für Volkswirtschaft, Sozialpolitik und Verwaltung, 1910. — Т. 19. — С. 271—325.
- ↑ Economic Doctrine and Method: An Historical Sketch (ингл.). mises.org. Дата обращения: 9 апрель 2013. Архивировано из оригинала 29 март 2013 года. 2013 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Шумпетер Й. Das wissenschaftliche Lebenswerk Eugen von Böhm-Bawerks // Zeitschrift für Volkswirtschaft, Sozialpolitik und Verwaltung. — 1914. — Т. 23. — С. 454—528.
- ↑ Шумпетер Й. Vergangenheit und zukunft der sozialwissenschaften. — München und Leipzig: Duncker & Humblot, 1915.
- ↑ Й. Шумпетер. История экономического анализа . schumpeter.ru. Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2013 года.
- ↑ Шумпетер Й. Das Wesen und Hauptinhalt der theoretischen Nationalökonomie. — Лейпциг: Verlag von Duncker & Humblot, 1908.
- ↑ Methodological Individualism (ингл.). mises.org. Дата обращения: 9 апрель 2013.
- ↑ Шумпетер Й. On the Concept of Social Value (инг.) // Quarterly Journal of Economics. — 1908. — Vol. 23. — P. 213—232.
- ↑ Шумпетер Й. {{{заглавие}}} // Vorträge und Abhandlungen; hrsg. vom Sozialwissenschaftlichen akademischen Vereine in Czernowitz. — Czernowitz, 1910. — В. 2.
- ↑ Шумпетер Й. Marie Esprit Leon Walras (нем.). — Zeitschrift für Volkswirtschaft, Sozialpolitik und Verwaltung, 1910. — Т. 19. — С. 397—402.
- ↑ Шумпетер Й. Marie Esprit Leon Walras (нем.). — Zeitschrift für Volkswirtschaft, Sozialpolitik und Verwaltung, 1910. — Т. 19. — С. 271—325.
- ↑ Economic Doctrine and Method: An Historical Sketch (ингл.). mises.org. Дата обращения: 9 апрель 2013. Архивировано из оригинала 29 март 2013 года. 2013 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Шумпетер Й. Das wissenschaftliche Lebenswerk Eugen von Böhm-Bawerks // Zeitschrift für Volkswirtschaft, Sozialpolitik und Verwaltung. — 1914. — Т. 23. — С. 454—528.
- ↑ Шумпетер Й. Vergangenheit und zukunft der sozialwissenschaften. — München und Leipzig: Duncker & Humblot, 1915.
- ↑ Й. Шумпетер. История экономического анализа . schumpeter.ru. Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2013 года.
- 8 февралдә тыуғандар
- 1883 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Высочина крайында тыуғандар
- Моравияла тыуғандар
- 8 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1950 йылда вафат булғандар
- Литчфилд округында вафат булғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- Австрия иҡтисадсылары
- АҠШ иҡтисадсылары
- Вена университетын тамамлаусылар