Шәйхетдинов Вәғиз Ғәйнелғилем улы
Шәйхетдинов Вәғиз Ғәйнелғилем улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 март 1955 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Кәпәй-Ҡобау, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Шәйхетдинов Вәғиз Ғәйнелғилем улы (8 март 1955 йыл) — рәссам. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзының йәштәр бүлеге ағзаһы, 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012) Рәссам Вәкил Шайхетдиновтың энеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәғиз Ғәйнелғилем улы Шәйхетдинов 1955 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылында тыуа.
1980 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт педагогия институтынвң художество-графика факультетында  рәсем сәнғәте буйынса диплом яҡлай һәм шул уҡ йылдан республика, зона, төбәк, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, сит ил, халыҡ-ара (20-нән ашыу) күргәҙмәлә (Октябрьский, Өфө, Ҡазан, Чебоксар, Лефкос — Кипр) ҡатнаша.
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Өфө ҡала мэрияһы галереяһында, Мәскәүҙә Геология министрлығында, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы музейында, Рудольф Нуреев музейында (Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры), «Нур» театры музейында, Башҡорт дәүләт университетының портреттар галереяһында, Бүздәк районы музейында, Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында[1], Кипрҙың Лефкос ҡалаһында Хәҙерге заман сәнғәт музейында (Никосия)[2] һәм Рәсәй, Германия, Төркиә, Югославия, Франция[3] ҡалаларында шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. «Урал» фонды рәссамдың художество эштәренән тупланған юбилей альбомы нәшер ителә. Унда кеше яҙмыштары тарихы, тыуған яҡ матурлығы сағыла[4]. 90-сы йылдар башында, абстракция популяр булғанда, Вәғиз Шәйхетдиновтың иртә эштәре абстракцияға нығыраҡ тартылһа, һуңыраҡ ижадында ул тормош ысынбарлығына мөрәжәғәт итә[5]. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Һайланма хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Автопортрет» (1979), «Әсә портреты» (1985), «Атай портреты» (1985), «Мираҫ» (1988), «Ҡандракүл. Һыуыҡ һәм ҡояш» (2002), «Ауылым» (2005), «Сипайлово тауы» (2012), «Шихандар» (2008), «65-се байрам» (2010), «Перекати поле» (2007), «Рудольф Нуриев. Ҡайтыу» диптихы (2012), һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1987 йыл — художество биҙәү өсөн СССР Геология министрлығы рәхмәте.
- 2006 йыл — «Ҡандракүл. Һыуыҡ һәм ҡояш» картинаһы өсөн Рәсәй Рәссамдар берлеге дипломы.
- 2008 йыл — «Йәйге көн» картинаһы өсөн Рәсәй Рәссамдар берлеге дипломы.
— Бөтә донъя татарҙары конгресының рәхмәт хаты, Ҡазан.
- 2009 йыл — портреттар серияһы өсөн «БР буйынса Эске эштәр министрлығына 90 йыл» иҫтәлекле юбилей миҙалы.
— БР Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты.
- 2012 йыл — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы дипломы, «Рәсәй Рәссамдар берлеге» Башҡортостан бүлексәһенең «Төньяҡ амурҙары» картинаһы өсөн дипломы.
— Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы. — «Рәсәй Рәссамдар берлеге» Ырымбур бүлексәһенең һәм Мәҙәниәт министрлығының дипломы — БР Эске эштәр министрлығының рәхмәт хаты.
- 2015 йыл — БР Эске эштәр министрлығының Маҡтау ҡағыҙы.
- 2019 йыл — «Көмөш асҡыс» премияһы (Кипрҙың Яҡын Көнсығыш университеты), Лефкос ҡалаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Изобразительное искусство Российской Федерации» «Урал». Москва 2013 г.
- «Художники Республики Башкортостан». Уфа 2011 г.
- «Единый художественный рейтинг» выпуск XY (категория 4В). Москва 2008 г.
- Махмутов, Наиль. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2012. — С. 222—226. — 288 с. — ISBN 978-5-87308-038-0..
- Шайхетдинов Вагиз
- Художественный тур проекта «Любимые художники Башкирии»: Буздякский район, художник Вагиз Шайхетдинов