Эстәлеккә күсергә

Шәйхетдинов Вәкил Ғилем улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәйхетдинов Вәкил Ғилем улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 4 май 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Кәпәй-Ҡобау, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Рәсми сайт sha-vakil.narod2.ru
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Шәйхетдинов Вәкил Ғилем улы Викимилектә

Шәйхетдинов Вәкил Ғилем улы (4 май 1951 йыл) — рәссам. 1991 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).

Вәкил Ғилем улы Шәйхетдинов 1951 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Ғәйнелғилем Нурғәли улы ошо ауылдың хәлле крәҫтиәндең улы. Әсәһе — Бүздәк районының Оло Өстүбә ауылы Муллакамал хажи мулланың ҡыҙы. Рәссамдың ҡартатаһы совет осоронда байлығы һәм дини эшмәкәрлеге өсөн 20 йылға репрессиялана.

Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегенә уҡырға инә.

1975 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының Һынлы сәнғәт бүлегенә уҡырға инә (уҡытыусылары Нурмөхәмәтов Р. Б. һәм Батищев В. Я.). 1980 йылда институтты тамамлағандан һуң, ВНИИГИС-та (Октябрьский ҡалаһы) техник эстетикаһы бюроһында эшләй.

19831995 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинатында хеҙмәт һала[1].

Рәссамдың тәүге әҫәрҙәренең темалары — туған халҡының рухи сығанаҡтары, Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығы һәм бөйөклөгө: «Йома намаҙы» (1992), «Мәмерйә» (1993), «Моң» (1994).

1972 йылдан алып төрлө (республика, төбәк, Рәсәй, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара) күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Персональ күргәҙмәләре: Октябрьский (1982), Өфө (1993, 1996, 1997, 1998, 2001, 2007, 2011, 2021)[2], Белорет (1995), Ҡазан (1997, 1998, 2009), Мәскәү (1998) ҡалаларында үтә.

1996 йылда уны «Иҡърар» картиналар серияһын ижад итеүгә илһамландырған Мәккәгә хаж ҡыла, рәссам был серияла төҫ һәм форма символикаһы аша иудаизм, христианлыҡ, ислам диндәренең бер тамырҙан булыуын, уларҙың берҙәмлеген сағылдырырға тырыша. Картиналар 1997 йылда — Өфөлә, 1997—1998 йылдарҙа — Ҡазанда, 1998 йылда — Мәскәү Үҙәк рәссамдар йортонда күргәҙмәгә ҡуйыла. Күргәҙмә күп милләтле һәм төрлө конфессия тамашасыларынан бик күп ыңғай баһа ала.

19952000 йылдарҙа рәссам «Урал Батыр» эпосы мотивтары буйынса картиналар серияһын («Урал батырҙың Ҡатил батшаның үгеҙе менән көрәше», «Шүлгән» һәм башҡалар), 2001 йылда — Төркиәгә арналған серия ижад итә. Шулай уҡ монументаль сәнғәте өлкәһендә эшләй: «Нур» татар театры интерьеры өсөн Флоренция мозаикаһы эскиздары (2001), ДК «Нефтехимик» Мәҙәниәт йорто өсөн монументаль һынлы һүрәт панноһы (2004) һәм башҡалар.

«Бизмән» ижади төркөмө ағзаһы (1994).

Билдәле рәссамдар Әхмәт Лотфуллин, Борис Домашников, Таһир Сәләхов, Э. Н. Дробицкий һәм И. П. Обросов Шәйхетдиновтың ижадына юғары баһа бирә.

Шәйхетдинов Вәкил һәм Тәлғәт Тажетдин күргәҙмә асыу тантанаһында, 2011 йыл
Флоренция мозаикаһы «Нур» татар театры фойеһында

Бөтә эштәре туҡыма, май техникаһында яҙылған. Рәссам үҙенең рәсем төшөрөү манераһын заманса реализм тип атай, сөнки уның картиналары, башлыса, һиҙеү аша үҙләштереүгә ҡоролған.

«Ҡазан» милли мәҙәни үҙәгендә Р. Миңлебаев менән берлектә «Төрөк донъяһы» монументаль панноһын ижад итә.

Шәйхетдинов Вәкил Ғилем улының эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, «Ҡазан» милли мәҙәни үҙәге коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).
  • Татарстан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
  • Рәсәй Художество Академияһы дипломы.
  • Рәсәй Рәссамдар союзы дипломы.
  • Рәсәй рәссамдары Ижади Союзының миҙалы.
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы.
  • Төркиәнең мәҙәниәт министрлығы Почёт грамотаһы.
  • Рәсәй Рәссамдар союзының Почёт грамотаһы.
  • Мордва Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы.