Шәйәхмәтов Рәшит Заһит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәйәхмәтов Рәшит Заһит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер, спортсы, уйлап табыусы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры ВДНХ-ның бронза миҙалы "СССР-ҙың уйлап табыусыһы" күкрәк билдәһе

Шәйәхмәтов Рәшит Заһит улы (6 май 1947 йыл) — спортсы, педагог, Башҡорт дәүләт аграр университетының өлкән уҡытыусыһы, СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе, спорт туризмы буйынса СССР чемпионы. Туризм буйынса халыҡ-ара класлы инструктор. Башҡортостандың Маршрут-квалификация комиссияһы рәйесе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Заһит улы Шәйәхмәтов 1947 йылдың 6 майында Өфө ҡалаһында тыуа.

1965 йылда Өфө авиация техникумын, 1973 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған уҡыу йортоноң «Сәнәғәт электроникаһы» кафедраһында өлкән инженер булып башлай һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. 1995—2007 йылдарҙа «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй, артабан хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт аграр университетыныда дауам итә — физик культура, спорт һәм туризм кафедраһы доценты.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Заһит улы 50 самаһы фәнни хеҙмәт, 15 авторлыҡ танытмаһы һәм ике патент авторы. СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күп тапҡырҙар ҡатнаша һәм ике тапҡыр бронза миҙал менән бүләкләнә. «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһенә эй. Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләгән дәүерендә 60-тан ашыу дипломсы әҙерләй.

Ҡыҙыҡһыныуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Шәйәхмәтов спорт туризмына 1964 йылда килә. Артабан Урал, Алтай, Саян, Төньяҡ Байкал аръяғы, Приморье, Яҡутстан, Магадан өлкәһе, Камчатка, Чукотка буйлап йөрөй һәм үҙенең оҫталығын арттыра. Йәмғеһе 100 самаһы спорт походында була, уларҙың 25-е — 4-5 ҡатмарлыҡ категорияһына ҡарай, күптәрендә етәксе була.
Уның командалары төбәк, округ һәм Бөтә Союз ярыштарында призлы урындар ала.
1973 йылда Рәшит Заһит улы ӨДАТУ-ның «Икар» туристик клубы рәйесе итеп һайлана. 2008 йылда ул Башҡорт дәүләт аграр университетында «Терра» туристик клубын ойоштора. 2014 йылда клуб республика буйынса беренсе урын алып, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының кубогына эйә була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Р. Шәйәхмәтов Өфө ҡалаһының Маршрут-квалификация комиссияһы (МКК) составына инә, Башҡортостан өлкә советының «Буревестник» студенттарҙың ирекле спорт йәмғиәте МКК-һын етәкләй. 1985 йылдан Башҡортостан төбәк МКК-һында эшләй.
Студент йылдарынан турист кадрҙарын әҙерләй. Дөйөм алғанда уның тарафынан 1 мең тирәһе йәмәғәт ойоштороусылары һәм туризм буйынса инструкторҙар, разрядлы спортсылар әҙерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙың спорт мастеры «Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе» билдәһе (2002)
«Буревестник» студенттарҙың ирекле спорт йәмғиәте Үҙәк советының почет билдәһе (1986)
«СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтарының күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]