Шәрифә
Шәрифә |
Шәрифә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Татар ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрифә исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда ингән, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, мәғәнәһе — ҡәҙерле, маҡтаулы, мәрхәмәтле тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы (31 ғинуар 1910 йыл — 26 февраль 1939 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре. 1931—1936 йылдарҙа РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1936—1938 йылдарҙа РКСМ Үҙәк Комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире, Үҙәк Комитет секретары. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Хисмәтуллина Шәрифә — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары, 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улының ҡатыны.
Ябай ҡатын-ҡыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишморатова Шәрифә Фәссәхетдин ҡыҙы (1922 йыл — 1986 йыл) — ябай хужабикә, колхозсы, оҫта тегенсе, 8 бала (Зөһрә, Гөлсирә, Гөлсөм, Фәниә, Райхана, Марс, Лилә, Венера) әсәһе. Ире Ишморатов Исрафил Хажиморат улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрифә — Салауат Әбүзәровтың «Хыялый» пьесаһындағы герой.
Ер-һыу атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрифә тауы — Башҡортостандың Бөрйән районындағы Яуымбай ауылында урынлашҡан тау, антропонимдан.
Шәрифә күле — Салауат районы Ҡарағол ауылында.
Шәрифә туғайы — Бөрйән районы Килдеғол ауылындағы туғай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрифә мәсете — Татарстандың Апас районы Танай-Турай ауылында урынлашҡан мәсет.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |