Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 31 ғинуар 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Ҡоншаҡ районы
Вафат булыу көнө 26 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (29 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Мәскәү ҡалаһы
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы (31 ғинуар 1910 — 26 февраль 1939) — СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1937—1938). Комсомолдың (РКСМ-дың) Башҡортостан өлкә комитетында йәш пионерҙар өлкә бюроһы рәйесе урынбаҫары, рәйесе (1929—1931), РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1931—1936), РКСМ Үҙәк комитеты уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире, РКСМ Үҙәк комитеты секретары (1936—1938).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1910 йылдың 31 ғинуарында Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡәнзәфәр ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].

1929 йыл — Өфөләге В. И. Ленин исемендәге мәктәпте тамамлаған[2].

1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Башҡортостан өлкә йәш пионерҙар бюроһы рәйесе урынбаҫары, рәйесе (1929—1931).

ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1931—1936), ВЛКСМ Үҙәк комитеты уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире урынбаҫары, мөдире.

1934 йылда Парижда Һуғышҡа ҡаршы ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнаша.

1936 йылдан Мәскәүҙә ВЛКСМ Үҙәк Комитетында уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире, ә 1937 йылдан йәш ҡатын-ҡыҙҙар араһында эштәр буйынса секретарь вазифаларын үтәй. «Детиздат» нәшриәтендә милли әҙәбиәт секторын мөхәррире булып эшләй[1].

1937 йылдың декабрендә СССР Юғары Советының 1-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

1938 йылдың 29 ноябрендә ҡулға алына, контрреволюцион буржуаз-милли ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә һәм 1939 йылдың 26 февралендә атыла. 1956 йылдың 21 июлендә аҡлана[1].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тыуған ауылы Ҡәнзәфәрҙә Шәрифә Тимерғәлинаға һәйкәл ҡуйылған, район үҙәге Ҡоншаҡ ауылында уның исеме бер урамға бирелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Тимиргалина Шарифа Тимиргазиевна // Москва, расстрельные списки - Донской крематорий.
  2. Выпускница 1929 года Шарифа Тимергалина

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иргалин Г. Д. Вожак комсомола.//Возвращенные имена. Уфа:1991 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]