Шәрҡиәт институты (Владивосток)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәрҡиәт институты
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Владивосток
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Владивосток
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Commons-logo.svg Шәрҡиәт институты Викимилектә

Шәрҡиәт институты — рус. Восточный институт — Алыҫ Көнсығыштың административ һәм сауҙа-сәнәғәт учреждениелары өсөн кадрҙар әҙерләү маҡсатында 1899 йылдың 21 октябрендә Владивостокта ойошторолған юғары уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владивостокта институт асыу идеяһын Александр III яҡлап сыҡһа ла, уның маҡсатын үҙе тере сағында тормошҡа ашыра алмағандар. Шәрҡиәт институты Николай II императорҙың 1899 йылдың 9 июлендә ҡул ҡуйылған Юғары указы буйынса барлыҡҡа килгән. Шунан алда бер нисә көн элек император профессор Алексей Матвеевич Позднеевты аудиенцияға лайыҡ итә, осрашыу ваҡытында батша профессорҙан институт директоры вазифаһын ҡабул итеүен һорай һәм, яңы уҡыу йорто Рәсәйгә Алыҫ Көнсығыштың алдынғы эшмәкәрҙәрен әҙерләп бирә алыр, тигән ышанысын белдерә.[1]Институтта көнсығыш телдәрен белгән буласаҡ дипломаттар, хәрбиҙәр, финансистар һәм дини эшмәкәрҙәр әҙерләү алып барыласаҡ, тип күҙаллана[2].

Төп өйрәнелгән предметтар сит ил телдәре -ҡытай, япон, маньчжур, корей,монгол телдәре була. Бынан тыш, география, хисапсылыҡ һәм тауар белгеслеге, шәреҡ дәүләттәренең тарихы һәм сәйәси ҡоролошо,инглиз һәм француз телдәре һәм юриспруденция кеүек дисциплиналар ҙа була.

Ул ваҡытта институттың спорт залы илдең Алыҫ Көнсығыш өлөшөндә берҙән-бер спорт комплексы булған. XX быуат башында Шәрҡиәт институты Рәсәйҙең был өлөшөндә беренсе уҡыу йорто һәм ғөмүмән, үҙенең спорт базаһында джиу-джитсу алымдары өйрәтелгән Япониянан ситтә беренсе уҡыу йорто була.

Рус-япон һуғышы ваҡытында институт Верхнеудинск ҡалаһына күсерелә. Верхнеудинскиҙа дәрестәр 1905 йылдың 4 февралендә башлана. 15 февралдә (яңы стиль буйынса) Шәрҡиәт институты студенттары резолюция төҙөгән. 1905 йылдың 6 мартында институт студенттарына Шәрҡиәт институтында дәрестәрҙе туҡтатыу тураһында Амур буйы генерал-губернаторы вазифаһын башҡарған генерал М. С. Андреевтан килгән телеграммаһы иғлан ителә: 1) Шәрҡиәт институтында дәрестәр һәм лекциялар уҡыу туҡтатыла, 2) бөтә студенттар һәм ирекле тыңлаусылар профессорҙар тарафына әҙәпһеҙ һәм мыҫҡыллы резолюция тапшырған өсөн институттан ҡыуып сығарыла, 3) ирекле тыңлаусы-офицерҙар уҡыуҙан сығарылып, үҙҙәренең ғәскәрҙәренә ебәрелә[3]

1906 йылдың февралендә институтта үҙ типографияһы ойошторола, уны асыу «Известия» журналы баҫмаһын нәшер итеүҙәге «бушлыҡтарҙы тултырырға» мөмкинлек бирә. Баҫмала Монголияның, Ҡытайҙың, Кореяның һәм Японияның ижтимағи-сәйәси тормошо яңылыҡтары, шулай уҡ институт уҡытыусыларының ғилми мәҡәләләре яҡтыртыла. Бигерәк ҡытай белгесе Пётр Петрович Шмидт һәм монгол белгесе Гомбожаб Цэбекович Цыбиков институттың ғилми эшмәкәрлегенә айырыуса ҙур өлөш индерә[4].

1918 йылдан алып Шәрҡиәт институты, финанс яҡтан ауыр хәлгә ҡалып, тарҡала башлай. Был институт нигеҙендә шәхси юғары уҡыу йорттары (тарих-филология факультеты, юғары политехникум, юридик факультет, көнсығыш факультеты) барлыҡҡа килә. Уларҙың бөтәһенә лә Шәрҡиәт институтының элекке профессорҙары етәкселек итә.

1920 йылдың 17 апрелендә — Приморье өлкәһенең земство идараһы үҙенең 220-се ҡарары менән Шәрҡиәт дәүләт институтын һәм уның айырым факультеттарын бергә туплап Алыҫ Көнсығыш Дәүләт университетына берләштерә (ДАКУ)[5].

Директорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәрҡиәт институтының тәүге директоры, профессор А. М. Позднеев (1899—1903) була. Икенсе директоры итеп Д. М. Позднеев (1904—1906) тәғәйенләнә, өсөнсөһө — А. В. Рудаков (1906—1917)[4].

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 251410089040006 (ЕГРОКН)
объект № 2510035000 (БД Викигида)

Беҙҙең көндәрҙә Шәрҡиәт институты бинаһы Пушкин урамындағы 10 йортта — Рәсәйҙең федераль әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫы объекты.[6] Унда Алыҫ Көнсәғыш дәүләт техник университетының (АКДТУ-ныңҮ төп корпусы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Еланцева Ольга Павловна «Совершенно новое учреждение и неизведанное дело»: к истории становления Восточного института во Владивостоке // Гуманитарный вектор. Серия: История, политология. — 2012. — В. 2. — ISSN 2307-1842.
  2. Полянская Оксана Николаевна Восточный институт (Владивосток) - центр практического монголоведения в России начала XX в // Вестник Бурятского государственного университета. Гуманитарные исследования Внутренней Азии. — 2016. — В. 2.
  3. Революционное движение 1905-го года в Бурятии (Хроника событий)// Жизнь Бурятии. Верхнеудинск. № 7 — № 8 июль — август 1925 года.
  4. 4,0 4,1 Революционное движение 1905-го года в Бурятии (Хроника событий)// Жизнь Бурятии. Верхнеудинск. № 7 — № 8 июль — август 1925 года.
  5. История Дальневосточного государственного университета в документах и материалах. 1899—1939 / Дальневосточный государственный университет, Российский государственный исторический архив Дальнего Востока. — Владивосток: Изд-во Дальневост. ун-та, 1999. — 628 с.
  6. Указ президента РФ № 176 от 20.02.1995 «Об утверждении перечня объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]