Элизабет Робоз Эйнштейн
Элизабет Робоз Эйнштейн | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 11 апрель 1904 |
Тыуған урыны | Орэштие[d], Хунедоара[d], Румыния |
Вафат булған көнө | 9 ғинуар 1995 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Беркли, Аламида[d], Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары |
Хәләл ефете | Ганс Альберт Эйнштейн[d] |
Һөнәр төрө | химик |
Эшмәкәрлек төрө | нейрохимия[d] |
Эш урыны |
Калифорнийский технологический институт[d] Вайоминг университеты[d] |
Уҡыу йорто | Вена университеты |
Ғилми дәрәжә | профессор[d] |
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе | биохимия |
Элизабет Робоз Эйнштейн Викимилектә |
Элизабет Робоз Эйнштейн (ингл. Elizabeth Roboz Einstein; 11 апрель 1904 йыл — 9 ғинуар 1995 йыл) — ғалим-биохимик һәм нейробиолог, нейрохимия өлкәһендә пионер[1]; төп миелин аҡһымы айырылыуҙа һәм уның тарҡау склероз үҫешендәге ролен тикшереү буйынса билдәле.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элизабет Робоз 1904 йылда Сасварош ҡалаһының (мадьярса Szászváros, Венгрия короллеге; хәҙерге ваҡытта — Орэштие, Румыния) баш раввины ғаиләһендә тыуған. Әсәһе үлгәндән һуң, атаһы ғаиләне Венгрияның Ньиредьхаза ҡалаһына күсереп алып килә[2].
Будапешт университетына йәһүдтәрҙе ҡабул итеүгә сикләүҙәр индереү арҡаһында Робоз Вена университетына уҡырға инә, уны 1928 йылда органик химия буйынса отличие менән тамамлай. Венгрияға ҡайтҡандан һуң дәрәжәне раҫлау өсөн имтихандарҙы яңынан бирергә мәжбүр була[2].
Студент булараҡ, үҫемлектәрҙең биохимияһын өйрәнә. Аҙаҡ, инде Венгрияла, венгр ауыл хужалығы фирмаһында үҫемлек нутрициологияһы буйынса лабораторияға нигеҙ һала[3].
1940 йылда антисемит кәйефтәр көсәйеү сәбәпле Робоз Венгриянан АҠШ-ҡа ауыл хужалығы белгесе булараҡ виза менән күсенә[4].
Элизабет Робоз 1959 йылда данлыҡлы Альберт Эйнштейндың өлкән улы Ганс Альберт Эйнштейнға (1904—1973) кейәүгә сыға[5]. Иренең вафатынан һуң уның биографияһын яҙа һәм 1991 йылда уны баҫтырып сығара[6].
Робоздың академик карьераһы 1942 йылда Калифорния технология институтының ғилми хеҙмәткәре булараҡ башлана, унда Арье Жан Хаген-Смит менән эшләй. Һуңынан ул Вайоминг университетында, Инженер колледжында, Стэнфорд университетында һәм Стэнфорд университетыының аҙыҡ-түлек тикшереү лабораторияһында эшләй[7][8]
1952 йылда Элизабет Робоз Джорджтаун университетына күсә, унда студент-медиктарҙы уҡыта. Нәҡ ошо ваҡытта ул тарҡау склероз менән ҡыҙыҡһына[9].
Ул 1958 йылда Стэнфорд университетына ҡайта, унда Кошландтың яңы нейрохимия лабораторияһын етәкләй[10]..
1959 йылда Сан-Францискола Калифорния университетына һәм һуңынан Берклиҙа Калифорния университетына күсә[11].
Эштәренең күп өлөшөн Психик сәләмәтлек милли институтының клиник лабораторияһында тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән Һаулыҡ һаҡлауҙың милли институттары аша АҠШ хөкүмәте хуплай[12].
Элизабет Робоз Эйнштейн Америка химия йәмғиәтенең, Эксперименталь биология һәм медицина йәмғиәтенең һәм Америка неврология йәмғиәтенең ағзаһы була. 1957 йылда ул Мейнард Коэн һәм Дональд Б.Тауэр менән бергә нейрохимия бүлеген ойоштора[13][14].
Тикшеренеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элизабет Робоз Эйнштейн Кэриан Киз менән берлектә эксперименталь аутоиммунн энцефаломиелит ваҡытында тарҡау склерозды һәм башка демиелинизирлаусы сирҙәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар моделләштереүсе миелиндың төп аҡһымын антиген булараҡ билдәләй[15]. Тикшеренеүҙәргә тиклем ғалимға иммун яуапҡа тап нимә сәбәп тороуы билдәһеҙ була[16]. Был асыш антигендарҙы даирәһен тарайтырға һәм һәм сиргә дусар булғанда иммунотерапияның потенциаль мөмкинлектәрен тикшерергә мөмкинлек бирә[17].
1968 йылда Робоз Эйнштейн тарҡау склероздың Милли йәмғиәтенән грант ала, ул Сан-Францискола Калифорния университетындағы коллегалары менән артабан тикшереүгә йүнәлтелә[11].Шулай уҡ уның иммуноглобулин һәм арҡа елегендәге шыйыҡсала гликопротеид кимәлен үлсәү ысулдарын эшләй һәм уларҙың үҙгәрешен сирҙәргә нисек йоғонто яһауын өйрәнә[18].
1961 йылдан 1962 йылға тиклем Робоз Эйнштейн Бангкок университетында SEATO стипендиаты була[19] һәм Пастерҙың Бангкок университетында ҡотороуҙан вакцианциянан һуң энцефаломиелиттарҙы өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә[20]. Шулай уҡ Сан-Францисколағы Калифорния университетында ул нервы туҡымаларының аҡһымын тикшереүҙе етәкләй[21], ә Беркли ҡалаһындағы Калифорния университетында миелиногенез процесына тиреоид гормондарының йоғонтоһон өйрәнеүҙә ҡатанаша, был артабан яңы тыуған сабыйҙар, гипотиреоз менән яфаланыусылар өсөн гормональ алмаштырыусы терапия эшләргә мөмкинлек бирә[22].
Айырым баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эйнштейн, Э. Р. Белки мозга и спинномозговой жидкости в норме и патологии = Proteins of the brain and CSF in health and disease / пер. с англ. Н.А. Габеловой, Е.Б. Кофмана. — М.: Мир, 1988. — 278 с. — ISBN 5-03-001283-4.
- Elizabeth Roboz Einstein. The Isolation From Bovine Spinal Cord Of A Homogeneous Protein With Encephalitogenic Activity
- Elizabeth Roboz Einstein. The Isolation From Bovine Spinal Cord Of A Homogeneous Protein With Encephalitogenic Activity
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Adele J. Wolfson.One hundred years of American Women in biochemistry// and Molecular Biology Education: журнал.— 2006.— Март(т. 34, вып. 2).— С. 75—77.— doi:10.1002/bmb.2006.49403402075.
- ↑ 2,0 2,1 The biographical dictionary of women in science: pioneering lives from ancient times to the mid-20th century / под ред. Marilyn Ogilvie, Joy Harvey. — Taylor & Francis, 2000. — Vol. 2. — ISBN 9780415920407.
- ↑ The biographical dictionary of women in science: pioneering lives from ancient times to the mid-20th century(англ.)под ред. Marilyn Ogilvie, Joy Harvey.— Taylor & Francis, 2000.— Vol.2.— ISBN 9780415920407
- ↑ The biographical dictionary of women in science: pioneering lives from ancient times to the mid-20th century(англ.)под ред. Marilyn Ogilvie, Joy Harvey.— Taylor & Francis, 2000.— Vol.2.—ISBN 9780415920407
- ↑ K. A. I. L. W. Gamalath. Einstein: His Life and Works. — Alpha Science International, 2012. — P. 386. — ISBN 9781842657348.
- ↑ Elizabeth Roboz Einstein. Reminiscences of His Life and Our Life Together. — Айова-Сити: Iowa Institute of Hydraulic Research, University of Iowa, 1991. — 112 p. — ISBN 9780874140835.
- ↑ The biographical dictionary of women in science: pioneering lives from ancient times to the mid-20th century
- ↑ Elizabeth Roboz Einstein (1904—1995)(англ.).Смитсоновский институт.Дата обращения: 19 мая 2020.Архивировано 19 мая 2020 года.
- ↑ The biographical dictionary of women in science: pioneering lives from ancient times to the mid-20th century (англ.) под ред. Marilyn Ogilvie, Joy Harvey.— Taylor & Francis, 2000.— Vol.2.— ISBN 9780415920407
- ↑ MEDICAL NEWS : [англ.] // Journal of the American Medical Association. — 1958. — Vol. 167(10) (5 July). — P. 1254—1260. — DOI:10.1001/jama.1958.02990270060017.
- ↑ 11,0 11,1 News From University Of California San Francisco Medical Center . Калифорнийский университет в Сан-Франциско. Дата обращения: 19 май 2020.
- ↑ Mind, Brain, Body, and Behavior: Foundations of Neuroscience and Behavioral Research at the National Institutes of Health / под ред. Ingrid G. Farreras, Caroline Hannaway, Victoria Angela Harden. — IOS Press, 2004. — P. 366. — ISBN 9781586034719.
- ↑ The biographical dictionary of women in science: pioneering lives from ancient times to the mid-20th century (англ.) под ред. Marilyn Ogilvie, Joy Harvey.— Taylor & Francis, 2000.— Vol.2.— ISBN 9780415920407.
- ↑ Donald B. Tower.The American Society for Neurochemistry (ASN): Antecedents, Founding, and Early Years
- ↑ Lewis P. Rowland. NINDS at 50: An Incomplete History Celebrating the Fiftieth Anniversary of the National Institute of Neurological Disorders and Stroke. — Бетесда: U.S. Dept. of Health and Human Services, Public Health Service, National Institutes of Health, 2001. — P. 326.
- ↑ Peter R. Dunkley. Isolation of Myelin Basic Proteins : [англ.] / Peter R. Dunkley, Patrick R. Carnegie // Research Methods in Neurochemistry. — 1974. — Vol. 2. — P. 219—245. — DOI:10.1007/978-1-4615-7751-5_9.
- ↑ Byron H. Waksman. Preface : [англ.] // Neurochemical Research. — 1984. — Vol. 9 (October). — P. 1355–1357. — DOI:10.1007/BF00964662.
- ↑ The biographical dictionary of women in science: pioneering lives from ancient times to the mid-20th century(англ.)под ред. Marilyn Ogilvie, Joy Harvey.— Taylor & Francis, 2000.— Vol.2.— ISBN 9780415920407.
- ↑ The biographical dictionary of women in science: pioneering lives from ancient times to the mid-20th century(англ.)под ред. Marilyn Ogilvie, Joy Harvey.— Taylor & Francis, 2000.— Vol.2.ISBN 9780415920407
- ↑ Elizabeth Roboz Einstein. Introduction and Comments : [англ.] // Myelination and Demyelination. — 1977. — Vol. 100, no. Advances in Experimental Medicine and Biology. — P. 1—16. — DOI:10.1007/978-1-4684-2514-7.
- ↑ News From University Of California San Francisco Medical Center(англ.). Калифорнийский университет в Сан-Франциско(1967).Дата обращения: 19 мая 2020.
- ↑ Paola S. Timiras. Elizabeth Roboz Einstein, (1904–1995) : [англ.] // Neurochemical Research. — 1995. — Vol. 20 (July). — P. page885. — DOI:10.1007/bf00969703.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Einstein, Elizabeth Roboz (рус.). Дата обращения: 18 мая 2020. Архивировано 18 мая 2020 года. (рус.) — Карточка учёного в базе данных Scopus