Эскәре шәһәр
Эскәре шәһәр | |
әзерб. İçəri şəhər | |
Нигеҙләү датаһы | XII быуат |
---|---|
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Сабаилский район[d] |
Ойошма ағзаһы | Организация городов всемирного наследия[d][1] |
Архитектура стиле | Ширван-Апшерон архитектура мәктәбе[d] |
Майҙан | 221 000 квадрат метр |
Рәсми сайт | icherisheher.gov.az/lang… |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | V быуат[2] |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Q19404384? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Ichery Sheher[d] |
Эскәре шәһәр Викимилектә |
Эскәре шәһәр (әзерб. İçərişəhər — Эскәрешәһәр), халыҡ телендә — ҡала[3] (әзерб. Qala), йәки «иҫке» ҡала[4] — боронғо мәхәллә — Баҡылағы тарихи-архитектура ҡурсаулығы Әзербайжан) . Яҡшы һаҡланған ҡәлғә диуарҙары менән аймап алынған иң боронғо өлөшө [5] һәм ҡаланың күренекле урыны. 221 мең м² майҙанлы, унда 1300-ләп ғаилә йәшәй.[6].
Ҡурсаулыҡҡа ингән биләмәлә бронза быуатында уҡ йәшәй башлағандар[6]. Археологик эҙләнеүҙәр Эскәре шәһәр ерендә VIII—XIбб. уҡ тығыҙ урынлашып йәшәй башлаған булғандар, сауҙа, төрлө кәсептәр үҫешкән булған.[7]. XV быуатта Ширваншаһ үҙенең резиденцияһын Шемаханан Баҡыға күсергән, был Эскәре шәһәрҙең үҫешенә килтергән.[4]. 1747дан 1806 йылға тиклем Баҡы нигеҙҙә Эскәре шәһәр сиктәрендә генә төйәкләнгән, Баҡы ханлығы баш ҡалаһы булған. 1806 йылда Баҡыны урыҫтар алғас, бигерәк тә нефть сығарыу артып киткәс ( XIX б.уртаһы — XX б.башы), Баҡы ҡәлғә тышына барып сыҡҡан.
Эскәре шәһәрҙең иң күренекле архитектура ҡомартҡыларынан - Ҡыҙ ҡәлғәһе (Ҡыҙ башняһы) һәм Ширваншаһтар һарайы[8]. Уларҙан тыш биләмәлә тиҫтәләрсә тарихи ҡомартҡылар һаҡлана - мәсеттәр, каруанһарайҙар, мунсалар, торлаҡ йорттар, музейҙар, вәкиллектәр, ҡунаҡханалар, сауҙа йорттары, кафе һәм ресторандар.
1977 йылда Эскәре шәһәр тарихи-архитектура ҡурсаулығы тип иғлан ителгән.[6], 2000 йылда Ширваншаһтар һарайы менән Ҡыҙ ҡәлғәһен индереп, Эскәре шәһәр ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Эскәре шәһәр» тарихи-архитектура ҡурсаулығы Баҡы ҡалаһының Сабаил районынында, Каспий диңгеҙе ярында, бейек булмаған убала урынлашҡан.Эскәре шәһәр диуар бейеклеге 8-10 метрға, ҡалынлығы— 3,5 метрға еткән ҡәлғә менән уратып алынған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баштағы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡы ҡәлғә һәм ур (әйләнә соҡор) менән уратылған боронғо ҡалаларға оҡшаш булып барлыҡҡа килгән. Археологик йәһәттән ныҡлы өйрәнелмәгәнгә кңрә, ҡаланың килеп сығыу ваҡытын теүәл әйтеп булмай. Нефть, диңгеҙ буйында яйлы урын, тәбиғи гавань үҙенә ылыҡтырғандыр. Б.э.т. III—I быуатҡа ҡараған кувшин, керамика һауыт ярсыҡтары, тимер уҡ башағы, тимер осоро балсыҡ статуэтка, антик осорға ҡараған колонна нигеҙҙәре Баҡының Эскәре шәһәре антик осорға ҡарай тип һығымта яһарға мөмкинлек бирә. I быуатта Баҡы уҡ был ҙур балмаған портлы ҡала булған инде [9].
Урта быуаттар башында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәсәниҙәр осронда Баҡыла үҙәге булған Апшерон Ширван тигән айырым провинция булып торған. Ғәрәптәр яулап алғандан һуң Ширван шаһлығы барлыҡҡа килгән, уның башлығы Ширваншаһ тип аталған. Баҡының VII—X бб. осоро тураһында мәғлүмәттәр өҙөк-өҙөк кенә. Ҡалаға төньяҡтан төркиҙәр һәм урыҫтар һөжүм итеп торған. Мәҫәлән, 914 йылда Баҡы ярҙарынан урыҫтар һөжүм иткән. Масуди һүҙҙәренсә, урыҫтар Ширваншаһ батшалығының нефтле яры Баҡыға килеп еткән. Ширваншаһ Али ибн Хайсамдың Каспийҙа флоты булмаған, ғәскәрен баркаларҙа, сауҙа кәмәләрендә ебәргән. Был яуҙа мдәрсә мосолман һәләк булған. Баҡы менән Апшеронға артабан да һөжүмдәр булып торған [9].
Әл-Мүҡәддәси X быуаттағы Баҡы тураһында төбәктең берҙән-бер диңгеҙ гаване тип телгә ала. VIII — IX быуаттарҙа ла Баҡы ҡеүәтле сауҙа үҙәге булып һаналмаған. X быуат ахырына ғәрәптәр ҡаланы инде әһәмиәтле порт тип телгә ала. Ҡала убала ҡәлғә менән уратып алынған булған. арабские авторы отмечали город, как уже значительный порт. Сам расположенный на холме город был окружён крепостной стеной. Слой средневекового города, выявленный у юго-восточного фасада дворца Ширваншаһтар һарайы янында табылған урта быуат ҡатламы VIII быуатҡа ҡарай. Эскәре шәһәрҙең төрлө урындарындағы табылдыҡтар VIII быуаттан алда ла йәшәүҙәрен күрһәтә. Ер өҫтөндә иһә ул осорға ҡараған архитектура ҡомартҡылары һаҡланмаған [9].
Ширваншаһтар осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]X—XI бб. Ғәрәп хәлифәте тарҡалғас, ҡайһы бер шаһтар үҙаллы идара итә башлаған. Баҡы менән Шамахи был осорҙа бай ҡалалар булып әүерелгән, сит илдәр баҫышыуы йыш булған. 1030 йылда Баҡыла урыҫтар менән ширваншаһ Минучихр I ибн Йәзид ғәскәре һуғышҡан. Урыҫтар еңгәс, Аракс буйлап Байлаҡанға йүнәлгән. Бер йылдан урыҫтар Баҡы аша Ширванға һөжүм иткән, әммә Арран шаһы Муса ибн Фадл ғәскәре улар менән көрәшеп, илдән ҡыуып сығарған.
1040-сы йылдарҙа ширваншаһтар уғыҙҙар һөжүменән һаҡланыр өсөн ҡалалар тирәләй ҡәлғәләр төҙөй башлаған. Уларҙың ябырыла башлауҙары шул ваҡытҡа тура килә. XI быуатта сәлжүктәр, уғыҙҙарҙың бер тармағы, көслө империя булдыра һәм Алғы Азия илдәренә янай башлай. 1066 йылда уғыҙҙар Ҡара-Тәкин ҡулы аҫтында Ширван менән Баҡыға һөжүм итә. Ширванға башҡа сәлжүктәр ҙә яу тота. Әммә ширваншаһтар әлегә үҙаллы идара итә. Ираҡ—Ғәрәп һәм Фарсы илдәренә Сау-Тегин идара итә башлағас, Фарибуз ширваншаһ сәлжүктәргә вассал булып китә. XII быуатта Илдегиз тотош Ширванды,Баҡыны ла ҡушып, яулап ала. XII быуатта Ширваншаһтар бойондороҡһоҙ һаналһа ла ғәмәлдә Илдегизиҙар ҡулы аҫтында ҡала.
1191 йылда Шамахиҙа ер тетрәп, ныҡ емерелгәндән һуң ширваншаһ Ахситан I резиденцияһын Баҡыға күсергән тип һанайҙар. Ширваншаһтар ҡаланы ҡоролмалар төҙөп матурлайҙар, нығыталар. XII урталарында ҡалаға ҡәлғә төҙөйҙәр, фортификация эштәре үткәрәләр. Һаҡланыу системаһына Ҡыҙ ҡәлғәһе (башняһы) ла инә. Ширваншаһтар сәлжүктәргә ҡаршы грузин хакимдары менән берләшәләр. Грузин йылъяҙмаһынан күренеүенсә, 1222 йылда Баҡыла туйҙа ҡатнашырға грузин батшаһы Георгий IV Лаша килә. Ҡаланың әһәмиәте арта бара. Фарсы шағиры Хағани Ширвани ширваншаһ Ахситан ибн Минучихрҙы маҡтап ҡасида яҙа, Баҡыны яулап булмаҫ ҡәлғә тип атай һәм Хорасандың иң нығытылған ҡалаһы Бестам менән сағыштыра[9].
1220 йылда Ширванға монголдар бәреп инә. Сераб менән Байлаҡанды баҫып алып, улар Шемахины баҫып алаһәм Дербент тарлауығы аша үтеп китә. Икенсе тапҡыр улар 1231 йылда килә. Гәнжә, Барда, Байлаҡан, Шабран кеүек эре ҡалалар уларҙың яуынан һуң оҙаҡ төҙәлеп китә алмай. Ғәрәп географы Әбд әр-Рәшид әл-Баҡыуи яҙыуынса, монголдар Баҡыны оҙаҡ буйһондора алмай, тик тотош ил еңелгәс кенә Баҡы баш һала.
1258 йылда Сыңғыҙхан ейәне Хулагухан Бағдадты яулап ала, шул рәүешле Аббасидтар хәлифәте тарҡала, Хулагиҙар династияһы башлана. Ильхандар Кавказ аръяғын баҫып ала, сөнки улар Алтын Урҙаны танырға теләмәй, ике арала быуат самаһы бәрәлештәр булып тора. Был осорҙа дәүләттәр араһындағы сик берсә Дербент,берсә Баҡы эргәһенән үтә. Ширваншаһтар был ваҡытта үҙ биләмәләрендә монгол вассалдары булараҡ идара итә, илхан батшалары өсөн яуға бара. Илхандар осоронда Баҡы монгол хандарының ҡыш үткәреү урыны була. 1297 йылда Баҡыға ҡышлауға Һазан-хан килә. Одорико Порденоне «Бында (Солтаниәлә) хан йәй үткәрә, ҡышҡыһын Бакук (Bacuc) тигән ҡалаға китә", - тип яҙған»[9].
Урҙа тарҡалғас, XIV быуатта Ширваншаһтар бында тамырланып өлгөргән Илхан Чобаниҙар,ә шунан Йылайырҙар менән көрәшә. Ширванға шулай уҡ Туҡтамыш хан да и Аҡһаҡ Тимер ҙә һөжүм итә, уның бында булыуы тураһында XIV быуатта һуғылған тәңкә һөйләй. Аҡһаҡ Тимер үлгәс, Ширван бойондороҡһоҙлоҡ ала.
XV быуат башынан XVI быуатҡа тиклем ил мит ил илбаҫарҙарынан арына һәм йөҙ йыл эсендә Ширван бойондороҡһоҙ дәүләткә әйләнә. 1465 йылға тиклем идара иткән Хәлилуллаһ Уллаһ I бойондороҡһоҙлоҡ тота, Аҡһаҡ Тимерҙең бүләсәре менән никахлана, уларҙы яҡлаша. Хәлилуллаһ Уллаһ Ширван ҡалаларында, бигерәк тә баш ҡалаға әйләнгән Баҡыла бик күп төҙөттөрә. Уның заманында Ширваншаһтар һарайы, каруанһарайҙар һәм күперҙәр төҙөлә[9].
Архитектура ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлғә ҡоролмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙ ҡәлғәһе (әзерб. Qız qalası).
Ҡыҙ ҡәлғәһе Баҡы ҡәлғәһенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡәлғә XII быуатта Исламға тиклем төҙөлгән боронғо ҡоролма урынына һалынған [10] Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны утҡа табыныусылар төҙөгәндер тип һанай һәм б.э.т. VIII-VII быуатҡа ҡайтарып ҡалдыра[11]. Ҡәлғә Ширваншаһтарҙың һаҡланыу комплексына ингән тип иҫбатлайҙар. 1907 йылға тиклем Ҡыҙ ҡәлғәһе маяк булып хеҙмәт иткән[12]. Ҡәлғә 1960 йылда реставрациялана һәм 1964 йылдан музей булып хеҙмәт итә. Ҡәлғә 8 ҡатлы. - Шамахи ҡапҡалары (әзерб. Şamaxı qapıları).
Шамахи ҡапҡалары шулай уҡ «парлы ҡәлғә ҡапҡалары» тип тә атала(әзерб. Qoşa qala qapısı), Эскәре шәһәргә инә торған төп ҡапҡалар. XIX быуатҡа тиклем Шамахи ҡапҡаһы ҡәлғәнең берҙән-бер ҡапҡаһы була. 1868 йылда Баҡының хәрби губернаторы Кавказ Хәрби Округына ҡаланы төҙөкләндереү өсөн ҡәлғә диуарҙарын һүттерергә рөхсәт һорай. Ике йылдан тышҡы ярусты һүтергә рөхсәт алына. 1886 йылда был мәсьәлә Рәсәй Думаһында йәнә күтәрелә [13] һәм икенсе ярус та һүтеп алына. Уның ҡапҡаһын Шамахи ҡапҡаһы янына күсерәләр һәм шул рәүешле "парлы ҡапҡа" барлыҡҡа килә[14]. - Дүрт мөйөшлө ҡәлғә (башня).
Ул XIV быуатта [15] ҡәлғәне һаҡлау һәм оборона системаһын нығытыу өсөн төҙөлгән. Урта быуат мәғлүмәттәренә ҡарағанда Баҡыла 70 ярымҡәлғә һәм бер дүрт мөйөшлө ҡәлғә булған. Улар шулай уҡ ҡорал һаҡлар өсөн дә файҙаланылған. Төп донжон тирәләй зооморф уникаль архитектура ысулы ҡулланылған, был мосолмандарҙағы металл әйберҙәргә хас.[16].
Һарай комплекстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҡы хандары өйө (әзерб. Bakı xanlarının evi).
Баҡы хандары Шамахи ҡапҡаларынан һулда йәшәгән. 1806 йылда Рәсәй буйһондорғандан һуң һарайҙа рәсәй хәрби гарнизоны урынлашҡан булған. Әле күптән түгелгәсә бында хәрби комендатура торған. Ҡасандыр ихатала бассейнлы, сәскәгә күмелгән баҡса булған. Беҙҙең көндәргәсә һарай ҡоролмаларынан портал һәм реставрацияланған бәләкәй мәсет һаҡланған. 1985—1986 йй. һарайҙың бер өлөшөндә һыу үткәргес, ер аҫты ҡоролмалары, күп һанда матди мәҙәниәт ҡомартҡылары табылған. Төрлө ваҡытта бында йәшәгән хандар:- 1747—1765 — Мырҙа Мөхәммәт хан I;
- 1765—1784 — Мәлик Мөхәммәт хан;
- 1784—1791 — Мырҙа Мөхәммәт хан II;
- 1791—1792 — Мөхәммәт Ҡули хан;
- 1792—1806 — Һөсәйен Ҡули хан.
- Ширваншаһтар һарайы (әзерб. Şirvanşahlar sarayı).
Урта быуат комплексы. XII быуатта һалына башлаған,XV быуатта тамамланған. Һарай һәм Фаррух Йасар Ширваншаһ төрбәһе ( Ширваншаһтар Диванханаһы тип тә атала) - үрге ихатала. Түбәнге ихатала мәсет Ширваншаһтар төрбәһе. Ул Ширваншаһ Хәлилуллаһ I тарафынан улына һәм әсәһенә бағышлап һалынған. Тағы ла түбәнерәк урында - һамам (мунса) һәм биналы ҡоҙоҡ (овдан). Өс һарай ҙа бер ҡәлғә эсенә төҙөлгән һәм бөтәүле комплекс булып тора. Бында XVI быуаттың берҙән-бер ҡомартҡыһы «Морат ҡапҡаһы», ундағы яҙма ҡапҡаның һижри 994 йылда(1585-86 йй.) Солтан Морад III иҫтәлегенә төҙөлгәнен иҫбатлай[11].
һамамдар (Мунсалар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һажи Ғәиб һамамы (әзерб. Hacı Qayib hamamı).
XV быуат аҙағында һалынған[15] 1964 йылда ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған[13]. - Ширваншаһтар Һарайының шаһ һамамы (әзерб. Şirvanşahlar Sarayının Şah hamamı).
XV быуат ҡоролмаһы, Ширваншаһтар һарайы комплексына ингән. - Аға Микаил һамамы (әзерб. Ağa Mikayıl hamamı).
XVIII быуатта һалынған[15] Кесе ҡала урамында[13]. - Ҡасим бәк һамамы (әзерб. Qasım bəy hamamı).
XVII быуатта төҙөлгән[15] Халыҡта «Татлы һамам» тип йөрөтәлгән, сөнки сәйгә татлы бирә торған булғандар[13]. - Аға Зәйнәл һамамы (әзерб. Ağa Zeynal hamamı) XIX быуатта төҙөлгән.
Каруанһарайҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ханский каруанһарайы (әзерб. Xan karvansarayı).
XII быуатта һалынған.[13]. - Мултани каруанһарайы (әзерб. Multani karvansarayı).
Һинд каруанһарайы, XV быуатта һалынған[13][15]. - Бохара каруанһарайы (әзерб. Buxara karvansarayı).
XV быуатта һалынған[13][15]. - Ҡасым бәк каруанһарайы]] (әзерб. Qasım bəy karvansarayı).
XVII быуатта һалынған.[13].
Мәсеттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һарай мәсете (әзерб. Saray məscidi).
XV быуат мәсете. - Мөхәммәт мәсете (әзерб. Məhəmməd məscidi) -шулай уҡ мәсеттең манараһы атамаһы менән Һыныҡҡала (Сыныгкала) тип йөрөтәләр(әзерб. Sınıq qala. Атама 1723 йылда рәсәй хәрби эскадраһы Баҡы баш һалмаған өсөн ҡалаға туптар аттыра башлай һәм бер туп мәсет манараһына тейеп уны һындыра. Шунан алып XIX быуат уртаһына тиклем манара төҙәтелмәгән.
- Сәйед Яхъя мәсете (әзерб. Seyid Yəhya məscidi).
[XVII быуатта төҙөлгән.[13]. - Баба Кухи Баҡыуи мәсете (әзерб. Baba Kuxi Bakuvi məscidi).
IX быуатта төҙөлгән, емереклектәре 1990—1993 йй. археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған.[13]. - Шәйех Ибраһим мәсете] (әзерб. Şeyx İbrahim məscidi).
1415 йылда төҙөлгән[13][15]. - Бәктәр мәсете (әзерб. Bəylər məscidi).
XIX быуатта төҙөлгән [17]. - Һажи Бани мәсете (әзерб. Hacı Bani məscidi).
XVI быуатта төҙөлгән. Ҡатындар яғы булған.[13]. - Йома мәсете (әзерб. Cümə məscidi).
[XII быуаттан эшләп килә, назарат мәсете тип тә атала.[13]. - Ләзгин мәсете (әзерб. Ləzgi məscidi).
XIX быуатта нефть бумы башланғас эшкә килгән ләзгиндәргә ғибәҙәттәр үткәрергә бирелә.[13]. - Мәктәп мәсет (әзерб. Məktəb məscidi).
Бер үк ваҡытта мәсет тә, мәктәп тә булып хеҙмәт иткән.1646 йылда төҙөлгән[15].[13]. - Гиләнле мәсете (әзерб. Gileyli məscid).
1309 йылда[15] Ширваншаһтар осоронда һалынған[18]. С[19]. - Чин мәсете (әзерб. Çin məscidi).
Ҡабырғаһындағы яҙма мәсет һижрәнең 777 йылында, йәғни миләди 1375 йылда төҙөлгәнен күрһәтә. Теләктәр ысынға (чин) сыға тип һаналған мәсет[13]. - Һәйбәт Һажи мәсете (әзерб. Hacı Heybət məscidi).
1791 йылда төҙөлгән[15] Намаҙ залының бер мөйөшөндә архитекторы Һәйбәт Һажи һәм ҡатынының ҡәбере.[17]. - Мулла Әхмәд мәсете (әзерб. Molla Əhməd məscidi).
XIVбыуатта төҙөлгән[15]. - Мирза Әхмәд мәсете (әзерб. Mirzə Əhməd məscidi).
1345 йылда төҙөлгән[17]. - Хыҙыр мәсете (әзерб. Xıdır məscidi).
1301 йылда төҙөлгән[15]
Төрбәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйед Яхъя Баҡыуи төрбәһе (әзерб. Seyid Yəhya Bakuvinin türbəsi).
1457—1463 йылдарҙа төҙөлгән. Ширваншаһатар һарайының урта комплексы үҙәгендә һалынған. Халыҡта «дәрүиш төрбәһе» булараҡ билдәле һәм һарай күрәҙәһе исеме менән аталған.
Нәсрани ғибәҙәтханалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әрмән апостол сиркәүе(әрм. Սուրբ Աստվածածին եկեղեցի) — XVIII—XIX бб. һалынған[15][20]. Ҡыңғыраулығының аҫҡы өлөшө һаҡланған.
- Изге Николай Сиркәүе — 1858 йылда төҙөлгән. Аҫҡы өлөшө генә һаҡланған[17].
- Апостола Варфоломей часовняһы —1892 йылда төҙөлгән[21].
-
Баҡы. Ҡыҙ ҡәлғәһе XII быуат.
-
Шамахи ҡапҡаһы. XVII быуат
-
Көнсығыш ҡапҡаһы. Эскәре шәһәр. XII - XV быуат.
-
Сальян ҡапҡаһы. XII—XV быуат
-
Ширваншаһтар һарайы. XII—XV быуат.
-
Баҡы һарай мәсете. XV быуат
-
Сәид Яхья Баҡыуи төрбәһе. XV быуат.
-
Диван-ханә. XV быуат
-
Ширваншаһтар һамамы
-
Мултани каруанһарайы. XV быуат.
-
Шәйх Ибраһим мәсете. 1415 йыл.
-
Мечеть Сеид Яхья. XVII быуат.
-
1858 йылғы Әрмән сиркәүе
-
Баҡы. Әрмән Мәрйәм Инә сиркәүе. 1797 йыл
-
Урыҫ Апостол Варфоломей часовняһы. 1892 йыл
Майҙандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҙар майҙаны 1964 йылда Ҡыҙ ҡәлғәһенән (башняһынан) төньяҡтараҡ табылған. Ҡомартҡы бар яҡтан да балкондар һәм колонналы аркалар менән уратып алынған, Мәккәне хәтерләтә. Археологик тикшеренеүҙәр барышында бында 52 ҡәбер табылған, ҡайһы берҙәрендә икешәр тапҡыр ерләнгәндәр. Ҡәбер таштары һарыҡ, стела, шулай уҡ һырлы таштар рәүешендә. Хәҙер бында асыҡ һауала музей ойошторолған.
Эскәре шәһәр урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлғәләге мәхәлләләрҙең халыҡ телендәге ҡушаматтары булған - агшалварлылар ( аҡ салбар кейеп йөрөгән диңгеҙселәр тоҡомонан), гямичиляр («кәмәселәр»), арабачылар («күсерҙәр»), хамамчылар («мунсасылар»), сеидляр (Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) тоҡомдары), джухуд-зейналлылар (йәһүд зейналлыар) һәм башҡалар.
Урамдар тарау-торау урынлашҡанлыҡтан ел үтә бәреп тормай.
Бөгөн дә, урта быуаттарҙағы кеүек үк, Эскәре шәһәрҙең төп өс урамы бар — Бөйөк Ҡәлғә, Кесе Ҡәлғә (халыҡта - Һарай юлы) һәм Асаф- Зейналлы- (халыҡта Манаралы йәки Каруан юлы )[22].
Бынан тыш Эскәре шәһәрҙә бик күп бәләкәй урамдар, тыҡрыҡтар һәм тупиктар һаҡланған.
1840-сы йылдарҙа Баҡыла булып киткән И. Березин: «урамдар шул тиклем тар һәм буталсыҡ, Баҡыла бер ай йәшәгәндән һуң да берәй урамға барып инһәм унан кире сыға алырыма ышанмай инем», - тип яҙған.
1850-се йылдарҙа Баҡыла булып киткән А. Ф. Писемский, урамдар шул тиклем бысраҡ, ике яҡтан тәҙрәһеҙ диуарҙар, баш осонда күк йөҙөнөң тар ғына таҫмаһы, аяҡ аҫты - тиҙәк, тип иҫкә алған.
Төп урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме (урындағы исеме) |
Бёюк Гала урамы (әзерб. Böyük Qala küçəsi) |
Кичик Гала урамы (әзерб. Kiçik Qala küçəsi) |
Асеф Зейналла урамы (әзерб. Asəf Zeynallı küçəsi) |
Башня урамы (әзерб. Qüllə küçəsi) |
Ғәскәр урамы (әзерб. Hərb küçəsi) |
Хагигат Рзаева урамы (әзерб. Həqiqət Rzayeva küçəsi) |
Нефтселәр проспекты (әзерб. Neftçilər prospekti) |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Фото |
Исеме (урындағы исеме) |
Вели Мамедов урамы (әзерб. V. Məmmədov küçəsi) |
Вагиф Мустафазаде урамы (әзерб. Vagif Mustafazadə küçəsi) |
Азиз Алиев урамы (әзерб. Əziz Əliyev küçəsi) |
Ҡази Мухаммед урамы (әзерб. Qazı Məhəmməd küçəsi) |
Муслим Магомаев урамы (әзерб. Müslim Maqomayev küçəsi) |
Мирза Мансур урамы (әзерб. Mirzə Mansur küçəsi) |
Һарай урамыа (әзерб. Qəsr küçəsi) |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Фото |
Исеме (урындағы исеме) |
Мамедьяров урамы (әзерб. M. Məmmədyarov küçəsi) |
Мирза Шафи урамы (әзерб. Mirzə Şəfi küçəsi) |
Сафтар Кулиев урамы (әзерб. Səftər Quliyev küçəsi) |
Тельман Багиров урамы (әзерб. T. Bağırov küçəsi) |
Сабир урамы (әзерб. Sabir küçəsi) |
Фирдоуси урамы (әзерб. Firdovsi küçəsi) |
ИльясЭфендиев урамы (әзерб. İlyas Əfəndiyev küçəsi) |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Фото |
Йәмәғәт урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фото | Название | Адрес |
---|---|---|
|
1. Ҡыҙ ҡәлғәһе | Проспект Нефтяников |
2. Ширваншаһтар һарайы | ул. Малая Крепостная, 46/11 | |
3. Баҡы Археология һәм Этнография музейы | ул. Большая Крепостная, 42 | |
Файл:Музей миниатюрной книги в Баку.jpg | 4. Баҡы Миниатюра Китап Музей | ул. Замковая, 67 |
Файл:Вагиф Мустафазаде доска.jpg | 5. Вагиф Мустафазадә йорт-музейы | ул. Вагифа Мустафазаде, 4 |
6. Камил Әлиев йорт-музейы | ул. Башенная, 18 | |
7. Таир Сәләхов йорт-музейы | ул. Эфендиева, 1 |
Илселектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамалар | Адрес |
---|---|
7. Греция илселеге | ул. Малая Крепостная, 86/88 |
8. Италия илселеге | ул. Малая Крепостная, 44 |
9. Польша илселеге | ул. Малая Крепостная, 2 |
10. Швейцария илселеге | ул. Большая Крепостная, 9 |
11. Венгрия илселеге | ул. Мирзы Мансура, 72 |
Ҡунаҡханалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Название | Адрес |
---|---|
11. Sultan Inn | ул. Большая Крепостная, 20 |
12. Meridian | ул. A. Зейналлы, 39 |
13. Muzeum Inn | ул. Кази Мухамеда, 3 |
14. Old City Inn | ул. Азиза Алиева, 9 |
15. Altstadt | ул. Мамедьярова, 3/2 а |
16. Atropat | ул. M. Магомаева, 11 |
17. Ноев ковчег (Noah’s Ark) | ул. И. Эфендиева |
18. Boutique Palace | ул. Азиза Алиева, 9 |
19. Boyuk Gala | ул. Мирзы Мансура, 68 |
20. Giz Galasi | ул. Мирзы Мансура, 34 |
21. Icheri Sheher | ул. Мамедьярова 1/34 |
22. Kichik Gala Boutique | ул. Малая Крепостная, 98 |
23. King Palace | ул. Муслима Магомаева, 56/37 |
24. Old Gates | ул. Малая Крепостная, 8/1 |
25. The Horizon | ул. Мирзы Мансура, 62 |
Эскәре шәһәр мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музыкала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылда Сати Казанованың һәм Арсениумдың «До рассвета» йырына клип төшөрөлгән[23]
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эскәре шәһәрҙә танылған әзербайжан һәм совет фильмдары өлөшләтә төшөрөлгән. Улар араһында «Бриллиантовая рука»[24], «Человек-амфибия (фильм, 1961)|Человек-Амфибия», «Айболит-66», «Тегеран-43», «Не бойся, я с тобой (фильм)|Не бойся, я с тобой», «День прошёл» һәм башҡалар[25][26].
Һынлы сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эскәре шәһәр атаҡлы күп рәссәмдәр әҫәрҙәрендә сағылдырылған. Улар араһында Кемпфер Энгельберт, Алексей Боголюбова, Григорий Гагарина, Василий Верещагин, Александр Куприн Әзим Әзимзадә, Таир Сәләхов һәм башҡалар бар.
Баҡы Рәсәйгә буйһондоролғас, XIX быуатта ҡалаға ҡыҙыҡһыныу рәссамдар араһында ла арта. Эскәре шәһәр планы 10 манатлыҡтың артҡы яғына ла төшөрөлгән.
-
Баку. Г. Сергеев. 1796 год
-
Жан Пьер Моне. Баку. 1830-е
-
Пётр Верещагин. «Вид Баку с моря». 1872 год
-
Т.Тейлор. Порт Баку и мыс Баилов. Рисунок. 1880-1881 гг.
-
Григорий Гагарин. Дворец хана в Баку. 1847 год.
-
Алексей Боголюбов. Баку. Улица в полдень. 1861 год
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорбан Сәидтең тәүге тапҡыр 1937 йылда Венала немец телендә сыҡҡан «Али һәм Нино» тигән романында «иҫке шәһәр» ентекле һүрәтләп бирелә, романдың төп геройы Али хан Ширваншир шунда йәшәгән була[27]
Филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке шәһәр ҡомартҡылары һүрәте бик күп почта маркаларына төшөрөлгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
- ↑ http://bse.sci-lib.com/article091166.html
- ↑ Е. И. Тамм. Энциклопедия туриста. — Большая Российская энциклопедия, 1993. — С. 174. — 607 с.
Баҡының боронғо өлөшө — Эске ҡалаһы (ҡәлғәһе)…
- ↑ 4,0 4,1 Леонид Семенович Бретаницкий. Зодчество Азербайджана XII-XV вв. и его место в архитектуре Переднего Востока / Главная редакция восточной литературы. — Наука, 1966.. — С. 401. — 556 с.
В более выгодном положении находился только Баку. Перенесение в него в XV в. из Шамахи резиденции ширваншаха способствовало «кристаллизации» его основного ядра — «старого» города, так называемого Ичери-шехер или «Крепости»
- ↑ Леонид Семенович Бретаницкий. Зодчество Азербайджана XII-XV вв. и его место в архитектуре Переднего Востока / Главная редакция восточной литературы. — Наука, 1966.. — С. 215. — 556 с.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Тимур Ханагаоглы. Какие новинки ждут нас в Ичери Шехер? // газета : Неделя. — 4 августа 2011.
- ↑ Сара Ашурбейли. Государство Ширваншахов / Главная редакция восточной литературы. — Элм, 1983.. — С. 111. — 341 с.
Ҡаҙыныу эштәре Эскәре шәһәрҙә Баҡыла VIII — ХI бб. уҡ күпләп йәшәгәндәрен, сауҙа һәм кәсептәр менән шөғөлләнгәнлектәрен асыҡлаған.
- ↑ Walled City of Baku with the Shirvanshah's Palace and Maiden Tower . Официальный сайт ЮНЕСКО. (2000). Архивировано 22 март 2012 года.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Ашурбейли С. А. История города Баку. — Б.: Азернешр, 1992. — 5408 с. — ISBN 5-552-00479-5.
- ↑ Л. С. Бретеницкий, Б. В. Веймарн. Искусство Азербайджана IV—XVIII веков. — М., 1976. Стр. 64.
- ↑ 11,0 11,1 Управление государственного историко-архитектурного заповедника Ичери-Шехер. Музеи. 2016 йыл 10 март архивланған.
- ↑ Туристическая Мекка посреди Каспия. // журнал : Эхо планеты. — 2009. — № 25. — С. 32-33.
- ↑ 13,00 13,01 13,02 13,03 13,04 13,05 13,06 13,07 13,08 13,09 13,10 13,11 13,12 13,13 13,14 13,15 Управление государственного историко-архитектурного заповедника Ичери-Шехер. Памятники Национального значения. 2012 йыл 1 ғинуар архивланған.
- ↑ Управление государственного историко-архитектурного заповедника Ичери-Шехер. Туристические маршруты. 2015 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ 15,00 15,01 15,02 15,03 15,04 15,05 15,06 15,07 15,08 15,09 15,10 15,11 15,12 Леонид Семенович Бретаницкий. Зодчество Азербайджана XII-XV вв. и его место в архитектуре Переднего Востока / Главная редакция восточной литературы. — Наука, 1966.. — С. 400. — 556 с.
- ↑ Grove Encyclopedia of Islamic Art & Architecture: Three-Volume Set — p.198 Oxford University Press ISBN 019530991X, 9780195309911Оригинал текст (инг.)
It is hard to reconcile a single directed iconography with the often haphazard nature and placement of these images. Many of these representations may have been inspired by the Armenian tradition of stone sculpture, for they share high relief, haphazard distribution over the exterior and emblematic significance. The unique architectural example of zoomorphic script, found around the main keep of the fortress at Baku on the Caspian Sea (1234–5), may also have been derived from Armenian manuscripts, although it was commonly used on Islamic metal work
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 Управление государственного историко-архитектурного заповедника Ичери-Шехер. Памятники местного значения. 2018 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ М. С. Нейматова. Корпус эпиграфических памâтников Азербайджана: Арабо-персо-тюркоязычные надписи Баку и Апшерона, XI-начала XX века. — Институт истории (Академия наук Азербайджанской ССР). Сектор археологии и этнографии.: Элм, 1991.. — Т. 2. — С. 212. — 176 с.
Гилән ҡалаһынан ебәк һатырға килгән кешеләр йәшәгән мәхәлләлә булғанға шундай атама бирелгән
- ↑ Сара Ашурбейли. Очерк истории средневекового Баку, VIII — начало XIX вв. — Издательство Академии наук Азербайджанской СССР, 1964.. — Т. 2. — С. 105. — 333 с.
Гилек-мечеть — от квартала гилянцев, торговцев шелком;…
- ↑ Томас Деваал / чёрный сад /Глава 7. Баку. Богатая событиями история Оригинал текст (рус.)
Единственное напоминание о них - армянская церковь Григория Просветителя недалеко от Площади Фонтанов в центре Баку, построенная в 60-х годах девятнадцатого века. Одиннадцать лет назад церковь подожгли, и с тех пор она стоит заброшенная. С колокольни давно сняли крест, и я обнаружил там зал для игры в бильярд. На том месте, где раньше в тени Девичьей башни в Старом городе стояла старинная часовенка Девы Марии, теперь пустырь. Один дипломат, который работал в Баку в 1992 году, в самый разгар карабахской войны, рассказывал, как на его глазах крушили эту часовню восемнадцатого века.
- ↑ Заплетин Г., Ширин-заде Г. Русские в истории Азербайджана. — Б.: Ганун, 2008. — 366 с.
- ↑ Сеймур Мамедов. Какую тайну таят в себе улицы Ичеришехер? : Интервью с заведующим сектором Управления Государственного историко-архитектурного заповедника «Ичери-шехер» Камилем Ибрагимовым.. — 2011.
- ↑ Премьера клипа: Сати Казанова и Arsenium "До рассвета …
- ↑ «Черт побери» спустя полвека в проекте «Экскурсии по Городу ветров» Sputnik Азербайджан
- ↑ «Блатной бакинец» и Юрий Никулин
- ↑ Бриллиантовая рука (1969)(недоступная ссылка)
- ↑ Перевод Мирзы Гусейнзаде, 1990 год
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Л. С. Бретаницкий. «Баку. Архитектурно художественные памятники», 1956 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эскәре шәһәр Викимилектә | |
Эскәре шәһәр Викигид |
- Официальный сайт заповедника Ичери-шехер .
- Walled City of Baku with the Shirvanshah's Palace and Maiden Tower . Официальный сайт ЮНЕСКО. (2000). Архивировано 22 март 2012 года.